Энцо Феррари

Энцо Феррари
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Италия
 Италия короллеге[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме итал. Ignacio Mey
Тыуған көнө 18 февраль 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3]
Тыуған урыны Модена[d], Эмилия-Романья[d], Италия короллеге[d][3]
Вафат булған көнө 14 август 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[4][5][6][…] (90 йәш)
Вафат булған урыны Модена[d], Эмилия-Романья[d], Италия[3]
Ерләнгән урыны cemetery of San Cataldo[d][7]
Ҡәбере һүрәте
Бер туғандары Alfredo Ferrari, Jr.[d][8]
Хәләл ефете Laura Dominica Garello[d][3]
Балалары Пьеро Феррари[d][3] һәм Альфредо Феррари[d][3]
Яҙма әҫәрҙәр теле Итальян
Һөнәр төрө эшҡыуар, автогонщик, промышленник
Эшмәкәрлек төрө автогонка[d][9], manufacture of motor vehicles[d][9] һәм автомобильная промышленность[d][9]
Эш урыны Alfa Romeo[d][3]
Спорт төрө F1[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Орден Трудовых заслуг кавалер Большого креста ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой»
 Энцо Феррари Викимилектә

Энцо Ансельмо Джузеппе Мария Феррари (ит. Enzo Anselmo Giuseppe Maria Ferrari, МФА: [ˈɛntso anˈsɛlmo ferˈraːri]; 18 февраль 1898 — 14 август 1988) — итальян конструкторы, эшҡыуар һәм автоуҙышсы. Автомобиль эшләү компанияһына һәм шул уҡ исемле автоуҙыш командаһына нигеҙ һалыусы.

Энцо Феррари үҙенең һүҙҙәре буйынса — 1898 йылдың 18 февралендә Италияның Моден ҡалаһында тыуа. Энцо Феррариҙың тыуыуы тураһында таныҡлығында, ул 1898 йылдың 20 февралендә Моденда тыуған, ә тыуыуын теркәү 1898 йылдың 24 февралендә үтә, тип яҙылған, сөнки көслө буран атаһына урындағы граждандар торошо акттарын теркәү бюроһына уның тыуыуыуы тураһында хәбәр итергә ҡамасаулай. Энцоның атаһы — Альфредо Феррари, ә әсәһе — Адальгиза Бисбини. Уларҙың ике балаһы була — Энцо һәм уның атаһы хөрмәтенә аталған өлкән ағаһы Альфредо. Уның атаһы Карпинан бакалейщиктың улы була һәм ғаилә йортонда металл деталдәр эшләү буйынса оҫтахана аса. Энцо ҙур булмаған белем алып үҫә. Бала сағында ул опера йырсыһы йәки спорт журналисы булырға хыяллана. 10 йәшендә атаһы уны 1908 йылда Болоньяла үткән уҙыш ярыштарына алып китә, һәм Фелис Нацароның еңеүе уны уҙышсы булырға илһамландыра. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ул итальян армияһының 3-сө тау артиллерияһы полкында хеҙмәт итә. 1916 йылда уның атаһы һәм өлкән ағаһы киң таралған итальян киҙеүе һөҙөмтәһендә вафат була. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, ағаһы фронтта һәләк була. Феррари үҙе 1918 йылда испан киҙеүе эпидемияһы ваҡытында ҡаты ауырып китә һәм хәрби хеҙмәттән ситләтелә[6][10][11][11].

