Шумерҙар

Шумерҙар
Нигеҙләү датаһы Б. э. т. XLV быуат
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Барлыҡҡа килгән Шумер
Ҡулланылған тел шумерский язык[d]
Тамамланыу датаһы б. э. т. 1900
Урынлашыу картаһы
Эшнуннанан Адорант. Б.э.т. 2750—2600 йылдар

Шумерҙар (шум. sag-gig-ga «ҡарабаштар») — боронғо Көньяҡ Месопотамияның шумер телендә һөйләшкән халҡына фәнни әҙәбиәттә бирелгән атама;  кешелек тарихындағы тәүге цивилизацияларҙың береһе — Тигр һәм Евфрат үҙәнендә цивилизация барлыҡҡа килеүҙе ғәҙәттә шумерҙар менән бәйләйҙәр. Был милли төркөмдөң барлыҡҡа килеүе һәм шумер теленең туғанлыҡ бәйләнештәре ҙур тарихи проблеманың бер өлөшө булып тора, фәнни әҙәбиәттә ул  «шумер проблемаһы» тип йөрөтөлә.

«Шумерҙар» этнонимы  —  Месопотамияның шумер телендә һөйләшкән боронғо семит булмаған халҡын билдәләү өсөн  ҡулланылған фәнни абстракция.  «Шумерҙар» үҙҙәрен күршеләрендәге  семит төркөмөнә ҡараған аккадтарҙан аныҡ айырмай: тегеләре лә, былары ла үҙҙәрен «ҡарабаштар» (шум. sag-gig-ga, аккад.ак. șalmat qaqqadim) тип йөрөтә. Атама боронғо ассирий  батшаларының «Шумер һәм Аккад батшаһы» тигән титулындағы ил атамаһынан алынған.  Месопотамияның семит телле халыҡтары — аккадтар, бабилдар һәм боронғо ассирийҙар — үҙҙәренең телен  «аккад теле» тип йөрөткәс, икенсеһен тикшеренеүселәр баштан уҡ «шумер теле» тип, ә ул телдә һөйләшеүселәрҙе  «шумер» тип атап алып киткән.

Шумерҙарҙың сығышы ҡатмарлы ғилми проблема һанала. «Шумер мәсьәләһе» XIX быуат аҙағында Ф. Вайсбах тарафынан күтәрелә. Башта күп тикшеренеүселәр «шумер тәүватанын» эҙләү менән мәшғүл була. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны Ғәрәбстанда (У. К. Лофтус), Эламда (Г. Франкфорт, Э. Перкинс) булған тип һанай, ҡайһы берәүҙәр Хараппа цивилизацияһы менән бәйләй.

XX быуат уртаһынан шумер проблемаһын тикшереүселәр лингвистика өлкәһенә ныҡлап инеп китә. Башлыса шумер теленең генетик бәйләнештәрен эҙләү менән булалар. Телдең ике тапҡыр боҙолоуға дусар булыуы эҙләнеүҙәрҙе ҡатмарлаштыра: беренсенән, шумер шына яҙыуы уның өсөн бөтөнләй ят булған аккад теле аша сиселгән, икенсенән, аккад теле үҙ сиратында уға туғанлығы булмаған башҡа телдәр, атап әйткәндә боронғо грек теле аша сиселгән. Шумер телен Евразияның күп телдәре менән бәйләгән гипотезалар ҡуҙғатыла, әммә уларҙың береһе лә дөйөм танылыу алмаған.

Шумерҙар үҙҙәре мифтарында кешелектең тәүватаны тип Дильмун утрауын атай, уның тасуирламаһында алтын быуаттың һәм юғалтылған йәннәттең архетипик һыҙаттары бар. «Дильмун» топонимы тарихи осор текстарында ла осрай һәм хәҙерге Бахрейн менән бәйләп ҡарала, ләкин Бахрейндағы месопотам табылдыҡтары шумер табылдыҡтарынан йәшерәк. Икенсе яҡтан, һуңғы ваҡыттағы геологик һәм археологик тикшеренеүҙәр плейстоцен дәүерендә Фарсы ҡултығы Һинд океаны һыуҙары менән баҫылғанға тиклем уның урынында бик ҙур оазис (Gulf Oasis тигән исем бирелгән) булғанлығын ишаралай, әммә материал етешмәгәнлектән параллелдәр үткәреү әлегә мөмкин түгел.

