Эльбаның Дрезден үҙәне | |
---|---|
нем. Kulturlandschaft Dresdner Elbtal | |
![]() Дрезден һәм һыубаҫар болондар күренеше | |
Характеристикалары | |
Оҙонлоғо | 18 км |
Киңлеге | 0,5-3 км |
Урынлашауы | |
51°02′59″ с. ш. 13°48′48″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Земля | Саксония |
![]() |
Эльбаның Дрезден үҙәне (нем. Kulturlandschaft Dresdner Elbtal) — Саксонияның баш ҡалаһы Дрезденда Эльба йылғаһы үҙәненең 2004 йылда ii, iii, iv, v критерийҙары буйынса ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән участкаһы. 2006 йылда үҙән Эльба аша Вальдшлёсхен күпере төҙөү пландары арҡаһында юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында ҡалған бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә, 2009 йылда — Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенән сығарыла, өҫтәп әйткәндә, уға тиклем исемлектән бер генә объект — 2007 йылда ғәрәп антилопаһы резерваты алып ташлана[1].
0,5-3 км киңлектәге үҙән йылға буйлап төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 18 км алыҫлыҡҡа — Юбигауҙағы Август Көслө һарайынан һәм Острагехеге яландарынан Пильниц һарай-парк ансамбленә һәм Эльбалағы утрауға тиклем һуҙыла[2].
Үҙәндә 50-100 м киңлектәге (Острагехеге районынан башҡа) бер ваҡыта ла бер нимә лә төҙөлмәгән һыубаҫар болондар урынлашҡан; Пильниц янындағы утрауында килеүселәр өсөн ябыҡ ҡурсаулыҡ урынлашҡан. Үҙәнде уратып алған убаларға Эльбаның уң ярындағы битләүҙәр элек виноград үҫтереү өсөн ҡулланылған террасалар менән күтәрелә. XIX быуатта уларҙың күпселек территорияһы баҡсалары һәм парктары булған ҡала яны виллаларына әйләндерелә, әммә ҡайһы бер йөҙөм баҡсалары әле лә бар (мәҫәлән, Schönfelder Hochland һәм Elbhänge Dresden-Pirna һаҡланған өлкә, шулай уҡ Пильниц һәм Динглингерҙәге йөҙөм баҡсалары).
Йылға үҙәнендәге мәҙәни мираҫ үҙәктәренең береһе булып уның көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан Пильниц һарай-парк ансамбле тора. Комплекс 1720 йылда төҙөлә башлай, ә 1778 йылдан һуң ул курфюрст Фридрих Август III-нең йәйге резиденцияһы була. Йылға үҙәнендәге ҡайһы бер ҡасабалар үҙҙәренең тарихи структураһын һаҡлап ҡалған. Йылғаның уң ярында Дрезден ҡалаһының Лошвиц районы, һул ярында — Блазевиц районы урынлашҡан, уларҙың төҙөлөшө XIX быуаттан алып XX быуат башына тиклем үҙгәрмәгән тиерлек. Лошвиц ҡалҡыулығында уларҙы уратып алған парктар менән «эльба замоктары» тип аталған бер нисә вилла: 1850—1860 йылдарҙа төҙөлгән Альбрехтсберг замогы, Лингнер замогы, Экберг замогы (Schloss Eckberg) тора. Йоханнисфридхоф зыяратындағы (Johannisfriedhof) Толкевиц крематорийы (Krematorium Tolkewitz) һуңғараҡ осорҙо (1909—1911 йылдар) сағылдыра. Шулай уҡ сәнәғәт революцияһы осорондағы ҡайһы бер ҡомартҡылар: оҙонлоғо 280 м тәшкил иткән «Зәңгәр мөғжизә» ҡорос күпер (1891—1893), бер юллы аҫылмалы тимер юл күпере (1898—1901), шулай уҡ Дрезден фуникулёры (1894—1895) һәм Дрезден аҫылмалы юлы (1899—1901) яҡшы һаҡланған. Флотында XIX быуат аҙағы пароходтары һаҡланған (иң боронғоһо 1879 йылда төҙөлгән) Саксон пароходсылығы (Sächsische Dampfschifffahrt) йылға буйлап пассажирҙар ташый[3].
Үҙәндең мәҙәни ландшафты шулай уҡ күп һанлы ҡомартҡылары һәм парктары менән Дрездендың тарихи үҙәген үҙ эсенә ала. Урта быуаттарҙа Эльбаның һул ярында нигеҙләнгән Дрезден XVI быуаттан саксон курфюрстарының баш ҡалаһы булып тора.
1697 йылда Август Көслө Польша короле булғандан һуң, ҡала ныҡ ҡабаттан төҙөлә (реконструирован). Брюль террасаһынан башҡа иҫке нығытмалар һүтелә (Дрезденда уны «Европа балконы» тип атайҙар).
Төп ҡомартҡылар Театр майҙаны тирәләй: Дрезден замок-резиденцияһы, Ташенберг һарайы (Taschenbergpalais), Цвингер, Земпер операһы һәм Хофкирхе — Дрезден-Майсен епархияһының кафедраль соборы һәм саксон курфюрстары һәм королдәренең һарай яны сиркәүе урынлашҡан. Йылғаның уң ярында, тарихи үҙәк ҡаршыһында Нойштадт районы (Neustadt), уның территорияһында XVIII быуат Япон һарайы һәм уның эргәһендә урынлашҡан барокко баҡсалары, саксон министрлыҡтары биналары һәм XVIII һәм XIX быуаттарҙағы башҡа ҡоролмалар[3].
Үҙәндең көнбайыш өлөшөндә тағы бер Юбигау һарай комплексы (1724—1726) урынлашҡан. XVI—XVII быуаттарҙа боландар паркы булған Острагехеге районы 1902—1910 йылдарҙа ҡаланың мал базаһына һәм Европала иң алдынғы мал һуйыу урынына әйләнә, ул әлеге ваҡытта ябыҡ, әммә биналарҙың бер өлөшө реконструкцияланған һәм Дрезден күргәҙмә комплексы (Messe Dresden) булараҡ файҙаланыла.