Демобилизациянан һәм ғаилә бизнесы тарҡалғандан һуң, Энцо автомобиль сәнәғәтендә эш эҙләй башлай. Ул Туринда Fiat компанияһына эшкә урынлашырға тырыша, әммә уны ҡабул итмәйҙәр, һәм ул Миланда C.M.N. (Costruzioni Meccaniche Nazionali) заводына водитель-һынаусы булып эшкә урынлаша, завод йөк машиналарының тотоноуҙа булған кузовтарын ҙур булмаған еңел автомобилдәргә әйләндерә. Һуңыраҡ ул уҙышсы дәрәжәһенә күтәрелә һәм 1919 йылда Парма-Поджо-ди-Берчетола дебют сығышы була, унда 2,3-литрлы 4 цилиндрлы C.M.N. 15/20 руле артында дүртенсе урынды яулай. 23 ноябрҙә ул Тарга Флорио ярышында ҡатнаша, әммә уның автомобиленең яғыулыҡ багынан яғыулыҡ ағып сыҡҡандан һуң ул был эштән дә китергә мәжбүр була.

1920 йылда Энцо Альфа-Ромео компанияһының уҙыш бүлегенә водитель сифатында эшкә урынлаша. 1924 йылда Феррари Пескарҙа Coppa Acerbo ярышы еңеүсеһе була, шунан һуң Альфа Ромео уға күпкә абруйлыраҡ ярыштарҙа ҡатнашырға тәҡдим итә[12]. 1925 йылда Антонио Аскариҙың вафатынан ныҡ тетрәнгән Феррари, үҙенең әйтеүе буйынса, ярыштарҙы ғәмһеҙлек тойғоһо менән дауам итә. 1932 йылда улы Дино тыуғандан һуң Феррари уҙыштарҙан китергә һәм Alfa заводының уҙыш автомобилдәренә идара итеүгә һәм үҫешкә иғтибарын йүнәлтергә була, 1929 йылда Джузеппе Кампари һәм Тацио Нуволариҙы ла индереп, — Scuderia Ferrari (Конюшня Феррари) уҙыш командаһын булдыра. Alfa Romeoның уҙыш подразделениеһы сифатында сығыш яһап, команда ҙур уңыштарға өлгәшә[10]. Беренсенән, улар Alfa Romeo P3 кеүек яҡшы автомобилдәрҙә ярыша, өҫтәүенә командала Нуволари кеүек талантлы уҙышсылар була.

Был осорҙа уның командаһы автомобилдәрендә ат һүрәте төшөрөлгән уҙыш эмблемаһы хасил була. Феррари үҙе һөйләгән версия буйынса, ул Италияның төп летчик-асы, данлыҡлы Франческо Барактың әсәһе графиня Паола Баракка менән таныша, тап шул ханым уға эмблема сифатында уның улы хөрмәтенә улы уйлап тапҡан үрәпсегән ат һүрәтен ҡулланырға тәҡдим итә. Был эмблеманы Феррари туғыҙ йылдан һуң ғына ҡуллана башлай. Икенсе версия буйынса, эмблема Франческо бәреп төшөргән немец самолетынан алынған; ат — Штутгарттың (самолетын Франческо атып төшөргән летчиктың тыуған ҡалаһы) символы[11].

Альфа Ромео Феррариҙың уҙыш командаһы менән 1933 йылға тиклем хеҙмәттәшлек итергә ризалаша, шунан һуң, финанс ҡыйынлыҡтары уны ярҙам итеүҙән баш тартырға мәжбүр итә — һуңынан был ҡарар Pirelli ҡатнашлығы арҡаһында юҡҡа сығарыла. Скудерия, водителдәренең оҫта булыуҙарына ҡарамаҫтан, Auto Union һәм Mercedes менән көрәшә. Ул дәүерҙә немец етештереүселәре алдынғы тип иҫәпләнелһә лә, Ferrari командаһы 1935 йылда һиҙелерлек еңеү яулай[1]. Уларҙың командаһы ағзаһы Тацио Нуволари Рудольф Караччолланы һәм Бернд Роземайерҙы Германия Гран-прийында еңеү яулай.

1937 йылда Скудерия Феррари таратыла, һәм Энцо Альфа Ромеоның уҙыш командаһы — Alfa Corse башлығы була. Альфа-Ромео, Ferrari спорт директоры вазифаһын һаҡлап ҡалып, үҙенең уҙыш подразделениеһын тулыһынса контролдә тоторға ҡарар итә. Альф Ромеоның идара итеүсе директоры Уго Гоббато менән килешмәүсәнлек арҡаһында, Феррари 1939 йылда компаниянан китә һәм башҡа уҙыш командаларын запас частар менән тәьмин итеүсе Auto-Avio Costruzioni компанияһына нигеҙ һала. Ferrari 125 автомобиле Феррари исеме аҫтында етештерелгән беренсе автомобиль була. Контракт буйынса уның дүрт йыл дауамында уҙыштарҙа һәм автомобилдәрҙе проектлауҙа ҡатнашыу хоҡуғы сикләнә. Әммә Феррари 1940 йылда Мең миль ярышы өсөн ике автомобиль етештерә, уларға Альберто Аскари һәм Лотарио Рангони идара итә. 1940 йылда Икенсе донъя һуғышы башланыу менән Феррари фабрикаһы Муссолиниҙың фашист хөкүмәте өсөн хәрби ҡорал етештереүҙе башларға мәжбүр була. Фабриканы союздаштар бомбаға тотҡандан һуң, Ferrari Моденанан Маранеллоға күсенә. Һуғыш тамамланғас, Энцо үҙенең исемен йөрөткән автомобилдәр етештереүҙе башларға ҡарар итә һәм 1947 йылда Ferrari S.p.А. компанияһына нигеҙ һала. Компанияның беренсе моделе 125 GT була, артабан 125S, 159S һәм 166 сығарыла.

Энцо ул саҡта алдынғылыҡты бер кемгә лә бирергә теләмәгән Альфа-Ромео менән көрәшергә һәм үҙ командаһы менән ярышта ҡатнашырға ҡарар итә. Команданың дебюты 1948 йылда Туринда үтә, ә тәүге еңеү һуңыраҡ Лаго ди Гардала була. Беренсе ҙур еңеү 1949 йылда 24 сәғәт буйы Ле-Мандағы уҙышта Луиджи Чинетти һәм Питер Митчелл-Томсон идара иткән Ferrari 166М уҙыш автомобилдәрендә яулана. 1950 йылда Ferrari яңы ғына асылған Формула-1 донъя чемпионатына яҙыла һәм шул ваҡыттан алып Феррари чемпионатта даими ҡатнашҡан берҙән-бер команда булып ҡала. 1951 йылда Сильверстоунда Хосе-Фройлан Гонсалес Гран-при яулай. Уның командаһы ҡеүәтле Альфеттаны еңгәндән һуң, Энцо сабый кеүек илаған, тиҙәр. Ике тапҡыр, 1952 һәм 1953 йылдарҙа, Альберто Аскари Ferrari 500[en] автомобилендә донъя чемпионатында еңә. 1952 йылда Феррари Индианаполистың 500 миленә берҙән-бер тапҡыр ынтылыш яһай, әммә Аскариҙың тәгәрмәсе зыян күргәнлектән, 40 ҡлсаны үткәндән һуң төшөп ҡала һәм һөҙөмтәлә 31-се урынды биләй. 1954 йылға Феррари 200 юл машинаһы һәм 250 уҙыш машинаһы сығара. 250 GT моделенән башлап Феррари кузовтар етештереүсе Pininfarina компанияһы менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Формула-1 ярыштарын финанслау өсөн, шулай уҡ Mille Miglia һәм 24 сәғәт Ле-Мана кеүек башҡа ярыштарға ла компания спорт автомобилдәрен һата башлай.

