Батырхан Шүкенов ҡаҙ. Батырхан Қамалұлы Шүкенов | |
![]() | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тулы исеме |
Батырхан Камал улы Шүкенов |
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Ҡыҙыл Урҙа, Ҡаҙаҡ ССР-ы[1], СССР |
Үлгән | |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
йырсы. |
Әүҙем йылдары |
1982 — 2015 |
Йырлау тауышы |
лирик тенор |
Инструменттар | |
Жанрҙар | |
Псевдонимдар |
Батыр |
Коллективтар | |
Хеҙмәттәшлек |
Еркеш Шакеев, Алла Пугачева, Роза Рымбаева, Павел Есенин, Байгали Серкебаев, Булат Сыздыков, Валерий Меладзе, Леонид Агутин, Морат Насыров |
Наградалар |
![]() |
batyr.net | |
![]() | |
Батырхан Камал улы Шүкенов (ҡаҙ. Батырхан Қамалұлы Шүкенов; 18 май 1962 йыл, Ҡыҙыл Урҙа, Ҡаҙаҡ ССР-ы[1] — 28 апрель 2015 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — танылған Ҡаҙағстан һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, музыкант, саксофонсы, композитор, шағир[2]. Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010)[3][4]. Ҡаҙағстанда ЮНИСЕФ-тың Яҡшы теләк илсеһе (2009—2015)[5][6]. Билдәле ҡаҙаҡ-рәсәй «А’Студио» төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм солисы, был төркөм составында киң популярлыҡ яулай (1987—2000)[7][8][9]. 2000 йылдың көҙөндә, төркөмдән киткәндән һуң, янғыҙы йырлай башлай[7].
Батырхан Камал улы Шүкенов 1962 йылдың 18 майында Ҡаҙаҡ ССР-ның Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһында экономистарҙың дүрт балалы ғаиләһендә тыуған[10]. Атаһы — Камал Шүкен улы Шүкенов (1935), иҡтисадсы[11]. Атаһы — ҡаҙаҡ, әсәһе үзбәк милләтле.
1979 йылда Ҡыҙыл Урҙалағы Н. А. Островский исемендәге 233-сө мәктәпте тамамлай[12].
Мәктәп йылдарында музыка түңәрәгенә йөрөй башлай, ә урта белем алғас, Н. К. Крупская исемендәге Ленинград дәүләт мәҙәниәт институтының саксофон класына уҡырға инә[13], унда ике йыл уҡый. Уға саксофон серҙәрен бар донъяға танылған саксофонсы Геннадий Гольштейн менән сакс-тенорист Владимир Рабик төшөндөрә[14].
1981 йылда Шүкенов Ҡурманғазы Сағырбаев исемендәге Алматы дәүләт консерваторияһының инструменталь башҡарыу факультетының саксофон класына күсә[2].
1982 йылда, консерваторияла уҡығанда, Алматыла музыканттар Байғали Серкебаев, Булат Сыздыҡов һәм Владимир Миклошич менән таныша, улар Батырханды Ҡазағстандан ситтә лә билдәле булған «Арай» төркөмөнә саксофонсы итеп саҡыра. Ул ваҡытта «Арай» Ҡаҙаҡ ССР-ның танылған йырсыһы Роза Рымбаева менән эшләй. Коллектив составында Шүкенов үҙен альт—тенор-саксофон оҫтаһы итеп таныта, инструменталь джаз әҫәрҙәрен башҡарып, 1983 йылда VII Бөтә Союз эстрада артистары конкурсында лауреат була[2].
1985 йылда Алматы дәүләт консерваторияһын тамамлай.
1985—1986 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә[2].
1987 йылда музыканттар «Арай» төркөмөнән китә, һәм «Алма-Ата» тип исемләнгән яңы төркөмдәрен төҙөй. Ошо ваҡыттан Шүкенов, саксофонда уйнауҙан тыш, йырлай башлай. Бер йылдан һуң төркөм «Мелодия» фирмаһында беренсе «Путь без остановок» альбомын сығара, һигеҙ йырҙың икәүһе — ҡаҙаҡ телендә, барыһын да Батырхан Шүкенов башҡара. Төркөм исемен «Алма-Ата Студио» тигәнгә алмаштыралар, ә Шүкенов коллективтың фронтменына әүерелә[15][16][17].
