Электро́н му́зыка (нем. Elektronische Musik, ингл. ябай һөйләү телендә «электроника») — киң музыкаль жанр, электрон музыкаль инструменттар һәм технологиялар (ғәҙәттә компьютерҙағы махсус программалар менән) ярҙамында яҙылған музыка . Тәүге электрон инструменттар 20 быуаттың башында барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, электрон музыка үҙ аллы жанр булараҡ 20 быуаттың икенсе яртыһында ғына нығына.
Электрон музыка электрон технологиялар һәм электромеханик музыкаль инструменттар ҡулланғанда барлыҡҡа килгән тауыштан тора[1].
Электромеханик музыкаль инструменттар эсенә телармониум, Хаммонд органы, электрогитара инә. Таҙа электрон тауышты терменвокс, синтезатор һәм компьютер кеүек инструменттар ярҙамында сығаралар.
Электрон музыка тәүҙә көнбайыш академик музыкаһына бәйле була, әммә был хәл 1960-сы йылдарҙа, осһоҙ электрон синтезаторҙар килеп сыҡҡас, үҙгәрә.
Синтезаторҙарҙың хаҡы урта кимәлгә еткәс, ябай халыҡҡа ла һатып алырға мөмкинселеге тыу, киң танылған музыканың образын үҙгәртә — синтезаторҙарҙы күп рок- һәм поп-артистар ҡуллана башлай.
Ошо ваҡыттан алып электрон музыка танылған мәҙәниәттең ғәҙәти өлөшө булып китә. Бөгөн электрон музыка үҙ эсенә төрлө стилдәге музыка төрҙәрен ала.
Тауыштарҙы яҙып алыу йыш ҡына электрон музыканы сығарыу уйына бәйле. Әммә электрон музыканы сығарыу тауышты яҙыу процессының төп маҡсаты түгел.
1857 йылда француз нәшерсеһе һәм китап һатыусы Эдуар Леон Скотт де Мартенвиль яңы ҡоролма — фоноавтографҡа — патент ала. Фоноавтограф беренсе тауыш яҙыусы аппарат, әммә йырлата алмай.
1878 йылда Америка уйлап табыусыһы Томас А. Эдисон фонографҡа патент ала. Эдисондың фонографы, Скоттың фоноафтографы кеүек үк, тауышты яҙыу өсөн цилиндрҙар ҡуллана, тик унан айырмалы рәүештә, тауышты яҙыу ғына түгел, тыңлау мөмкинлеге бар.
1887 йылда Америка уйлап табыусыһы Эмиль Берлинер диск фонографын донъяға күрһәтә.
1906 йылда Америка уйлап табыусыһы Ли де Форест электрон музыка үҫешенә ҙур йоғонто яһаған триод лампа көсәйткесен (аудион) уйлап таба, эсендә термокатодлы быяла көпшәле беренсе электрон лампа, электр сигналдарҙы сығара һәм көсәйтә ала. Электрон лампаны уйлап табыу радиотапшырыуҙар һәм электрон һанау процесстарына юл аса.
Электрон музыка барлыҡҡа килеүҙән алда уҡ, композиторҙарҙың музыка яҙғанда, яңы технологияларҙы ҡулланыу теләге була.
Механик, электрон эстәлекле бер нисә инструмент барлыҡҡа килә. Улар камилыраҡ электрон инструменттарҙың үҫешенә юл һала.
1898—1912 йылдарҙа Америка эҙләп табыусыһы Тадеуш Кахилл телармониум (ингл. Telharmonium) исемле электромеханик инструмент өҫтәндә эшләй. Әммә был инструментты ҙурлығы өсөн ҡабул итмәйҙәр: 1906 йылғы версияһы 200 тоннаға тарта, 18 кв. метрлыҡ майҙанды ала.
Беренсе электрон инструмент тип терменвокс иҫәпләнә. Терменвоксты урыҫ уйлап табыусыһы Лев Термен 1919—1920 йылда уйлап сығара. Был инструментта тауыш электр магнитлы ҡырҙа ике металлы антеннала ҡул хәрәкәтенән килеп сыға.
Беренсе электрон инструменттар рәтенә Николай Обухов 1926 йылда уйлап тапҡан тауыш тәреһе (фр. Croix Sonore), һәм 1919—1928 йылдарҙа Морис Мортено тарафынан уйлап табылған Мартено тулҡындары инә. Мартено тулҡындарын ҡулланыуҙың төп миҫалы булып Оливье Мессиандың Турангалила-симфония һ.б. уның әҫәрҙәре булып тора. Мартено тулҡындары инструментын музыка яҙыуҙа шулай башҡа композиторҙар, мәҫәлән, Андре Жоливе ҡуллана.
Италияла футуристар музыкаль эстетиканың үҙгәреүенә төрлө яҡтан киләләр. Футуристар фәлсәфәһенең төп идеяһы — «тауыш»ты баһалау һәм художестволы һәм аңлайышлы компоненттарҙы хатта мюзикл тип һанап булмай торған өндәргә урынлаштырыу.
