Шорт-трек (ингл. Short track speed skating, рус. Скоростной бег на коньках на короткой дорожке)— спорттың конькиҙа йүгереү төрө. Ярыштарҙа бер нисә спортсы оҙонлоғо 111,12 метр булған оҙонса түңәрәктәге боҙҙа бер юлы ярыша (ҡағиҙә булараҡ 4-5 спортсы: дистанция ни тиклем оҙон булһа, ярышыусыларҙың һаны ла шул тиклем күберәк була).
Шорт-трек өсөн боҙ юлы, ҡағиҙә булараҡ, ғәҙәти хоккей майҙансығында урынлаша. Боролоштарҙың эске радиусы 8 метр, ике боролоштоң араһы — 28,85 метр. 111,12 метр үлсәмендәге ара дистинцияны түңәрәктең эске ситенән 0,5 метрға ситкә китеп иҫәпләүҙән килеп сыға. Спортсылар сәғәт теле әйләнешенә ҡаршы шыуа. Ҡыҫҡа дистанцияларға ярыштар ваҡытында конькиҙа йүгереүсе «таҙа» боҙҙа борола алһын өсөн һәр уҙышта трассаны старт һыҙығы менән бергә бер аҙ икенсе урынға күсерәләр (фотофиниш аппаратураһы ҡуйылған финиш һыҙығына ғына күсереп ҡуйыу ҡағылмай). Дистанция оҙон булһа — һәр уҙыштан һуң майҙансыҡҡа боҙ өҫтөн таҙартыу машинаһы сығарыла.
Уҙыштар 500, 1000, 1500 һәм 3000 метрлыҡ дистанияларҙа үткәрелә.
Эстафета ваҡытында ҡатнашыусыләр теләгән бер мәлдә бер-береһен алмаштыра ала, әммә был һуңғы ике түңәрәктә рөхсәт ителмәй. Шул уҡ ваҡытта спортсы, эстафетаны тапшырғандан һуң, иптәшен еңелсә этеп ебәрә ала. Тайып йығылған спортсыны теләһә ниндәй ваҡытта алмаштырып була (шул иҫәптән һуңғы түңәрәктәрҙә лә). Ир-егеттәрҙә эстафета оҙонлоғо 5000 метрға тиң, ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 3000 метр.
Күпбәйге дүрт дисциплинанан тора: 500 м (4,5 түңәрәк), 1000 м (9 түңәрәк), 1500 м (13,5 түңәрәк), 3000 метр (27 түңәрәк).
Уҙыш үтә тығыҙ көрәштә үтеүгә бәйле шорт-трек ҡағиҙәләре бик ҡаты. Атап әйткәндә, түбәндәгеләр тыйыла:
Әгәр конькиҙа йүгереүсе башҡаларҙан бер түңәрәккә артта ҡалһа, ул түңәрәктең эске ситенә яҡын юлды уны уҙып барыусыға бирергә бурыслы. Әгәр конькиҙа йүгереүсе ике түңәрәккә артта ҡалһа, ул дистанциянан сығырға тейеш (иҫкәрмә: уны уҙып барыусы үтә яҡын булмаһа). Хәйер, судьялар ҡарары буйынса дистанциянан сыҡҡан спортсыны финал квалификацияһына индерлергә мөмкин (мәҫәлән, әгәр уны бәрелеп ҡолатһалар).
Шорт-тректа коньки (клин) ботинка менән ныҡ итеп берләштерелә (клап-скейттар ҡулланыу тыйыла). Лезвиеһы ботинка уртаһына ҡарата саҡ ҡына һулға шылдырылған була — был сифат боролошто ботинканы ергә тейҙереп тигәндәй шыуып үтеү мөмкинлеген бирә, шулай уҡ лезвие оҙонса түңәрәк формала һәм уның бер башы бер ни тиклем бөгөлгән. Һул бирсәткәнең бармаҡ остарына йәбештерелгән, махсус таҫма кәрәк булғанда боҙға таяныу мөмкинлеген бирә. Башҡа төрлө кәрәк-яраҡтар: шлем, яраларныуҙан һаҡлаусы комбинезон, муйын протекторы, һаҡлағыстар.
