Эмма Гольдман | |
ингл. Emma Goldman | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы (хәҙерге Литва) Каунас өйәҙе Каунас ҡалаһы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Подданлығы | |
Тормош иптәше | |
Автограф | |
Эмма Гольдман Викимилектә | |
Э́мма Го́льдман (ингл. Emma Goldman, шулай уҡ Ҡыҙыл Эмма исеме аҫтында билдәле, 27 июнь 1869 йыл — 14 май 1940 йыл) — XX быуаттың беренсе яртыһындағы Төньяҡ Американың билдәле анархизм вәкиле.
Эмма Гольдман Ковно (хәҙерге Каунас, Литва) ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған. Уның ғаиләһе ҡалала ҙур булмаған ҡунаҡхана тотҡан. Уға 13 йәш булғанда, ғаиләһе Санкт-Петербург ҡалаһына күсә. Был ваҡыт император Александр II «Халыҡ иреге» (рус. «Народная воля») вәкилдәре тарафынан үлтерелеүе һөҙөмтәһендә ойошторолған сәйәси репрессиялар осорона тура килгән. Ошо йылдарҙа йәштәр араһында революцион кәйефтәр бик популяр була һәм уның менән Эмма ла ҡыҙыҡһына башлай.
17 йәшендә Эмма апаһы Елена менән бергә АҠШ-ҡа эмиграцияға китә, бында Нью-Йорк штатының Рочестер ҡалаһындағы туҡыу фабрикаһында эшләй башлай. 1887 йылда Эмма фабрика эшсеһе Джейкоб Кершнерға кейәүгә сыға һәм америка гражданлығын ала. Чикагола Хеймаркеттағы фетнәлә ҡатнашҡан 4 анархистарҙы аҫыу тураһындағы хәбәрҙәр Эмманы америка анархистик хәрәкәткә ҡушылырға этәрә. Ул ире менән айырылыша, һәм апаһын ҡалдырып Коннектикут штатының Нью-Хейвен ҡалаһына, ә артабан — Нью-Йоркка китә. Был осорҙа сәйәси һәм социаль маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн көс ҡулланыу хаҡлығын яҡлаған Иоганн Мосттың телмәрҙәре уға ҙур йоғонто яһаған.,
Нью-Йоркта Эмма был ваҡытта АҠШ-тағы анархистик хәрәкәттең мөһим фигураһы булған Александр Беркман менән таныша. Улар башта һөйәркәләр булалар, ә артабан 1936 йылда Беркмандың үлеүенә тиклем дуҫ булып ҡалалар. Иоган Мосттың теориялары менән ҡанатланып, улар революция маҡсаттарына кәрәкле булған тура эштәр планын төҙөй башлайҙар. Гольдман һәм Беркман Хоумстедтағы бола тирәһендә булған ваҡиғаларҙа ҡатнаша. Бында эшселәр заводты баҫып ала һәм хакимиәтте ҡыуа, бынан һуң Пинкертон детективтары көс ҡулланып (бер нисә кеше һәләк була) уларҙы заводтан сығара. Беркман завод идарасыһы Генри Клэй Фрикты үлтереү буйынса план төҙөй һәм уны ғәмәлгә ашыра. Александр Беркманды арестҡа алалар һәм 22 йылға төрмәгә ябыуға хөкөм итәләр. Тикшеренеү барышында властар Эмма Гольдмандың был эшкә ҡағылышы тураһында дәлилләй алмайҙар. Эмма әүҙем рәүештә Беркманды төрмәнән ваҡытынан алда сығарыу өсөн көрәшә һәм 1906 йылда, 14 йылдан һуң, уны иреккә сығарылыуына өлгәшә.
1893 йылда Гольдман ил буйлап күп тапҡыр йөрөп һул хәрәкәтте яҡлап сығыш яһай. Шул уҡ йылда Нью-Йоркта эшһеҙҙәр алдында эскпроприацияға саҡырып (Эш һорағыҙ! Һеҙгә эш бирмәһәләр — икмәк һорағыҙ! Әгәр ҙә һеҙгә икмәк бирмәһәләр — уны үҙегеҙ алығыҙ![2]) сығыш яһауы ихтилалға саҡырыу булараҡ баһаланған һәм Эмманы тәүге тапҡыр ҡулға алғандар. Нью-Йорк суды, ғәйепләү яғындағы бер шаһитҡа ышанып һәм яҡлау яғындағы ун ике шаһиттың һүҙҙәрен инҡар итеп, Эмма Гольдманды 1 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм сығара һәм уны Блэквелл-Айленд төрмәһенә ябалар.
Икенсе тапҡыр Эмманы туғыҙ көрәштәше менән бергә 1901 йылдың 10 сентябрендә АҠШ Президенты Уильям Мак-Кинлины үлтермәксе булыуҙа ғәйепләп ҡулға алалар.