Шаһ Йыһан | |
фарс. شهابالدین مُحمَّد شاهجهان | |
![]() | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Ҡушамат | شهاب الدين, شاهجهان, أبو المُظفَّر һәм صاحبقران ثانی |
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1592[2] |
Тыуған урыны | Лахорская крепость[d], Лахор, Бөйөк Моголдар империяһы |
Вафат булған көнө | 1 февраль 1666 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Агра-форт[d], Агра[d], Бөйөк Моголдар империяһы |
Ерләнгән урыны | Тадж Махал |
![]() | |
Атаһы | Джахангир[d] |
Әсәһе | Тадж-Биби Билкис-Макани[d] |
Бер туғандары | Султан Хусрау-мирза[d], Султан Парвез-мирза[d], Султан Шахрияр-мирза[d] һәм Bahar Banu Begum[d] |
Хәләл ефете | Мумтаз-Махал[d], Izz-un-Nissa[d] һәм Kandahari Begum[d] |
Балалары | Parhez Banu Begum[d], Джаханара-бегум[d], Султан Мухаммад Дара Шукох[d][3], Шах Шуджа[d], Roshanara Begum[d], Аурангзеб, Мухаммад Мурад Бахш[d] һәм Gauhar Ara Begum[d] |
Нәҫеле | Великие Моголы[d] |
Туған тел | фарсы теле |
Һөнәр төрө | монарх |
Биләгән вазифаһы | Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы[d] |
Милке | Baharistan (Garden of Spring)[d] |
Тасуирлау биттәре | biografiasyvidas.com/bio… |
![]() |
Шаһ Йыһан I («Йыһан шаһы», 1628 йылға тиклем шаһзадә Хөррәм Бәхет Баһадур-мырҙа тигән исем менән йөрөгән, мансабы (дәрәжәһе) - Шаһ Йыһан Баһадур[4]; 5 ғинуар 1592 йыл, Лахор — вафаты 22 ғинуар 1666 йыл, Агра) — Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы (1627 -1658), Таж-Махалды төҙөп үҙен үлемһеҙ иткән шәхес.
Шаһзадә Хөррәм Бәхет Баһадур-мырҙа Йыһангир падишаһтың өсөнсө, яратҡан улы була, әсәһе рани Таж-Биби Билкис-Маҡани, раджа Мәрүәр ҡыҙы. 1608 йылда Шаһзадә Хөррәм Хисар Фироз өлкәһенә хужа була, уға падишаһ ҡыҙыл сатыр ҡуйырға рөхсәт бирә, был уның тәхет вариҫы (Шаһзадә) икәнен аңлата[5].
1612 Шаһзадә Хөррәм атаһының яратҡан ҡатыны Нур-Йыһандың туғанының ҡыҙына өйләнә, был уның тәхеткә ултырыу мөмкинлеген тағы ла арттыра.
1613 Йыһангир Шаһзадә Хөррәмде ражпут кенәзлеге Меварҙы буйһондороға ғәскәр башы итеп ебәрә, Шаһзадә ярайһы уңышҡа өлгәшә. 1616 йылда Шаһзадә Хөррәм падишаһтан Шаһ Хөррәм мансабы (дәрәжәһе), ә 1617 йылда — Шаһ Йыһан Баһадур мансабы ала.
622 йылда Шаһзадә Шаһ Йыһан Баһадур атаһы Йыһангиргә ҡаршы баш күтәрә һәм 1625 йылға тиклем һуғыша, еңелә, әммә атаһы ғәфү итә. 1627 йылда Шаһ Йыһан Баһадур яңынан падишаһҡа ҡаршы сыға. Йыһангир үлгәс, Шаһ Йыһан Нур-Йыһандың туғаны менән һүҙ беркетеп, 1627 йылдың 30 декабрендә үҙен Аграла Шаһ Йыһан исеме алып, падишаһ тип иғлан итә. Шаһ-Йыһандың бойороғо менән Асаф-хан 1628 йылдың ғинуарында солтандар Давар Бахшты, Шаһрияр-мырҙаны,шулай уҡ падишаһ Әкбәрҙең ике улын үлтерә.
1632 йылда Шаһ Йыһан Хугли ҡалаһында (Бенгал) төпләнеп, унда ҙур сауҙа порты булдырған португалдарға ҡаршы ғәскәр ебәрә. Өс ай ҡамап тотҡандан һуң Хугли бирелә, күпселек португалдар әсиргә алына йәки үлтерелә.
Шаһ-Йыһан дәүләт сиктәрен төньяҡ-көнбайышҡа ла киңәйтеүгә өлгәшә, 1638 йылда моголдар фарсыларҙың Ҡандағар ҡалаһын ала. 1646 Шаһ-Йыһан ғәскәрҙәре Бадаһшана менән Балхҡа барып етә ( хәҙерге Тажикстан). Шаһ-Йыһана идараһының ахырына табан моголдар Сефевиҙәрҙән еңелә башлай. 1647 йылда Балхты ҡалдырырға тура килә, уны 1649, 1652 һәм 1653 йылдарҙа ҡайтарырға тырышып ҡарау һөҙәмтә бирмәй. Ҡандағар фарсыларға 1649 йылда кире ҡайта. Шаһ-Йыһан ғәскәренең Ҡандағарҙы алырға тырышыуы һөҙөмтә бирмәй, сөнки фарсылар артиллерияһы менән көслө була.
