Ылымыҡтар

Ылымыҡтар
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Algae[1]
Ҡайҙа өйрәнелә Альгология
 Ылымыҡтар Викимилектә
төркөмө

Йәшел ылымыҡ Ульва (Ulva lactuca)
Исеме

Ылымыҡтар

Атамаһының статусы

Устаревшее таксономическое

Латинса исеме

Algae

Өҫтәге таксон

Өҫ домен Биота (Biota)

Вәкилдәре
Викиһаҡлағыста рәсемдәрВикиһаҡлағыста рәсемдәр



Ылымыҡтар (Algae) — күбеһенсә һыу мөхитендә йәшәгән ябай төҙөлөшлө споралы үҫемлектәр.

Альгология (лат. Algae, лат. аlga — ылымыҡ һәм грек. λογοσ — фән)  — бер күҙәнәкле, күп күҙәнәкле макро-һәм микроскопик ылымыҡтарҙың морфологияһы, физиологияһы, генетикаһы, экологияһы, эволюцияһы тураһында фән. Ботаника фәненең бер бүлеге.

  • Йәшәү мөхите:Ылымыҡтарға һыу мөхитендә йәки дымлы урындарҙа тереклек итеүсе төрлө (гетероген) экологик төркөмдәргә кергән организмдар ҡарай.Диңгеҙҙәрҙә, сөсө һәм тоҙло һыу ятҡылыҡтарында, эҫе сығанаҡтарҙа, тупраҡта һәм башҡа ерҙәрҙә тереклек итәләр.
  • Туҡланыу буйынса: фотоавтотрофтар.
  • Йәшәү формалары: бер күҙәнәклеләр, колониаль йәки күп күҙәнәкле еп, йәймә (пластинка) рәүешендәге организмдар.
  • Төрҙәр һаны:Яҡынса киң таралған 30 мең төрө билдәле.. Башҡортостан Республикаһында яҡынса 700 төр һыу һәм 500 төр тупраҡ ылымығы бар.

Систематикалағы урындары буйынса төрлө бүлектәргә ҡарайҙар. Бәшмәктәр менән симбиозға кереп бөтөнләй яңы бүлек  — лишайниктарҙы (лихенология) барлыҡҡа килтергәндәр.

Ылымыҡтарҙы өйрәнеү бик мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора.Бигерәк тә, марикультура, балыҡсылыҡ һәм диңгеҙ экологияһы буйынса белгестәр әҙерләү буйынса.

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ылымыҡтар төркөмөнә эукаоиоттарҙан эвгленаларҙы (хлоропластары бар) индерәләр. Систематика буйынса улар Хайуандар батшалығында айырым тип (Ҡамсылылар йәки эвгленозойҙар) вәкилдәре булып торалар.

Прокариоттар төркөмөндә күкһел йәшел ылымыҡтар (бактериялар) тигән төркөм бар.

Ҡәҙимге ылымыҡтар — Үҫемлектәр батшалағы вәкилдәре.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ылымыҡтарға сығыштары төрлө булған организмдарҙы индерәләр. Башта таксон атамаһы урынына ҡулланылһа, хәҙер ул был статусын юғалтҡан.Был төркөмгә ингән организмдарҙы берләштереүсе билдәләр булып:

  • хлорофиллдары булыуы һәм фотоавтотроф туҡланыу ысулы тора;
  • бер күҙәнәк һәм күп күҙәнәкле еп йәки йәймә формаһында формаһында тереклек итәләр;
  • Бер күҙәнәклеләре үҙ-ара плазмодесмалар менән тоташып йәки уртаҡ лайла эсендә колониялар барлыҡҡа килтерә алалар.
  • күп күҙәнәклеләренең тәне (талломы, йәки ҡатламы) туҡымаларға һәм органдарға махсуслашмаған;
  • үткәреүсе, япҡыс туҡымалары бөтөнләй булмауы булмауы;
  • Һыу мөхитендә йәки дымлы урындарҙа тереклек итеүҙәре (тупраҡ һәм башҡа дымланып торған яҡты урындар).
  • ҡайһы берҙәре миксотрофлыҡҡа һәләтле, йәғни гетеротроф туҡланыу юлын да файҙаланалар (әҙер органика менән дә туҡланалар);
  • тәндәренең өҫкө йөҙө аша (осмос) туҡланалар.
  • ҙурлыҡтары (кокколитофоридтар., ҡайһы бер диатомейҙар) алып 30-50 м-ҙан ашырға (көрән ылымыҡтар— ламинария, макроцистис, саргассум) мөмкин.
  • Домен Эукариоттар (Eucaryota)
    • Батшалыҡ Үҫемлектәр (Plantae)
      • Аҫбатшалыҡ Biliphyta
        • Бүлек Глаукофит ылымыҡтар (Glaucophyta)
        • Бүлек Ҡыҙыл ылымыҡтар (Rhodophyta)
      • Аҫ батшалыҡ Йәшел үҫемлектәр (Viridiplantae)
        • Бүлек Йәшел ылымыҡтар (Chlorophyta)
        • Бүлек Хара (Charophyta)
    • Батшалыҡ Хромистар (Chromista)
      • Аҫ батшалыҡ SAR йәки Harosa
        • Өҫ бүлек (надтип) Страменопилдар (Stramenopiles) йәки Гетероконттар (Heterokonta)
          • Бүлек Охрофит ылымыҡтар (Ochrophyta)
            • Класс Көрән ылымыҡтар (Phaeophyceae)
            • Класс Һары йәшел ылымыҡтар (Xanthophyceae)
            • Класс Алтынһыу ылымыҡтар (Chrysophyceae)
          • Бүлек Диатом ылымыҡтар (Bacillariophyta)
        • Надтип (Өҫ бүлек) Альвеоляттар (Alveolata)
          • Тип (Бүлек) Miozoa
            • Өҫ класс Динофлагелляттар (Dinoflagellata)
        • Өҫ тип (өҫ бүлек) Ризарийҙар (Rhizaria)
          • Тип (Бүлек) Церкозойҙар (Cercozoa)
            • Класс Хлорарахниофит ылымыҡтар (Chlorarachnea =Chlorarachniophyceae)
      • Подцарство Hacrobia
  • Бүлек Криптофит ылымыҡтар (Cryptophyta)
  • Бүлек Гаптофит ылымыҡтар (Haptophyta)
  • Ботаника. Курс альгологии и микологии. — М., 2007.
  • Водоросли и лишайники. Под ред. М. М. Голлербах. — М., 1977.
  • Гарибова Л. В. и др. Низшие растения. — М., Изд-во Моск. ун-та, 1975.
  • Горбунова Н. П. Альгология: Учеб. пособие для вузов по спец. «Ботаника». — М.: Высш. шк., 1991. — 256 с.
  • Дьяков Ю. Т. Введение в альгологию и микологию — М.: МГУ, 2000. — 192 с.
  • Жизнь растений. В 6-ти т. Т. 3. Водоросли, лишайники / Под ред. А. А. Федорова. — М.: Просвещение, 1977. — 487 с.
  • Курс низших растений: Учебник для студентов ун-тов / Великанов Л. Л., Гарибова Л. В. Горбунова Н. П., Горленко М. В. и др.; Под ред. М. В. Горленко. — М.: Высш. шк., 1981. — 504 с.
  • Саут Р., Уиттик А. Основы альгологии. — М.: Мир, 1990. — 597 с.
  1. https://apps.des.qld.gov.au/species-search/details/?id=22917 (ингл.)