Эдда | |
Edda | |
Төп нөхсә теле |
исланд |
---|---|
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1270 |
Эдда (бор..ислан. Edda) Скандинав мифологияһы һәм герман ауыҙ-тел ижадының төп әҫәре. Грек Одалары аналогы булып тора.
Снорри Стурлусондың «Эдда» китабы ни өсөн шулай аталыу сәбәбе билдәһеҙ.
Был һүҙҙең бер нисә этимологияһы бар.
Был этимологиялар күптән тәҡдим ителгән булған һәм сиратлап яңынан тәҡдим ителә лә, тағы кире ҡағыла[1].
Скандинав эпосы бер нисә өлөштән тора. Уға Оло Эдда һәм Кесе Эдда инә.
Епископ Бриньольв Свейнссон 1643 йылда, Стурлусон китабында тасуирланған илаһтар һәм геройҙар тураһында бер нисә йырҙан торған пергамент кодексын таба. Бриньольв, Урта быуаттарҙа халыҡ араһында ҡеүәтле күрәҙәсе булып танылған Сэмунд Мудрыйҙың әҫәрен таптым, тигән фекергә килә. Сэмандты универсаль аҡыл эйәһе тип атағандар, һәм Стурлусон үҙенең «Эдда»һында Сэмундтың әҫәренә нигеҙләнгән һымаҡ тойола. Бриньольв үҙе тапҡан кодекс исемлендә былай тип яҙған: «„Edda“ Saemundi multiscii», йәғни «Сэмунд Мудрыйҙың „Эдда“һы».
Ошо мәлдән алып «Эдда» һүҙе яңы мәғәнәгә эйә булған. Тиҙҙән ул матбуғатта ҡулланылған. Һуңынан Бриньольв тапҡан яҙмаларҙың «Эдда» атамаһына ла, Сэмундҡа ла бер ниндәй ҙә ҡағылышы булмауы асыҡлана, әммә атама уларға беркетелгән көйө ҡалған. Улар «Сэмунд Эддаһы», «Йыр Эддаһы» йәки «Оло Эдда» тип атала башлаған. Ә Снорри Стурлусондың китабы «Эдда Снорри» йәки «Кесе Эдда» тип атала[2].