Шарлауыҡ — текә ҡаянан, бейек һикәлтәнән киҫә ағып төшкән һыу[1]; йылға юлындағы һикәлтәнән йылға һыуының өҫтән аҫҡа төшөүе, йылға шаршыһынан (речной порог) айырмалы рәүештә бейеклек айырмаһы ҙур була[2].
Ағым һыу һикәлтәне емерә, шуға күрә көслө шарлауыҡтар йылға ағымына ҡаршы күсенә баралар. Мәҫәлән, Ниагара шарлауығы йылына 70-90 см-ға күсә бара[2].
Шарлауыҡтар суднолар йөрөшөнә ҡамасаулай. Әммә, гидроэлектростанция төҙөп, электроэнергия сығанағы булараҡ файҙаланырға була.
Башҡортостанда Атыш, Күперле, Шартлама, Ғәҙелша, Күкҡарауыҡ шарлауыҡтары туристарҙың яратҡан урыны.
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