Шахмат олимпиадаһы | |
ингл. Chess Olympiad | |
Спорт төрө | шахмат |
---|---|
Дәүләт | международное[d] |
Башланыу датаһы | 1924 |
Ойоштороусы | ФИДЕ |
Шахмат олимпиадаһы Викимилектә |
Бөтә донъя шахмат олимпиадаһы (рус. Всемирная шахматная олимпиада) — ФИДЕ ағзаһы булған илдәр һәм территориялар вәкиле булған шахматсыларҙың команда ярыштары. Был ярыштар 1927 йылдан алып үткәрелә, 1940 йылға тиклем улар «милләттәр турниры» тип атала. Төп приз сифатында күсмә Гамильтон-Рассел алтын кубогы уйнатыла, еңеүсе команданың һәр ағзаһы алтын миҙал ала. Һәр матч 4 таҡтала үтә. Команда составы: 4 төп шахматсы һәм 2 уйынсы запаста, 1950 йылға тиклем һәм 2008 йылдан — запаста 1 уйынсы. 1931 йылдан алып даими үткәрелә (2 йылға бер тапҡыр), уларҙың регламенты яйға һалына. 1939 йылға тиклем Олимпиадала башлыса Европа илдәренең шахматсылары ҡатнаша, ә башҡа илдәрҙән Аргентина, АҠШ һәм Фәләстин вәкилдәре генә була. 1939—1945 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышы шахмат олимпиадалары үткәрелмәй, тик 1950 йылда ғына тергеҙелә.
1947 йылда Совет шахмат ойошмаһының Халыҡ-ара шахмат федерацияһына инеүе Олимпиаданың әһәмиәтен арттыра. Абруйының үҫеүенә ойоштороуҙо камиллаштырыу булышлыҡ итә: аныҡ билдәләнгән ваҡытта үтә, уйын һәм ярыштарҙа ҡатнашыусылар өсөн тейешле шарттар булдырыла. Ҡатнашыусылар һаны артыу һәм уларҙы үткәреү өсөн ойоштороу сығымдары артыу менән бәйле, 1976 йылдан олимпиада Швейцария системаһында үткәрелә башлай. Шулай итеп, үҫешеүсе илдәрҙең шахматсыларына донъяның иң көслө шахматсылары менән осрашыу мөмкинлеге булдырыла.
|
|