Шахика Эрджюмен

Шахика Эрджюмен
төр. Şahika Ercümen
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 16 ғинуар 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (39 йәш)
Тыуған урыны Чанаккале[d], Төркиә
Һөнәр төрө диетолог, фридайвер
Уҡыу йорто Башкентский университет[d]
Спорт төрө Һыуға һикереү
Рәсми сайт sahikaercumen.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 33 157
 Шахика Эрджюмен Викимилектә

Шахика Эрджюмен (төр. Şahika Ercümen, 16 ғинуар 1985 йыл) — төрөк фридайверы һәм диетологы, фридайвингта донъя рекордсмендарының береһе[1][2][3].

Шахика Эрджюмен 1985 йылдың 16 ғинуарында Чанаккалала тыуған. Гази башланғыс мәктәбендә һәм Анатолияла Милли Пиянго урта мәктәбендә уҡый. Башкент университетының кеше сәләмәтлеге факультетын тамамлай, сәләмәт туҡланыу һәм диетология кафедраһында һөнәр йүнәлешен ала. Спорттың түбәндәге һыу аҫты төрҙәре менән шөғөлләнә: һыу аҫты хоккейы, регби, спорт ориентирлашыуы һәм дайвинг. Донъя һәм Европа чемпионаттарында күп тапҡырҙар ҡатнаша, 2001 йылдан һыу аҫты спортының бер нисә төрө буйынса төрөк йыйылма командаларының дүртәүһендә ҡатнаша.

  • 110 м, боҙ аҫтында динамик апноэ (тын алмайынса тороу) (DYN), 2011 йылдың 11 феврале, Австрия, Вайссензее күле. Гиннесстың рекордтар китабына ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ҡаҙаныш булараҡ индерелгән[4]: элек ир-егеттәрҙә рекорд — 108 метрға, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 70 м[5][6] тәшкил иткән.
  • 70 м, даими ауырлыҡ һәм ластылар менән апноэ (CWT), 2011 йылдың 10 ноябре, Мысыр, Дахаб. Рекордты Бөтә донъя һыу аҫты эшмәкәрлеге конфедерацияһы таный; бынан алдағы рекордты Таня Стритер (67 м) ҡуйған була.
  • 60 м, үҙгәреүсән ауырлыҡ менән ласты кеймәйенсә апноэ (VNF), 2011 йылдың 10 ноябре, Мысыр, Дахаб[7].
  • 61 м, үҙгәреүсән ауырлыҡ менән ласты кеймәйенсә апноэ (VNF), 2013 йылдың 1 июне, Төркиә, Ван күле[8]. Рекордты Бөтә донъя һыу аҫты эшмәкәрлеге конфедерацияһы таный. Шахика үҙенең еңеүен Ван күлендә йәшәүсе диңгеҙ балығы кефалдең бөтә барыуын туҡтатыуға арнауын белдерә[9].
  • 91 м, үҙгәреүсән ауырлыҡ менән ласты кеймәйенсә апноэ (VNF), 2014 йылдың 23 июле, Төркиә, Каш. Ваҡыт 2:49. Бынан алдағы рекордты Дерье Джан[10] ҡуйған була.
  • 110 м, үҙгәреүсән ауырлыҡ менән ластылар кейеп апноэ (VWT), 22 октября 2016 йылдың 22 октябре, Төркиә, Каш. Ваҡыт 2:44. Рекордты Бөтә донъя һыу аҫты эшмәкәрлеге конфедерацияһы таный[11][12].
  1. Erdem, Arif. Dalışta Türkiye basamakları çıkmaya başladı  (төр.) (31 ғинуар 2010). 17 июнь 2013 тикшерелгән.
  2. Guines Rekorlar Kitabı'na giren son Türk  (төр.) (24 February 2011). 11 апрель 2011 тикшерелгән.
  3. Denizkızı Şahika rekor peşinde!  (төр.) (4 ноябрь 2011). 17 июнь 2013 тикшерелгән.
  4. Şahika Ercümen dünya rekoru kırdı  (төр.) (11 ноябрь 2011). 17 июнь 2013 тикшерелгән.(төр.) (11 ноябрь 2011). 17 июнь 2013 тикшерелгән.
  5. Şahika rekor kırdı  (төр.) (13 февраль 2011).(төр.) (13 февраль 2011).
  6. Şahika Ercümen Breaks Diving Record (12 февраль 2011). 17 июнь 2013 тикшерелгән.
  7. Turkish athlete Şahika ERCÜMEN made her world record attempts in the famous Blue Hole, Dahab, Sinai Peninsula-Egypt (14 ноябрь 2011). 17 июнь 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 16 май архивланған.
  8. Şahika Ercümen'den dünya rekoru (Turkish) (1 июнь 2013). 17 июнь 2013 тикшерелгән.
  9. World Record From Şahika Ercümen In Lake Van! Dive With Seman (3 июнь 2013). Дата обращения: 17 июнь 2013. 2013 йыл 19 декабрь архивланған.
  10. Turkish diver Şahika Ercümen breaks new freediving record (23 июль 2014). 23 октябрь 2016 тикшерелгән.
  11. Acar, Ahmet. Şahika Ercümen'den 110 metre dalışla yeni dünya rekoru  (төр.) (22 октябрь 2016). 23 октябрь 2016 тикшерелгән.
  12. Şahika Ercümen'den dünya rekoru (Turkish) (1 июнь 2013). 17 июнь 2013 тикшерелгән.