Әхмәтнәһәр солтанатындағы феодаль тартҡылаштар менән файҙаланып, Шаһ-Йыһан уларҙың биләмәләренә хакимлыҡ итергә булып китә. 1633 йылда могол ғәскәрҙәре солтанаттың Дәүләтабад ҡалаһына һөжүм итә. Солтанаттың Беренсе министры һәм ғәмәлдә хакимы Фәтих хан ибн Мәлик Амбар шунда уҡ падишаһ хакимлығын таный, хөтбә уҡырға һәм Шаһ Йыһан исеме менән аҡса һуғырға ҡуша.Әхмәтнәһәр солтанын моголдарға тотоп бирәләр һәм уны Гвалиор фортына алып барып зинданға ябалар. Моголдарға ҡаршы шулай ҙа маратха раджаһы Шаһджи ҡаршы сыға, ул Биджапур солтаны ярҙамы менән Әхмәтнәһәр солтаны итеп Мортаза Низам-Шаһ III-нө иғлан итә[6].
Быны белгәс, падишаһ Шаһ Йыһанв 1636 йылда Декканға ҙур армия ебәрә. Голконд һәм Биджапур солтандары Шаһ Йыһан сюзеренитетын таныйҙар һәм яһаҡ түләргә ризалашалар. Әхмәтнәһәр солтанатының ҙур өлөшө Шаһ Йыһан империяһына инә, ҡалған ерҙәре Биджапур солтанына тапшырыла[7]. Могол ғәскәре Биджапур солтаны ярҙамында раджа Шаһджины туньяҡ Конканда уратып ала, шунан һуң Шаһджи яулап алған ҡәлғәләрен моголдарға бирә.
Деккан башлығы итеп шаһзадә солтан Мөхәммәт Аурангзеб Баһадур ҡуйыла, ул Деккандың бойондороҡһоҙ солтанаттарына ҡаршы экспансия сәйәсәтен дауам итә. 1656 йылда шаһзадә Аурангзеб ғәскәре Голконда солтанаты ҡәлғәһен уратып ала, әммә Шаһ Йыһан улының власы көсәйеүҙән ҡурҡып, ҡаланан китергә ҡуша. Голконда солтаны ҙур контрибуция түләп, үҙ ерҙәренән өлөш бирә. 1657 йылда шаһзадә Аурангзеб падишаһ ризалығы менән Биджапур солтанатына һөжүм итә, Бидарҙә һәм Кальянины ала, шунан һуң Шаһ Йыһан яңынан яуҙы туҡтата, яулап алынған ерҙәрҙе империяға беркетә.
Шаһ-Йыһан дәүләт идаралығында артыҡ мөһим реформалар үткәрмәй. Уның осоронда империяла Әкбәр бөтөрткән ай календары яңынан ҡулланыла башлай, мосолман сановниктарына һинд ҡатындарына өйләнеү тыйыла, бер нисә һинди храм емертелә. Шаһ Йыһан идара иткәндә Декканға һәм Гуджаратҡа көслө аслыҡҡа килтергән ҡоролоҡтар була, миллиондарса кешеләр ( Гуджаратта ғына 3 млн. самаһы) астан ҡырыла. Ҡоролоҡ мамыҡ баҫыуҙарын да ныҡ кәметтерә. .
1648 йылда, иң ҡеүәтле сағында, Шаһ-Йыһан баш ҡалаһын Агранан Делигә күсерә, шунда яңы ҡала — Шаһйыһанабадты төҙөтә. 1658 йылда Шаһ-Йыһандың кинәт ауырып китеүе һәм үлгән тигән хәбәр таралыу улдары араһында һуғыш сығара, шуның һөҙөмтәһендә улы Аурангзеб уны үҙ бүлмәһендә бикләп тота (хазинаханаһында тигән һүҙҙәр ҙә бар), ул шунда 1666 йылда үлеп ҡала. Шаһ ЙыһанI Ҡыҙыл фортҡа (Агра) ябылған һәм шунан үлем сәғәтенә тиклем үҙенең бөйөк әҫәре Таж-Махалға ҡарап һағышланған тигән һүҙҙәр ныҡ таралған. Әммә һинд тарихсылары бының легенда ғына икәнен раҫлай: ысынлап та Шаһ Йыһан Ҡыҙыл фортҡа (Дели) ябылған булған, әммә унан Таж-Махалды күрә алмаған,сөнки ул йөҙҙәрсә саҡрым алыҫлыҡта, Аграла булған.
Шаһ-Йыһан тураһында «Тарих-е делгуша» яҙмышнамәһе буйынса билдәле, уны Инаятуллаһ Ҡанба яҙған. Тарихсылар уның эшмәкәрлегенә төрлөсә баһа бирә. Уның һарайы һәм ул төҙөткән ҡомартҡылар европалыларҙы башҡа Бөйөк Моголдарҙыҡынан нығыраҡ харан итһә лә, тап Шаһ-Йыһан Кохинур һәм Тимур рубины кеүек ағылташтарға хужа булһа ла, ун Персия менән уңышһыҙ һуғыштары империя ҡеүәтен ҡаҡшатҡанын һәм уны финанс яғынан бөлдөргәнен кире ҡағып булмай.
6 ҡатынынан һәм бер нисә кәнизәгенән падишаһ Шаһ-Йыһандың 9 улы һәм 12 ҡыҙы тыуа, ҡайһы берҙәре кескәй сағында үлеп ҡалған [8]:
![]() ![]() | ||
Уға тиклем: Йыһангир |
1627 — 1658 | Вариҫы: Аламгир I Дәғүә итеүселәр: Тимур Искәндәр, Морад Баһш Шаһ |