1989 йылда музыканттар бөтә Союзға билдәле булып киткән «Джулия» йырын яҙа. Төркөм менән Алла Пугачева таныша, һәм шунда уҡ уны Ҡаҙағстандан Мәскәүгә, үҙенең Йыр театрына саҡыра. «Раштыуа осрашыуҙарында» ҡатнашҡандан һуң, «А’Студио» төркөмө билдәлелек яулай[18]. Төркөмдөң көнитмеше үҙгәрә: тығыҙ гастролдәр графигы, пластинкалар сығарыу, Шүкенов башҡарыуындағы яңы үҙенсәлекле «Джулия», «Белая река», «Стоп, ночь», «Солдат любви», «Эти теплые летние дни», «Нелюбимая» һ. б. йырҙары. Төркөм гастролдән башҡа күп ваҡытын Мәскәүҙә үткәргәс, тамашасы тарафынан Рәсәй төркөмө итеп ҡабул ителә. Алла Пугачеваның Йыр театрында «А’Студио» музыканттары 1989—1994 йылдарҙа хеҙмәт итә[2]. Шүкенов әйтеүенсә, улар Пугачева менән «ысын дуҫ» була, «йыш ҡына ҡунаҡҡа барып, музыка, тормош тураһында фекерләштек, һүрәт төшөрҙөк…», ә Батырханды «улым» тип йөрөткән[19].
2000 йылдың көҙөндә Батырхан Шүкенов төркөмдән китеп[7], этник музыкаға кире ҡайта, «Батыр» исеме аҫтында үҙ аллы ижад итә. Яңы репертуары өсөн йырҙарҙы Павел Есенин яҙа[17].
2002 йылда Шүкенов ҡаҙаҡ телендәге тәүге үҙ аллы йырлаған «Отан ана» («Тыуған ер») альбомын сығара[20].
2007 йылда Алматыла Республика һарайында үткән концерты һәм видеоклиптар яҙылған «Батыр Live» DVD-альбом релизы үтә.
2007—2015 йылдарҙа Батырхан Шүкенов Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаевтың мәҙәниәт буйынса советнигы була[21][22].
2009 йылдың 20 ноябрендә, Балалар хоҡуҡтары тураһындағы БМО Конвенцияһының 20 йыллығын билдәләгәндә, Шүкенов ЮНИСЕФ-тың Ҡаҙағстандағы Милли яҡшы теләк илсеһе тип иғлан ителә[5][6].
2010 йылда Шүкенов «Осторожно, милая девушка!» тип аталған дүртенсе альбомын сығара. Рәсәй журналисы һәм музыка тәңкитсеһе Гуру Кен әйтеүенсә, Шукенов — «еңелсә репертуарҙан интеккән ҙур артист»[23].
Шул уҡ йылда «Всё пройдёт…» альбомы сыға.
2010 йылдың 7 декабрендә Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Н. Ә. Назарбаев ҡарары менән Батырхан Шүкеновҡа «Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеме бирелә[3].
2013 йылда Шукеновтың һуңғы «Душа» исемле альбомы сыға[20]. Шул уҡ ваҡытта йырсы «Россия-1» телеканалы үткәргән «Тере тауыш» музыкаль телешоу еңеүсеһе була[22].
2015 йылда Шүкенов «Россия-1» телеканалы үткәргән «Один в один!» музыкаль телевизион шоуында ҡатнаша. Май айында телепроект финалында йырларға тейеш була, әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, сығыш яһай алмай[24][25]. Үлгәндән һуң, төп еңеүсе менән бер рәттән, шоу еңеүсеһе тип таныла.
2015 йылдың 28 апрелендә яҡынса 23:00 сәғәттә (йырсы директоры Руслан Магомедов әйтеүенсә[26]) Батырхан Шүкенов 52 йәшендә Мәскәүҙә үҙ фатирында инфаркттан үлеп ҡала[27][28][29][30].
2015 йылдың 29 апрелендә Мәскәүҙә йырсы менән хушлашыу үтә[31]. Алматы ҡалаһында был ваҡытта меңләгән халыҡ Республика һарайы алдындағы майҙанда йыйылып, кискә тиклем уның йырҙарын йырлай[32].
Батырхан Шүкенов Алматы ҡалаһының «Кена—2» зыяратында ерләнгән[33][34].
Батырхан Шүкенов Валерий Меладзеның «Сэра», «Странница осень», «Рассветная», Морат Насыровтың «Кто-то простит», Иракли менән «Так не бывает» (саксофонда уйнай) йырҙарын яҙыуҙа ҡатнаша[35].
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |