Энеолит, таш-баҡыр быуат т грек. χαλκός «баҡыр» + λίθος «таш») или энеолит (лат. aeneus «баҡыр» + грек. λίθος «таш»)) — Таш быуаттан Баҡыр быуатҡа күсеү дәүере. Баҡыр быуат беҙҙең эраға тиклем 4-3 быуатты алып тора, ҡайһы осраҡта оҙонораҡ, ҡайһы осраҡта бөтөнләй булмаған. Энеолит дәүерендә баҡыр ҡоралдар барлыҡҡа килә, әммә таш ҡоралдар күберәк ҡулланыла.
Кешеләр баҡыр самородогын (тәбиғи, саф көйөнсә табылған металл) табып таш эшкәрткән кеүек һуғып эшкәртергә уйлайҙар. Таш киҫәге ватылмай, тик формаһын үҙгәртә. "Таш киҫәге"нә төрлө формалар биреп һауыт-һаба, эш ҡоралдары эшләргә була. Ул ваҡытта баҡыр иретеүҙе белмәгәнлектән, баҡырға башҡа металдар ҡушып бронза серен үҙләтермәгән булалар. Баҡырҙың, йомшаҡ булыуға ҡарамаҫтан, таш әйберҙәргә ҡарағанда өстөнлөктәре ҙүр. Ватылған баҡыр әйберҙе сүкеп яңыртып була, ә ташты ташларға ғына ҡала.