Шахенда король йорто

Шахенда король йорто
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Гармиш-Партенкирхен[d]
Хужаһы Людвиг II Баварский[d]
Архитектор Георг фон Дольман[d]
Ҡат һаны 2
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1529196?
Мираҫ статусы Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d][1]
Адрес Schachen 1
Рәсми сайт schloesser.bayern.de/deu…
Карта
 Шахенда король йорто Викимилектә

Шахенда король йорто (нем.Am Königshaus Schachen) — ҙур булмаған тау замогы. Людвиг II Баварискийҙың замоктары араһында ул бик үк билдәлеһе түгел. Бейеклеге 1866 м булған Шахен (Альп) тауында, Бавариялағы Гармиш- Партенкирхендан көньяҡҡа ҡарай яҡынса 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Яҡында Эльмау замогы урынлашҡан.

Замок 18691872 йылдарҙа Людвиг II тарафынан Георг Дольман проекты буйынса швейцар ағас өйө <i>шале</i> стилендә төҙөлгән[2]. Ҡайһы саҡта уны һунар замогы тип тә атайҙар, ләкин Людвиг һарайҙы бер ҡасан да ул маҡсата файҙаланмаған. Бында ул тыуған көндәренә йәки юбилей даталары айҡанлы килгән[3].

1900 йылдар тирәһе

Ағас өйҙә ҡунаҡ бүлмәһе, кабинет, йоҡо бүлмәһе, ванна бүлмәһе, төрөк мунсаһы, тантана залы, өҫкө ҡатты биләгән төрөк һарайҙары өлгөһөндәге мавритан стилендә биҙәлгән «Төрөк кабинеты» урынлашҡан[4]. Йорт, көнсығыш хакимдары йорто стилендә тауис ҡауырһындары менән лаклы вазалар менән биҙәлгән, матур люстралар, затлы дивандар, йоҡа келәмдәр менән йыһазландырылған. Әммә Людвиг Икенсенең башҡа замоктары һәм һарайҙары менән сағыштырғанда был йорт бик ябай күренә.

1900 йылда замоктан түбән баҡса планлаштырыла (1 га), хәҙер Мюнхен ботаника баҡсаһы филиалы, унда Альптан алып Гималайҙарға тиклем бөтә донъянан килтерелгән меңдән ашыу альп үҫемлектәре үҫә.