Шкумбини

Шкумбини
алб. Shkumbini
Шкумбини йылғаһы Либражд менән Эльбасан ҡалалары араһында.
Шкумбини йылғаһы Либражд менән Эльбасан ҡалалары араһында.
Характеристика
Оҙонлоғо 181 км
Бассейн 2376 км²
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар 40°52′58″ с. ш. 20°34′54″ в. д.HGЯO
Тамағы Адриатик диңгеҙ
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 41°02′23″ с. ш. 19°26′34″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Ил Албания Албания
Шкумбини (Албания)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы
Шкумбини Викимилектә

Шку́мбини (алб. Shkumbini) — үҙәк Албания буйлап ағып,  Адриатик диңгеҙгә ҡоя торған йылға. Был йылға Албания халҡын ике төрлө диалектта һөйләшеүсе ике төркөмгә айыра: йылғаның төньяғында — албан теленең гег диалекты, көньяғында  тоск диалекты таралған.


Йылға Охрид күленән көньяҡ-көнбайышта, Поградец районының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә тауҙарҙа башлана. Йылға тәүҙә төньяҡҡа ҡарай, унан һуң төньяҡ-көнбайышҡа табан аға, артабан Либрадж ҡалаһы эргәһендә көнбайышҡа борола, шунан Эльбасан ҡалаһы янында тигеҙлеккә сығып, Адриатик диңгеҙгә ҡоя.

Һыуҙың уртаса ағымы — 70 м³/сек, көҙ һәм ҡыш ташҡын була, йәй һыуы — уртаса кимәлдә. Йылғаның һыуы баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн тотонола.