Эмоция

Эмоция
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә sociology of emotions[d] һәм pathematology[d]
 Эмоция Викимилектә

Эмо́ция (лат. emoveo — урыҫса потрясаю, волную; башҡортса хайран ҡалдырам, тулҡынландырам, борсойом) — булыусы йә булыуы ихтимал хәлдәргә һәм объектив донъяға субъектив баһалы ҡарашты сағылдырған урта дауамлы психик процесс[1]. Эмоциялар өс компонент менән характерлана: кисерелгән йәки психикала аңлашылған эмоцияны тойоу; нервы, эндокрин, тын алыу, аш һеңдереү һәм организмдағы башҡа системаларҙа барған процесстар; эмоцияның күҙәтелгән, шул иҫәптән йөҙгә сыҡҡан тәьҫирле һәм тойғоло комплекстары[2]. Эмоцияларҙы ярһыу (аффект), хис-тойғо (чувство) һәм кәйеф (настроение) кеүек башҡа төр эмоциональ процестарҙан айырып ҡарайҙар[3]. Башҡа күп төрлө психик күренештәр кеүек эмоциялар ҙа аҙ өйрәнелгән, төрлө авторҙар уны төрлөсә аңлап-аңлата, шуға ла үрҙә килтерелгән билдәләмәне аныҡ һәм теүәл тип тә, дөйөм нигеҙҙә ҡабул ителгән тип тә әйтеп булмай.

Кешенең эмоцияларын сағылдырған ун алты гравюра, 1821 йыл.

Эмоцияларҙы түбәндәге төрҙәргә бүлеп ҡарайҙар:

  • Кире (негатив, рус. негативая);
  • Ыңғай (позитив, рус. позитивная);
  • Битараф (нейтраль), рус. нейтральная);
  • Традицион булмаған (рус. нетрадиционная);
  • Статик (рус. статическая);
  • Динамик (рус. динамическая).

Тасуирлама һәм өйрәнеү ысулдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эмоция тип кеше йәки хайуандар тормошондағы булыусы йә ихтимал хәлдәрҙең мәғәнәһен (уларҙың тормош эшмәкәрлеге өсөн әһәмиәтен) сағылдырған эшмәкәрлектең ваҡыт арауығында һуҙылған эске яйға һалыу (регуляция) процестарын атайҙар. Эмоциялар кешелә шәхси (субъектив) ориентирлашыу роле уйнаған рәхәтлек, ризаһыҙлыҡ, ҡурҡыу, ҡыйыуһыҙлыҡ һәм уларға оҡшаш кисерештәр тыуҙыра. Ғилми ысулдар менән бындай субъектив кисерештәрҙең хайуандарҙа булыуын билдәләүсе алымдар әлегә табылмаған. Был юҫыҡтан эмоция үҙенән үҙе бындай кисерештәрҙе тыуҙыра, әммә был мотлаҡ түгел икәнен аңлау зарур, сөнки кисерештәр бары эшмәкәрлектең эске яйға һалыу процессына ғына ҡайтып ҡала.

Эмоциялар тәбиғи, хәрәкәткә килтереүсе һәм секреция (биҙҙәр тарафынан махсус матдәләр яһалыуы) үҙгәртеүҙәренә ҡайтып ҡалған тыумыштан килгән ябай эмоциональ процестарҙан алып хәтһеҙ ҡатмарлы һәм инстинкт нигеҙен юғалтҡан процестарға тиклем эволюцион үҫеш кисергән: улар булыусы йә ихтимал хәлдәргә, уларҙа ҡатнашыуыңа шәхси баһалау ҡарашын сағылдыра. Кешегә тыумыштан бирелгән һәм йәшәү менән бәйле беренсел эмоцияларға ҡурҡыу, асыу, ярһыу, ауыртыу һәм башҡа уларға оҡшаштар инә[4].

Эмоциялар тарих барышында үҙгәреп, социаль йәһәттән формалашыу сифаттарына эйә булған телдә сағыла, был төрлө этнографик һүрәтләүҙәрҙә күренә. Бындай ҡараш файҙаһына тыумыштан һуҡырҙарҙың ым менән күрһәтеүенең (мимикаһының) үтә ярлы булыуы ла асыҡ һөйләй[3].

Эмоцияны өйрәнеп-тикшереү алымдарына түбәндәгеләр инә[5]:

  • Нейрофизиологик кимәлдәге тикшереүҙәр
    • Хирургик юл менән кәрәкле матдәләрҙе алыу (этик күҙлектән был алым хайуандарҙа ғына ҡулланыла)
    • Туранан-тура стимул биреү маҡсатында мейегә электродтар индереү (бының кире яҡтары ла бар)
    • Психофизиологик тикшереүҙәр (эксперименталь эске көсөргәнеш (стресс) ваҡытында төрлө функцияларҙы үлсәү)
  • Ирекле (тәбиғи) шарттарҙа (эмоцияның ниндәйҙер бер сағылыш төрөн күрһәтеп) һәм хис-тойғолар үҙ аллы (үҙенән үҙе) сағылғанда эмоциональ экспрессияны (тойғоларҙың тәьҫирлелеген, тасуирләү көсөн һәм йәнлелеген) өйрәнеү.
    • FAST (Facial Affect Scoring Technique) алымы — йөҙ (бит) зоналарын тасуири фотографиялар атласы менән сағыштырыу һәм дөйөм эмоцияны билдәләү.
    • Эмоциональ экспрессияны тәбиғи шарттарҙа күҙәтеү (аҙ ваҡытлы эмоция сағылыштарының бер-береһенән айырылмауы сәбәпле сикләүҙәр бар).
    • Эмоциональ сағылыштарҙы танып-белеү.
  • Эмоцияларҙы күҙаллау (феноменология): «хистәрҙе тойоу»ҙың үҙ баһаланыш шкалаһы.

Төшөнсәнең сиктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белгестәр «эмоция» төшөнсәһе менән «хис (тойғо)» (чувство), «аффект» (ярһыу), «кәйеф» (настроение) һәм «кисереш» (переживание) төшөнсәләре араһында төрлө айырымлыҡтарҙы билдәләй:

Хис (тойғонан) айырмалы рәүештә эмоцияларҙың объектив бәйләнеше булмай: улар кемгә йә нәмәгә ҡарата түгел, ә дөйөм хәл-шарт (ситуация) айҡанлы тыуа. «Миңә ҡурҡыныс» — эмоция, ә «Мин ул кешенән ҡурҡам» — был хис (тойғо).

Аффект менән сағыштырғанда эмоцияларҙың ғәҙәттә тышҡы сағылышы булмаҫҡа мөмкин, улар ваҡыт буйынса күпкә оҙонораҡ, ә көс яғынан йомшаҡ була. Бынан тыш аффект субъект тарафынан уның "мин"легенең торошо булып, ә эмоциялар — уның «үҙендә» (эске донъяһында) булған хәл-торош тип ҡабул ителә. Был бигерәк тә эмоциялар аффектҡа яуап булып тыуғанда яҡшы һиҙелә. Мәҫәлән, кеше әле генә тоҡанып һүнгән асыуы өсөн яуап бирәсәк киләсәгенән ҡурҡыу кисерә[3].

Кәйефтән айырмалы эмоциялар сағыштырмаса тиҙ алмашынырға мөмкин, һәм улар көсөргәнешлерәк (интенсив) була[6].

Кисереш аша ғәҙәттә эмоция процестарының субъектив-психологик яғын аңлайҙар, был осраҡта уларҙың физиологик тарафы иғтибарға алынмай.

Эмоциялар һәм мотивацияларҙың субъектив аңлатмаларын айырып ҡарап буламы икәнлегенә бер төрлө генә ҡараш юҡ. Иван Павлов был терминдарҙы йыш ҡына синонимдар итеп ҡуллана. Уның уҡыусыларының береһе Ю. М. Конорски ҙа, уҡытыусыһына эйәреп, «был ике күренеш эмоциональ йәки мотивацион тип аталған берҙәм драйв-система менән көйләнә» тип иҫәпләй. Грузин совет ғалимы Иван Соломонович Бериташвили мотивлы эшмәкәрлек эмоциональ ярһыуға (ҡуҙғыуға) нигеҙләнгән тип иҫәпләй: асығыуҙың үҙе түгел, ә уны оҙатып килеүсе эмоциональ ҡуҙғыу ниндәйҙер хәрәкәткә сәбәп була. Совет физиологы, академик Пётр Кузьмич Анохин да шуға оҡшаш фекерҙәр тәҡдим итә: кире эмоциональ хәл организмды талаптарҙы ҡәнәғәтләндереүгә этәрһә, ыңғай эмоциялар һуңғы нығытыу факторы ролен үтәй[7].

  1. Сущность, функции и виды чувств и эмоций. http://www.grandars.ru/college/psihologiya/emocii-i-chuvstva.html
  2. Изард, 1980, с. 16
  3. 3,0 3,1 3,2 Леонтьев Алексей Николаевич. Потребности, мотивы и эмоции (рус.). — Мәскәү, 1971.
  4. А.С. Батуев. Глава 6. Факторы организации поведения. #3. Роль эмоций в организации поведения // Физиология высшей нервной деятельности и сенсорных систем. — 3. — Питер, 2010. — С. 176. — 317 с. — (Учебник для вузов). — ISBN 978-5-91180-842-6.
  5. Изард К. Методы изучения эмоций // Эмоции человека. — МГУ, 1980. — С. 16, 99-116.
  6. Березанская Наталия Борисовна, Нуркова Вероника Валерьевна. Психология. — Юрайт-Издат, 2003. — 576 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-9692-0465-2.
  7. Батуев, 2010, с. 176
  • Hilgard’s Introduction to Psychology (13 Edition) 2000, (Публикуется с 1953)
  • Emotion (The science of sentiment). Dylan Evans. Oxford University press. 2001
  • Лапшин Иван Иванович. Чувствования // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Я. Рейковский. Экспериментальная психология эмоций. — М., 1979.
  • К. Изард. Эмоции человека. — М.: МГУ, 1980. — 440 с.
  • Батуев Александр Сергеевич. Глава 6. Факторы организации поведения. #3. Роль эмоций в организации поведения // Физиология высшей нервной деятельности и сенсорных систем. — 3-е издание. — СПб.: «Питер», 2010. — С. 177. — 320 с. — (Учебник для вузов). — ISBN 978-5-91180-842-6.