Шумер теле — агглютинатив тел, һүҙ үҙгәртеү һәм һүҙ яһалыу аффикстар ҡушыу юлы менән башҡарыла (башҡорт телендәге кеүек). Агглютинация урал, алтай, филиппин, дравид телдәренә, басктар теленә, ҡайһы бер индей телдәренә һ.б. хас. Ҡылым актанттарын кодлаштырыу стратегияһы буйынса шумер теле эргатив булып тора, йәғни уның грамматикаһында, номинатив төҙөлөшлө телдәргә хас булғанынса, субъект менән объектты ҡаршы ҡуйыу түгел, ә агенс (эш-ғәмәлде башҡарыусы) менән пациенсты (эш-ғәмәлде йөрөтөүсе) ҡаршы ҡуйыу өҫтөнлөк итә. Был үҙенсәлек кавказ халыҡтары, бурушаски, баск, папуас, австралий, чукот-камчат, эскимос-алеут, индей телдәренә хас. Фонология бик дөйөм һыҙаттарҙа ғына тергеҙелгән. Исем кластарға бүленгән, һан (1 берлек һәм 6 күплек), килеш (бөтәһе 9) һәм эйәлек категорияларына эйә булған. Ҡылымдың зат, һан, класс, төр, һөйкәлеш һәм ориентация категориялары булған. Һөйкәлештәр һаны 12 булған. Шумер телендә һүҙҙәр тәртибе — SOV (эйә — тултырыусы — хәбәр). Ике диалект булғаны билдәле: эме-гир һәм эме-саль.

Хәҙерге тикшеренеүселәр Түбәнге  Месопотамияла  убейдҡа тиклемге дәүерҙә  (йәғни б.э.т.  VI—V мең йыллыҡтарҙа) кеше йәшәүен шик аҫтына алмай; әммә бында йәшәүселәр араһында  шумерҙарҙың ата-балалары булғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡлау әлегә мөмкин түгел.  Яҡынса VI мең йыллыҡтан төбәктең Үҙәк һәм Үрге  Месопотамиянан, бәлки, Эламдан  һәм Көнсығыш Урта диңгеҙ буйынан килеүселәр тарафынан алыныуын раҫлаған дәлилдәр табылған. 

Убейд осоронда (сама менән б.э.т. V мең йыллыҡ  —  IV мең йыллыҡтың башы) Түбәнге  Месопотамия иҡтисади күтәрелеш кисерә. Ирригация ҡулланыла, ауыл хужалығы дәррәү үҫә, халыҡ һаны йылдам арта. Убейд заманындағы Түбәнге  Месопотамия халҡының этник составы асыҡланмаған, әммә ерле халыҡ араһында шумерҙарҙың ата-бабалары булыуы ла бик ихтимал. 

Урук осоронда (б.э.т.  IV мең йыллыҡ) үҫеш дауам итә. Тикшеренеүселәрҙең күбеһе был ваҡытта Түбәнге  Месопотамияла шумерҙар йәшәгәнлегендә шикләнмәй. Урук —  халколитик убейдҡа алмашҡа килгән бронза быуаты мәҙәниәте. Шумер  цивилизацияһының  төп зонаһында дәүләтселек нигеҙҙәре һалына. Б.э.т. III мең йыллыҡ башына  шумер  цивилизацияһы формалаша.

Артабанғы Тәүге династиялар осоро  (яҡынса б.э.т. XXVIII—XXIV быуаттар) —  шумер цивилизацияһының сәскә атҡан сағы. Ул Түбәнге Месопотамияла  Ки-Энги[р], Шумер үҙе) һәм Ки-Ури (һуңынан — Аккад) өлкәләрен биләй. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында урук колонияһы йәшәүҙән туҡтай, һәм  шумерҙарҙың  Ки-Уриҙан төньяҡтараҡ булыу-булмауы бәхәстәр предметы булып тора. Иртә династиялар осоронда  Түбәнге Месопотамия бер-береһе менән һуғышыуҙан туҡтамаған ҡала-дәүләттәрҙән йәки номдарҙан тора. Ур менән Урук — Шумерҙың (Ки-Энги),  Киш Ки-Уриҙың мөһим үҙәге була. Йәйрәп ятҡан Лагаш номы айырым әһәмиәткә эйә була.   Иртә династия осороноң ахырына  Шумер менән Ки-Ури номдарының күбеһе  Лугальзагеси хакимлығы аҫтында берләшә. Әммә аккад ихтилалы был  конфедерацияны тарҡата.

