Элен Джонсон-Серлиф (ингл. Ellen Johnson-Sirleaf; 29 октябрь 1938 йыл) — сәйәсмән һәм 2006 йылдан Либерияның 24-се президенты, «Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары һәм хәүефһеҙлеге өсөн көрәштә һәм тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан өсөн» Тавакуль Карман һәм Лейма Гбови менән тыныслыҡ буйынса 2011 йылғы Нобель премияһы лауреаты[6]. Африка илдәрендә беренсе ҡатын-ҡыҙ президент. Джонсон-Серлиф хөкүмәтендә вице-президент — Джозеф Бокай. Үтә ҡатылығы һәм тәүәккәллеге өсөн уны «тимер леди»ға тиңләйҙәр. 2006 йылдың 16 ғинуарында үткәрелгән инаугурацияһында АҠШ-тың дәүләт секретары Кондолиза Райс менән АҠШ-тың беренсе ханымы Лора Буш ҡатнаша.
Гарвард университетының дипломын алғас, 1972 йылда Джонсон-Серлифты президент Уильям Ричард Толберт хакимиәте Либерия хөкүмәтенә финанс министры ярҙамсыһы итеп эшкә саҡыра, бында уны 3 миллион долларҙан ашыу аҡсаны урлауҙа ғәйепләйҙәр. 1980 йылда ул финанс министры булып үрләй һәм 1985 йылға тиклем Сэмюэл Доу хөкүмәтендә ошо вазифала эшләй. Республика президентын хәрби режим урынлаштырыуҙа ғәйепләп парламентта сығыш яһай һәм бының өсөн ун йылға төрмәгә хөкөм ителә. Ләкин уны тиҙҙән сығаралар һәм илдән Найробиға (Кения) ҡыуалар, ул Либерияға тик 1997 йылда Донъя банкы һәм «Citibank» иҡтисадсыһы сифатында ҡайта.
Тәүҙә сержант Сэмюэл Доуға ҡаршы көрәшкән Чарльза Тэйлор яҡлы була, һуңғараҡ 1997 йылғы президент һайлауҙа Элен Джонсон-Серлиф уға ҡарата оппозицияла була. Һайлауҙа ул тауыштарҙың 10 процентын ғына ала, ә Чарльз Тэйлорға һайлаусыларҙың 75 проценты тауыш бирә. Бер аҙҙан Чарльз Тэйлор уны илгә хыянатта ғәйепләй, сөнки Элен республика президентының абруын ҡаҡшатыу буйынса киң кампания йәйелдерә. Шул рәүешле ул үҙенә 2005 йылғы һайлауға плацдарм әҙерләй.
Президент һайлауҙың икенсе турында иң күп тауышты йыя, һәм 2005 йылдың 11 ноябрендә дәүләт комиссияһы Элен Джонсон-Серлифтың еңеүен таный.
2011 йылғы президент һайлауҙа ул был вазифаға ҡабат һайлана, тауыштарҙың 90 проценттан ашыуын ала[7][8].
Элен Джонсон-Серлифтың дүрт улы һәм алты ейәне бар, уларҙың ҡайһылары АҠШ-тың Джорджия штаты Атланта ҡалаһында йәшәй.