Энцо Феррари Италия Гран-прийы ярышының ялға туҡталыу мәлендә журналистар менән әңгәмәләшә (1967)

Феррариҙың Mille Miglia ярыштарын дауам итеү ҡарары компанияларға яңы еңеүҙәр килтерә һәм йәмәғәтселек тарафынан танылыуын һиҙелерлек арттыра. Әммә уғата ҙур тиҙлектәр, насар юлдар һәм тамашасыларҙы һаҡлау буйынса сара күрелмәүе һөҙөмтәһендә уҙыштар өсөн дә, Ferrari өсөн дә һәләкәт килтерә. 1957 йылда Mille Miglia ярышында, Гвидисоло ҡалаһынан алыҫ түгел, Альфонсо де Портаго, 4,0-литрлы Ferrari 335S автомобиленең тиҙлеген 250 км/сәғәткә тиклем күтәрә, шул мәлдә ҡапыл уның тәгәрмәсенең шинаһы шартлай һәм ул халыҡ торған ергә бәреп инә: де Портага, икенсе водитель һәм туғыҙ тамашасы, уларҙың бишәүһе балалар, һәләк була. Был осраҡтан һуң Миль мең уҙышын ябырға ҡарар итәләр. Яуап итеп, Энцо Феррари һәм шина етештереүсе Englebert алдан уйламайынса кешеләрҙе үлтереүҙә ғәйепләнә. Оҙайлы енәйәт эҙәрлекләүе 1961 йылда ғына тулыһынса туҡтатыла.

Итальян матбуғатының автомобиль спортын яҡтыртыуы менән ҡәнәғәт булмайынса Феррари 1961 йылда Болоньяның Luciano Conti нәшриәтенең Autosprint яңы баҫмаһын булдырыуы тураһындағы ҡарарын хуплай. Феррари үҙе бер нисә йыл дауамында даими рәүештә журналда эшләй.

Феррариҙың бөйөк еңеүҙәренең күбеһе Ле-Манға (9 еңеү, шул иҫәптән 1960—1965 йылдарҙа бер-бер артлы 6 еңеү) һәм 1950-се һәм 1960-сы йылдарҙа Формула-1 еңеүенә тура килә, был уңыштарҙы Хуан Мануэль Фанхио (1956), Майк Хоторн (1958) һәм Фил Хилл (1961) яулай.

1962 йылдың йәйендә Феррариға тракторҙар етештереүсе Ферруччо Ламборгини үҙенең шәхси Ferrari 365 GT автомобилендә килә һәм Энцоға ферари автомобилендәге етешһеҙләргә күрһәтә. Бындай тура һүҙгә Энцо асыулана һәм Ферруччоны өйөнән ҡыуып сығара. Хәтере ҡалған Ламборгини үҙе спорт автомобилдәрен етештереүҙе юлға һала. Тиҙҙән ул Ферари компанияһынан тәжрибәле инженерҙарҙы үҙенә ылыҡтыра башлай.

1966 йылда Энцо яңы автомобилдәр өсөн яңы марка уйлап таба — Dino — улы Альфредо (йәки Альфредино, ҡыҫҡартылған Дино) исеме менән. Был марка аҫтында Dino 156 F2, Dino 206 GT, Dino 308 GT4 кеүек моделдәр сыға.

Энцо Феррари 1988 йылдың 14 авгусында Маранеллола 90 йәшендә вафат була. Уның үлеме тураһында хәбәр ике көндән һуң ғына баҫылып сыға — был Энцо үтенесе буйынса уның тыуыуын ваҡытында теркәп алыуҙы ҡаплау өсөн эшләнә. Феррариҙың ҡаҙаныштарына бағышланған Ferrari F40 автомобилдәренең береһе вафатына тиклем сығарыла. 2002 йылда уның хөрмәтенә Ferrari Enzo исеме аҫтында аталған беренсе автомобиль эшләнә башлай.

