Шәйех-үл-Ислам

Шәйех-үл-Ислам
Шәйех-үл-Ислам
Рәсем
Зат ир-ат
Культура Ислам
 Шәйех-үл-Ислам Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

« Шәйех-үл-Ислам портреты». Рәссам Һөсәйензадә Әли бәй Һөсәйен улы (әзерб. Hüseynzadə Əli bəy Hüseyn oğlu.

Шәйех-үл-Ислам (ғәр. شيخ الإسلام‎, әзерб. Şeyxülislam, төр. Şeyhülislam) — Ислам дәүләттәренең ҡайһы берҙәрендә Ислам мәсьәләләре буйынса иң юғары вазифалы кеше титулы .

Титул Ислам фиҡһ традицияларын ентекле белгән, яңы нормаларға, элек осрамаған мәсьәләләргә ҡарата ҡуллана белгән дин белгестәренә бирелгән. Шулай уҡ шәйех-үл-Ислам юғары әхлаҡҡа һәм өммәттә ҙур абруйға эйә булырға тейеш.

Шәйех-үл-Ислам титулы ҡайһы бер ислам йәмғиәттәрендә юғары судья вазифаһын аңлата (ҡаҙый).

янысарҙар башлығы Рәйес Әфәнде (төрөк литографияһы)

Ғосман империяһында шәйех-үл-Ислам титулы сөнниҙәрҙең башлығы булараҡ яҡынса гректарҙың Константинополь патриархы дәрәжәһе кимәлендә булған.

Төркиәнең Бөйөк Милли мәжлесе саҡырылышынан һуң, 1920 йыл, абруйлы шәйех-үл-Ислам ғосман институты дин эштәре буйынса комитетҡа урынын бирә.

1980 йылда Аллаһшөкөр Һүммәт улы Пашазадә (әзерб.  Allahşükür Hümmət oğlu Paşazadə) Кавказ аръяғы мосолмандарының диниә назараты рәйесе итеп һайлана һәм шәйех-үл-Ислам исеме ала .2003 йылда уға был дәрәжә ғүмерлеккә бирелә.

  • Шәйхулисламов

Шәйех-үл-Исламдар исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Борһанетдин әл-Маргинани
  • Ғизетдин ибн Абдуссәләм
  • Зәкәрийә әл-Ансари
  • Әбү Абдуллаһ әл-Куртуби
  • Абдуллаһ әл-Ансари
  • Әбү Исхаҡ әш-Ширази
  • Ибн Һәжәр әл-Хайтами
  • Мөхитдин ән-Нәүәүи
  • Абдул-Кәрим әл-Ҡушайри
  • Тажетдин әс-Субки
  • Ибн Һәжәр әл-Әсҡәләни
  • Әбү Бәкер әл-Байхаҡи
  • Ибн Таймия
  • Список шейх-аль-Исламов Османской империи