1911 йылда итальян музыка белгесе һәм композиторы Балилла Прателла «Киләсәк музыкаһының техник манифесын» сығара, уға ярашлы футуристар кредоһы ошолай: «Күмәк кешенең, эре заводтарҙың, тимер юлдарҙың, трансатлантик лайнерҙарҙың, хәрби караптарҙың, автомобилдәрҙең һәм самолёттарҙың музыкаль күңелен күрһәтеү. Музыкаль әҫәрҙәрҙең мәңгелек төп темаларына тормоштоң бөтә өлкәһенә үтеп ингән Электр һәм техника рухын өҫтәгеҙ»
1913 йылдың 11 мартында футурист Луиджи Руссоло «Шау-шыу сәнғәте» манифесын баҫтырып сығара. 1914 йылдың 21 апрелендә Миланда «шау-шыулы сәнғәттең» беренсе концертын үткәрә. Был концертта уның шау-шыу машиналары ҡулланылған.
Ошо ун йыл эсендә күп кенә электрон инструменттар һәм улар өсөн тәүге композициялар барлыҡҡа килә.
Беренсе электрон инструмент булып 1919-20 йылдарҙа Ленинградта Лев Теремин уйлап сығарған этерофон тора, һуңыраҡ уның исеме терменвокс тип үҙгәртелә. Терменвокстың барлыҡҡа килеүе менән электрон инструменттар өсөн тәүге әҫәрҙәр барлыҡҡа килә. Был әҫәрҙәр "шау-шыу ҡуптарыусылар" әҫәрҙәренән ныҡ айырылып торған. Һәм был машиналарҙы музыкала ҡулланыу маҡсаттарының үҙгәреүенә килтерә.
1927 йылда АҠШ-тың уйлап сығарыусыһы О’Нилл (J. A. O’Neill) магнит таҫмаһын ҡулланған ҡоролма эшләй, ул тауыш яҙыу процесын яңы кимәлгә күтәрә. Әммә был ҡоролма коммерция уңышы килтермәй.
1928 йылда француз виолончелисы Морис Мартено «Мартено тулҡындары» ҡоралын уйлап таба һәм уның менән Парижда дебют яһай.
1929 йылда композитор Джозеф Шилингер терменвокс өсөн «First Airphonic Suite» сюитаһын яҙа. Тәүге тапҡыр сюита Кливленд оркестры менән бергә ишеттерелә, унда Лев Термен солист сифатында сығыш яһай. Шул уҡ йылда АҠШ композиторы Джордж Антейл үҙ ижадында тәүге тапҡыр механик инструменттар, электр шау-шыулы машиналар, моторҙар һәм көсәйткестәр өсөн партиялар яҙа. Был партияларҙы ул «Блум әфәнде» операһы өсөн яҙа, әммә уны ул бер ҡасан да тамамламай.
1930 йылда Лоуренс Хаммонд (Хэммонд) үҙенең электрон инструменттар етештереү компанияһына нигеҙ һала. Кахилл теллармониум кеүек тауыш сығарыу принцибын тормошҡа ашырған «Хаммонд органы»н киң етештереүгә тотона. Хаммонд башҡа уйлап табыуҙарҙы ла етештерә, мәҫәлән, иртә ревербератор. Хаммонд Джоном Ханертом (John Hanert) һәм Си Эн Вилльямсом (C. N. Williams) менән берлектә тағы бер электрон инструмент — «Новакорд» уйлап таба. «Новакорд» беренсе коммерция полифоник синтезаторы була. Беренсе тапҡыр «Новакорд» 1939 йылда Нью-Йоркта уҙған Бөтә донъя йәрминкәһендә халыҡҡа күрһәтелә, әммә 1942 йылда етештереүҙән сығарыла.
Был осорҙа Тристан Тцара, Курт Швиттерс, Филиппо Томмазо Маринетти кеүек музыканттар "тауыш сәнғәте" йәки Саунд-арт өлкәһендә эксперименттар үткәрә башлайҙар.
Өҙлөкһөҙ ташыуыста түбән сифатлы магнитлы яҙыу ҡоролмалары 1900 йылдан алып ҡулланыла. 1930 йылдар башында киноиндустрия фото-оптик тауыш яҙыу ысулын фильмдарҙы тауышлы итеү өсөн ҡуллана башлай. Шул уҡ ваҡытта немец AEG электроника компанияһы 1935 йылдың авгусында Берлин халыҡ-ара радиокүргәҙмәһендә күрһәтелгән беренсе магнит яҙыу аппаратын — K-1 «Magnetophon»-ды [1].
1940 йылда немец инженеры Вальтер Вебер алмаш ток менән юғары йышлыҡтағы магнитлаштырыу технологияһына патент ала, был тауышты яҙҙырыу һәм уйнау сифатын күпкә яҡшырта. 1941 йылда AEG магнитофондың (Magnetophon K4-HF) яңы моделен сығара, ул беренсе булып Веберҙың юғары йышлыҡтағы магнитлаштырыу технологияһы ҡулланыла. 1942 йылда AEG тауышты стерео форматында яҙҙырыу буйынса эксперименттар үткәрә[2].
XXI быуаттың башы электрон музыка өсөн күп төрлөлөк аша берҙәмлеккә ынтылыу менән бәйле. Таҙа стилдәр тик теорияла ғына ҡала. Тормошта һәр әҫәр тиерлек күп музыка төрҙәре элементтарында төҙөлә, альбомдарҙы тасуирлау өсөн күп составлы билдәмәләр ҡулланырға мәжбүрҙәр. 1970—1980 йылдарҙағы билдәле композицияларға техно-ремикстар төҙөү эше әүҙем бара.
Ундай эшкәртелеүгә Жарра, Space, Вангелиса, Tangerine Dream музыкаһы дусар була.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |