Шаршы күкене | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||
|
||||||
Латинса исеме | ||||||
Alburnoides rossicus |
Шаршы күкене ((лат. Alburnoides rossicus), рус. Русская быстрянка) — һаҙан (сазан) һымаҡтарҙың вәкиле. Төрлө тәрәнлектәге йылғаларҙа, таҙа һыулы күлдәрҙә осраған күкенде беҙҙә күксәй, күкйөк, күкәс һәм башҡа исемдәр менән атап йөрөтәләр. Ҙурлығы буйынса ташбаш һымаҡ.
Франциянан Уралға тиклем таралған. Башҡортостанда Ағиҙел, Нөгөш, Еҙем, Инйәр , Ҙур Инйәр, Эҫем Ләмәҙ, Өршәк,Ҡариҙел, Йүрүҙән, Ыҡ, Ашкаҙар йылғаларында һәм уларҙың ҡушылдыҡтарында тереклек итә. Һаҡмар һәм Яйыҡ һыуҙарында осрай.
Күкен — шаршы өҫтөндә уйнай торған сабаҡ төҫлө йоҡа ғына ваҡ балыҡ. Оҙонлоғо 12 — 15 сантиметрҙан артмай.
Шаршы күкене күкйөнгә бик оҡшаған һәм уның менән йыш бутала. Был бәләкәй балыҡ, бәләкәй башлы.Ҙур балыҡ тотоп өйрәнгәндәр уға әллә ни иғтибар итеп бармай.
Шаршы күкененең арҡаһы күк йәшел. Ауыҙы томшоғоноң уртаһында тора.
Ялтыр ҡабырғалы. Ҡабырға һыҙатында булған ваҡ ҡына тишектәр өҫтән дә, аҫтан да ҡара нөктәләр менән ҡаймаланған. Шуға күрә, ҡабырғаһының өҫкө яҡтарында беленер-беленмәҫ ике ҡатлы тар һыҙат һуҙылған.
Балыҡтың тәңкәләре уртаса, ләкин улар еңел ҡубып бара.
Ҡорһаҡ яғынан төҫө һарғылт көмөш кеүек, уңдағы йөҙгөстәре ҡыҙыл-һары төҫкә буялған һымаҡ, ыуылдырыҡ сәскән мәлендә бар төҫтәре сағыуыраҡ күренә.
Сөсө һыу ятҡылыҡтарында тереклек итә. Ҙур йылғаларға өҫтөнлөк бирә. Бәләкәй йылғаларҙа, таҙа күлдәрҙә һәм быуаларҙа һирәк осрай.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған был балыҡ таҙа, шәп аҡҡан йылғаларҙы ярата. Көтөүе менән ҡамыш, үлән араларында, яр буйында йөрөргә әүәҫ.
Хәрәкәттәре етеҙ. Һыу өҫтөндә осоп йөрөгән себен, серәкәй, ләпәк менән туҡлана, бәләкәй генә һыу йәнлектәрен ашай. Күсеп йөрөмәй. Һәр ваҡыт тип әйтерлек һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй. Күкен йыртҡыс балыҡтарҙың төп аҙығы һанала.
Енси етлегеү һәм үрсеү ике йәш тулғас башлана. Был мәлдә ҙурлығы 5-5,5 см тирәһендә була.
Ыуылдырығын май уртаһынан июнь аҙағына тиклем өлөшләп сәсә. Бының өсөн шәп ағымлы урындарҙы, ҡырсын ташлы һайлыҡтарҙы, таштар араһын һайлай.
Үрсеме (ыуылдырыҡтары) 715-7400 тирәһендә була. Яй үҫә. Оҙонлоғо 5.8-7.9 см-ға еткәндә 4.3-9.2 г ауырлыҡ йыя. Ғүмер оҙонлоғо 5-6 йыл тирәһе .