Энцо Феррари тыйнаҡ тормош алып бара һәм бик һирәк интервью бирә. Ул тик йыл һайын Миландан алыҫ булмаған Монцта Италияның Гран-прийын үткәрелгән осраҡтарҙан тыш Моден һәм Маранеллоны һирәк ташлап китә. 1982 йылда үҙ-ара низағта булған FISA һәм FOCA араһында компромиссҡа өлгәшеү өсөн Парижға сәфәр ҡыла. Ул бер ҡасан да самолетта осмай, Римға ла бармай һәм лифтта ла йөрөмәй.

1923 йылдың 28 апрелендә Энцо Лаура Доминика Гареллоға өйләнә, һәм улар уның вафатына тиклем никахта ҡала. Уларҙың бер улы, Альфредо (Дино), 1932 йылда тыуған, уны Энцо вариҫы итеп тәрбиәләйҙәр, әммә ул ауырыуҙан яфалана һәм 1956 йылда мускулдар дистрофияһынан вафат була[21]. 1945 йылда Энцоның һөйәркәһе Лина Лардиҙан икенсе улы Пьеро тыуа. 1975 йылға тиклем Италияла айырылышыу рөхсәт ителмәгәнлектән, Пьеро 1978 йылда Лаураның вафатынан һуң ғына Энцоның улы тип таныла[13][14]. Әлеге ваҡытта Пьеро10 процент акциялар хужаһы булараҡ Ferrari компанияһының вице-президенты булып тора[23].

Наградалары һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Италия Тажы ордены рыцары (1924);
  • Италия Тажы ордены офицеры (1925);
  • Италия Тажы ордены командоры (1927);
  • «Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн» орден (1952);[15]
  • Машиналар эшләү өлкәһендә почетлы дәрәжә (Болон университеты, 1960);
  • Хаммаршельд премияһы (БМО-ның ижтимағи фәндәр буйынса премияһы, 1962);
  • Колумб премияһы (Халыҡ-ара элемтә институты, 1965);
  • «Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән өлөшө өсөн» миҙал (1970);[16]
  • Спорт ҡаҙаныштары өсөн алтын йондоҙ (1972);
  • «Итальян Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден рыцары (1979);[16]
  • де Гаспери премияһы (1987) [авторитетһыҙ сығанаҡ];
  • Физика буйынса почетлы доктор (Модена һәм Реджо-Эмилия университеты, 1988);
  • Халыҡ-ара автоспорт даны залы (1994);
  • Автомобиль даны залы (2000);

2003 йылда Энцо Феррари[en] тормошо тураһында биографик телефильм сыға.

2019 йылда экрандарға сыҡҡан биографик драмаһында Энцо ролен итальян актеры Ремо Джироне уйнай.

2022 йылда биографик фильм сыға, унда шулай уҡ Энцо Феррари персонажы ла була, ролде Гэбриэл Бирн башҡара.

2023 йылда режиссер Майкл Манндың биографик фильмының сығыу планлаштырыла. Энцо ролен актер Адам Драйвер башҡара.

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118686860 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Amatori F. FERRARI, Enzo // Dizionario Biografico degli Italiani (итал.) — 1996. — Vol. 46.
  4. Enzo Ferrari // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. Enzo Ferrari // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. Enzo Ferrari // Babelio (фр.) — 2007.
  7. https://fr.findagrave.com/memorial/8896464/enzo-ferrari
  8. (unspecified title)ISBN 978-1-78840-473-0
  9. 9,0 9,1 9,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  10. Williams p. 9-10
  11. 11,0 11,1 Хорошевский А. Ю. Ferrari // Наука и техника. — 2010. — № 1. — С. 22—30.
  12. Buckland, 2015
  13. Williams, p. 28
  14. Pino Allievi, Si è spenta a 95 anni Lina Lardi il grande amore di Enzo Ferrari 2018 йыл 29 сентябрь архивланған. // gazzetta.it
  15. Sito Federazione nazionale Cavalieri del lavoro: dettaglio decorato.
  16. 16,0 16,1 Sito web del Quirinale: dettaglio decorato 2017 йыл 5 март архивланған. // quirinale.it