Шибам

Шибам
ғәр. شبام
Рәсем
Рәсми атамаһы شبام һәм Shibam
Рәсми тел Ғәрәп теле
Дәүләт  Йемен
Административ-территориаль берәмек Шибам[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 13 316 кеше (2004)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 683 метр
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (iii)[d][1], (iv)[d][1] һәм (v)[d][1]
Карта
 Шибам Викимилектә

Традицион ишектәре һәм тәҙрәләре менән Шибам ҡалаһында биналар
Шибам манараһы
Шибамда бейек йорттар
Шибам ҡалаһы ҡапҡаһы

Шибам (ғәр. شبام‎) — Йәмән,Һадрамаут мухафазаһындаға ҡала (шулай уҡ исем менән Йәмәндең Сана тирә-яғында ҙур булмаған ҡала ла бар). Бер нисә тапҡыр Шибам Һандрамаут батшалығының баш ҡалаһы була.

Шибам үҙенең сағыштырғыһыҙ архитектураһы менән дан тота, шуның арҡаһында ул ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[2][3]. 1982 йылдан Шибам ЮНЕСКО һаҡлауы аҫтында була[4]

Шибан Йемендың визит карточкаһы булып тора. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында Йәмән буйлап сәйәхәт итеүсе немец журналисы Ганс Хельфрицтың еңел ҡулы менән, Шибамды әле лә «бейек йорттар ҡалаһы» йәки «сүллек Манхэттены» тип атайҙар[4] Йыш ҡына Шибамды «донъяла бейек йорттарҙың иң боронғо ҡалаһы» тип тә әйтәләр. Был вертикаль төҙөлөш принцибына нигеҙләнгән ҡала планлаштырыуының боронғо миҫалы булып тора[5]

Боронғо был ҡала яҡынса 2 мең йыл элек ҡороған Һадрамаут йылғаһының үҙәнендә барлыҡҡа килә. Ҡәлғә диуарҙарында ҡалған ҡала тик өҫкә ҡарай ғына үҫә ала. Үҙ тарихында ҡала буш киңлектәрҙә барлыҡҡа килгән һәм юҡҡа сыҡҡан күп һанлы әмирҙәрҙең баш ҡалаһы булып хеҙмәт итә.

Был ҡала — вертикаль төҙөүҙең сағыу миҫалы. Шибама йорттары периметры буйынса XVI диураҙары менән тирәләткән бер-береһенә ныҡ яҡын урынлашҡан башняларҙан ғибәрәт. Ҡаланың ҡайһы бер йорттары үҙ-ара ҙур булмаған балкондар менән тоташтырылған, улар һөжүм ваҡытында бер йорттан икенсеһенә күсенеп йөрөргә мөмкинлек биргән. Шибам — Йәмәнда үҙенең башланғысын б.э. тиклем V быуата -б.э V быуатында ислам батшалыҡтарынан алған фортификацион типтағы берҙән-бер ҡала.[4]

Шибамда донъялағы иң боронғо бейек балсыҡ йорттар урынлашҡан, уларҙың ҡайһы берҙәре 30 метр һәм унан да ашыу күтәрелә[6]. Шибамда бөтә йорттар балсыҡ кирбестәрҙән төҙөлгән, яҡынса 500 йорто күп ҡатлы тип иҫәпләргә мөмкин, сөнки улар 5-11 ҡатҡа эйә[2], һәр ҡат бер ғаилә биләгән фатирҙан тора[5] Шундай типтағы ҡоролмалар ҡала халҡын бәҙүәндәрҙең һөжүменән һаҡларға тейеш булған. Йорт стеналарының уртаса бейеклеге — 20-25 метр. Стеналар яйлап өҫкә ҡарай тарая. Иң бейек йорт Шибамда 11-ҡатлы, әммә йышыраҡ 5-7-ҡатлылар осрай.

Ҡаланы диуарҙар менән уратып алғандар, ә арауыҡ эсендә күп ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөлгән. Шибам, күрәһең, ҡалалар төҙөлөшө тарихында вертикаль принципҡа нигеҙләнгән беренсе планлы төҙөлөш миҫалы. Биналарҙың урынлашыуы, уларҙың бейеклеге һәр йорт-башня бер сама ҡояш яҡтылығын алыу мөмкинлегенә таянып төҙөлгән. Бөтә ҡала аша ярайһы уҡ киң проспект үтә, унан күп һанлы урамдар һәм тыҡрыҡтар китә. Иң тары уларҙың ике метрҙан ашыу түгел.

Төҙөлөш өсөн материал булып мадар — балсыҡ-һаламлы сей кирбес ҡулланыла, ул ҡояшта ныҡ киптерелә, йорттар шунан төҙөлгән. Йәмәндың үтә ныҡ ҡоро климатында шундай йорттарҙың хеҙмәт итеү срогы 2-3 быуат тәшкил итә. Шибамдың иң боронғо йорто 1609 йылда төҙөлгән, йорттарҙың күп өлөшө 1880.йылдан алып 1915 йылдарҙа төҙөлгән[4]

Ҡала күп тапҡыр һыу баҫыу арҡаһында емерелә. 2008 йылдың октябрендә Һадрамаутта, атап әйткәндә, Шибамала көслө ташҡын була, ул ҡала йорттарының өлөшөн емерә һәм бер нисә тиҫтә кешенең ғүмерен өҙә[4]

  • Густерин П. В. Йеменская Республика и её города. М.: Международные отношения, 2006.
  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4
  1. 1,0 1,1 1,2 http://whc.unesco.org/en/list/192
  2. 2,0 2,1 Helfritz, Hans (April 1937), "«Land without shade»", Journal of The Royal Central Asian Society Т. 24 (2): 201-16 
  3. Сайт всемирного наследия
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Достопримечательности и города Йемена. Шибам, Хадрамаут // Йеменский клуб, ноябрь 2008
  5. 5,0 5,1 Old Walled City of Shibam, UNESCO World Heritage Centre
  6. Shipman, J. G. T. (June 1984), "«The Hadhramaut»", Asian Affairs Т. 15 (2): 154-62