Борон замандарҙан шумерҙар эргәһендә көнсығыш  семиттар йәшәй. Уларҙың Түбәнге Месопотамияға килеү шарттары һәм ваҡыты тулыһынса асыҡланмаған.  Көнсығыш семиттар  Шумерҙа (Ки-Энги) әҙ һанлы, ә Ки-Уриҙа байтаҡ була. Беҙҙең эраға тиклем  XXIV быуатта Ки-Уриҙа  Аккад батшалығы барлыҡҡа килә, уның хакимдары ла, халҡы ла  семит була. Аккадтар  Шумерҙың ҡала-дәүләттәрен буйһондора. Аккад батшаларының ихтилалдарҙы баҫтырыуы һәм халыҡты ҡырыуы һөҙөмтәһендә Шумер мәҙәниәте һүнә.  Беҙҙең эраға тиклем XXII быуатта Шумер менән Аккад ерҙәре Урҙың III династияһы аҫтында берләштерелә, уның батшалары шумер мәҙәниәтен тергеҙә. Шуға ҡарамаҫтан,  ошо осрҙа  Ки-Енгир халҡының әүҙем семитлашыуы күҙәтелә: аккад теле аралашыу мөхитенән шумер телен йылдам ҡыҫырыҡлай.   

Урҙың III династияһы державаһы ҡыйратылғас, Шумер менән  Аккад ерҙәре  амориҙар ҡулына эләгә. Артабан был  территория Бабил батшалары тарафынан буйһондорола. Беҙҙең эраға тиклем  II мең йыллыҡта  шумерҙарҙың аккадтар һәм башҡа этник төркөмдәр менән буталыуы  һөҙөмтәһендә  бабил халҡы барлыҡҡа килә. 

Шумер мәҙәниәте  Яҡын Көнсығыштағы күп халыҡтарҙың мәҙәниәте үҫешенең нигеҙен тәшкил итә[1].

  1. В. И. Уколова, Л. П. Маринович. История Древнего Мира издательство = «Просвещение». — 2009. — С. 301. — ISBN 978-5-09-021721-7.
  • Антонова Е. В. Месопотамия на пути к первым государствам. — М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 1998. — 224 с.: ил. — ISBN 5-02-017934-5.
  • Бадер Н. О. Древнейшие земледельцы Северной Месопотамии. Исследования советской археологической экспедиции в Ираке на поселениях Телль Мацалия, Телль Сотто, Кюльтепе. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1989. — 368 с.: ил. — ISBN 5-02-009429-3.
  • Бардески Кьяра Децци. Месопотамия. Колыбель человечества / Пер. Т. Н. Григорьевой. — М.: Ниола-Пресс, 2008. — 128 с. — Серия «Тайны истории». — ISBN 978-5-366-00327-8.
  • Белицкий Мариан. Забытый мир шумеров / Пер. с пол. Д. С. Гальпериной. — М.: Наука, 1980. — 398 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Бибби Джеффри. В поисках Дильмуна / Пер. с англ. Н. Елисеева. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984. — 369 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Вулли Леонард. Ур халдеев / Пер. с англ. Ф. Л. Мендельсона. — М.: Изд-во восточной литературы, 1961. — 256 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Гласснер Жан-Жак. Месопотамия / Пер. с франц. Л. С. Самуйлова. — М.: Вече, 2012. — 464 с. — Серия «Гиды цивилизаций». — ISBN 978-5-9533-3403-7.
  • Гуляев В. И. Шумер. Вавилон. Ассирия: 5000 лет истории. — М.: Алетейа, 2004. — 440 с. — Серия «Сокровенная история цивилизаций». — ISBN 5-89321-112-X.
  • Дьяконов И. М. О площади и составе населения шумерского «города-государства» // Вестник древней истории. — 1950. — № 2. — С. 77—93.
  • Дьяконов И. М. Люди города Ура. Материалы и исследования. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1990. — 430 с. — Серия «Культура народов Востока». — ISBN 5-02-016568-9.
  • Емельянов В. В. Древний Шумер. Очерки культуры. — СПб.: ИЦ «Петербургское востоковедение», 2001. — 368 с. — Серия «Мир Востока». — ISBN 5-85803-161-7.
  • Заблоцка Юлия. История Ближнего Востока в древности. От первых поселений до персидского завоевания / Пер. с пол. Д. С. Гальпериной. Под ред. В. А. Якобсона. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1989. — 416 с. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • История Древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. — Ч. 1. Месопотамия / Под. ред. И. М. Дьяконова. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1983. — 534 с.: ил.
  • Канева И. Т. Шумерский язык. — СПб.: Центр «Петербургское востоковедение», 1996. — 224 с. — Серия «Orientalia».
  • Кленгель-Брандт Эвелин. Путешествие в древний Вавилон / Пер.с нем. Б. С. Святского. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1979. — 260 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Кленгель-Брандт Эвелин. Вавилонская башня. Легенда и история / Пер. с нем. И. М. Дунаевской. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1991. — 160 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Крамер Самуэл Ной. История начинается в Шумере. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1991. — 2-е изд. — 256 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Кривачек Пол. Вавилон. Месопотамия и рождение цивилизации. MV-DCC до н. э. / Пер. Л. А. Карповой.— М.: ЗАО «Центрполиграф», 2015. — 352 с.: ил. — Серия «Memorialis». — ISBN 978-5-227-06261-1.
  • Куртик Г. Е. Звездное небо древней Месопотамии. Шумеро-аккадские названия созвездий и других светил. — СПб.: Алетейя, 2007. — 744 с.: ил.
  • Кьера Эдвард. Они писали на глине. Рассказывают вавилонские таблички. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984. — 136 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Ламберг-Карловски К., Саблов Дж. Древние цивилизации. Ближний Восток и Мезоамерика / Пер. с англ. А. А. Пономаренко, И. С. Клочкова. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1992. — 368 с., ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Ллойд Сетон. Реки-близнецы. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1972. — 240 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Ллойд Сетон. Археология Месопотамии. От древнекаменного века до персидского завоевания. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984. — 280 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Нуреев Р. М. Древний Шумер: учёт как основа организации государственного хозяйства // Всемирная история экономической мысли: В 6 томах / Гл. ред. В. Н. Черковец. — М.: Мысль, 1987. — 606 с. — Т. I. От зарождения экономической мысли до первых теоретических систем политической жизни. — С. 50-53. — ISBN 5-244-00038-1.
  • Оппенхейм А. Лео. Древняя Месопотамия. Портрет погибшей цивилизации / Пер. с англ. М. Н. Ботвинника. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1990. — 320 с.: ил. — 2-е изд. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Флиттнер Н. Д. Культура и искусство Двуречья и соседних стран / Под ред. И. М.Дьяконова. — М.;Л.: Искусство, 1958. — 300 с.: ил.
  • Церен Эрих. Лунный бог / Пер. с нем. Б. Д. Каллистова. Под ред. А. А. Нейхардта. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1976. — 382 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Церен Эрих. Библейские холмы / Пер. с нем. Н. В. Шафранской. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1966. — 480 с.: ил.
  • Чабб Мэри. Город в песках / Пер. с англ. Н. Г. Коваленской. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1965. — 96 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Шумер: города Эдема / Пер. с англ. В. Хренова. — М.: Терра, 1997. — 168 с.: ил. — Серия «Энциклопедия Исчезнувшие цивилизации». — ISBN 5-300-01059-6.
  • Якобсен Торкильд. Сокровища тьмы. История месопотамской религии. — М.: Изд. фирма «Восточная литература», 1995. — 293 с. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока». — ISBN 5-02-016601-4.