Шаран районы

Шаран районы
Шаран районы
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 31 ғинуар 1935
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Шаран
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 22 514 кеше (2010)[1]
Майҙан 1384 км²
Почта индексы 4526ХХ
Рәсми сайт sharanrb.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34769
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Шаранском районе[d]
Карта
 Шаран районы Викимилектә

Шаран районы — Башҡортостандағы муниципаль район.

Район Башҡортостандың көнбайышында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Климаты йылы, бер аҙ ҡоролоҡло. Район территорияһында Сөн йылғаһы башлана. Ере йыуылған һәм типик ҡара, Төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайышта һоро һәм ҡара һоро урман тупраҡлы. Имән, йүкә, ҡайын һәм уҫаҡ ағаслы урмандары район еренең 24%-ын биләй.

Файҙалы ҡаҙылмалары: нефть (Михайловка, Арҙат, Мостафа), кирбес сеймалы (Иҫке Тумбағош, Наратаҫты, Аҡбарыҫ, Йәнәхмәт һәм Юность), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Шаран, Баҡса), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Ивановка) ятҡылыҡтарынан ғибәрәт.

Майҙаны — 1384 км². Район үҙәге Шаран ауылынан Өфөгә тиклем 201 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Туймазыға 29 км.

1935 йылда ойошторолған, ләкин, Башҡортостандың административ ҡоролошонда үҙгәрештәр булыу сәбәпле, ике тапҡыр район статусын юғалта, 1967 йылда яңынан тергеҙелә.

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 51 981 [8][9]
1959 36 024 [10][9]
1970 33 812 [11][9]
1979 28 885 [12][9]
1989 23 838 [13][9]
Йыл Халыҡ һаны
2002 24 494 [14][9]
2008 49 205 [15]
2009 23 790 [16]
2010 22 514 [1]
2012 22 111 [17]
Йыл Халыҡ һаны
2013 21 843 [18]
2014 21 536 [19]
2015 21 244 [20]
2016 20 832 [21]
2017 20 518 [22]
Йыл Халыҡ һаны
2018 20 303 [23]
2019 19 901 [24]
2021 19 795 [25]

Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 15.02 кеше. Районда 112 ауыл бар, шуларҙың иң ҙурҙары Шаран (4,7 мең), Ерекле (1,0 мең), Түбәнге Зәйет (0,8 мең кеше).

Милли составы[26]:

2010 йылғы йән иҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы: татарҙар — 33 %, башҡорттар — 24,9 %, мариҙар — 19,7 %, урыҫтар — 11,6 %, сыуаштар — 9,7 %, башҡа милләт вәкилдәре — 4,3 %[27].

Район ауыл хужалығы йүнәлешле, территорияһы һөрөлөүе юғары кимәлдә (56,5 %). Иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, картуф үҫтереүгә, һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡа һәм һарыҡсылыҡ буйынса махсуслашҡан. Умартасылыҡ һәм балыҡсылыҡ үҫешкән. Шаран ауылы май яҙыу һәм кирбес заводтары эшләй.

Район территорияһын Баҡалы — Туймазы һәм Саҡмағош — Туймазы автомобиль юлдары киҫеп үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда 49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта; 4 дауахана, ПУ, 26 дөйөм китапхана, 51 клуб учреждениеһы бар. Урыҫ һәм татар телдәрендә «Шаранские просторы» — «Шаран киңлекләре». гәзите сыға.

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Абдуллин Марат Ибраһим улы 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2018)
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Андреева Әлфиә Васильевна 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2018)
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Густов Виталий Павлович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 март 2019)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2019)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Сабитов Сәлих Ғиззәт улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2017)
  7. Башкирская энциклопедия — Халиуллин Юрий Михайлович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 август 2018)
  8. перепись населения СССР 1939 года
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  10. перепись населения СССР 1959 года
  11. перепись населения СССР 1970 года
  12. перепись населения СССР 1979 года
  13. перепись населения СССР 1989 года
  14. Всероссийская перепись населения 2002 года
  15. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  16. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  19. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  22. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  23. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  24. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  25. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  26. https://archive.is/20120714152848/tatar-bashkort.narod.ru/tb-15.htm
  27. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)