Конькоҙа йүгереү спорты өсөн махсуслаштырылған стадион кәрәк (халыҡ-ара ярыштарҙа юл оҙонлоғо 400 м була), оҙонлоҡҡа бындай стадион футбол яланынан ҙурыраҡ. Шорт-трек — конькиҙа йүгереү спорты өсөн махсус билдәләр ҡуйылған ғәҙәти хоккей «ҡумтаһы» талап ителә.
XX быуат башында АҠШ-та һәм Канадала конькиҙа йүгереүҙең яңы, ябайыраҡ төрө барлыҡҡа килә. 1967 йылда Халыҡ-ара конькиҙа йүгереүселәр союзы (ISU) Шорт-тректы үҙ ҡанаты аҫтында ала, тик 1976 йылға[1] тиклем донъя чемпионаты ярыштарын үткәрелмәй. Донъя чемпионаттары 1981 йылдан алып үткәрелә башлай (унан алдағы ярыштарҙа ла һуңыраҡ ошо статусты ала). Шорт-трек буйынса беренсе Европа чемпионаты 1997 йылда[2] Мальмёла (Швеция) үткәрелә. 1999 йылдан алып Донъя кубогы ярыштары үтә башлай. 1988 йылда Калгарила булып үткән олимпия уйындарында шорт-трек күрһәтмә спорт төрө булараҡ тәҡдим ителә. Ул тик 1992 йылда ғына тулыһынса олимпия уйындары ғаиләһенә ҡабул ителә, шул ваҡыттан алып Олимпиадаларҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә. Ванкуверҙа шорт-трек буйынса 8 комплект олимпия миҙалдары уйнатыла.
Рәсәйҙә шорт-трек 1985 йылда Беллунолағы (Италия) Универсиадала ҡатнашыуҙан башлана. СССР-ҙың тәүге чемпионаты 1988 йылда үткәрелә. Шорт-трек үҙенең тыуған иле — АҠШ-та һәм Канадала — шорт-трек классик конькиҙа йүгереү спортына ҡарағанда нығыраҡ популяр.
2014 йылғы Сочиҙа булып үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында Виктор Ан (Ан Хён Су) өс алтын миҙал яулай: 1000 һәм 500 метрлыҡ ике шәхси уҙышта һәм өсөнсөһөн 5000 метрлыҡ эстафетала. Шулай итеп, Виктор Ан шорт-трек буйынса берҙән-бер алты тапҡыр олимпия чемпионы булған спортсы.
Дистанция | Атлет | Милләте | Дата | Ҡала | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|---|
500 м | Джон Роберт Цельский | АҠШ | 21 октября 2012 | Калгари, Канада | 39.937 |
1000 м | Ван Дае Хеонг | Корея Республикаһы | 12 ноября 2016 | Солт-лейк-Сити, США | 1:20.875 |
1500 м | Но Джин Гю | Корея Республикаһы | 10 декабря 2011 | Шанхай, Китай | 2:09.041 |
3000 м | Но Джин Гю | Корея Республикаһы | 19 марта 2011 | Варшава, Польша | 4:31.891 |
5000 м (эстафета) | Канада* | Канада | 19 октября 2012 | Калгари, Канада | 6:30.958 |
* Канаданың Милли йыйылма командаһы: Шарль Амлен , Франсуа Амлен , Майкл Гилдей и Оливье Жан. |
Дистанция | Атлет | Милләте | Дата | Ҡала | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|---|
500 м | Элиз-Виктория Кристи | Бөйөк Британия | 14 ноября 2016 | Роттердам | 0:42.335 |
1000 м | Молти Валери | Канада | 21 октября 2012 | Калгари, Канада | 1:27.653 |
1500 м | Чжоу Ян | ҠХР | 9 февраля 2008 | Солт-Лейк Сити | 2:16.729 |
3000 м | Чон Ын Джу | Корея Республикаһы | 15 марта 2008 | Харбин, Китай | 4:46.983 |
3000 м (эстафета) | Республика Корея* | Корея Республикаһы | 17 ноября 2013 | Коломна, Россия | 4:06.215 |
* Корея Республикаһының Милли йыйылма командаһы: Сим Сок Хи, Ким А Ран, Чо Хэ Ри и Пак Сын Хи. |