Энәғараҡтар

Энәғараҡтар
Sympetrum flaveolum
Стрекоза Sympetrum flaveolum (Libellulidae)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Супертип: Төләүселәр
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Суб-тип: Трахейялылар
Супер-класс: Алты аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Суб-класс: Ҡанатлы бөжәктәр
Отряд: Энәғараҡтар
Латинса исеме
Odonata Fabricius, 1793
Подотряды
ITIS 101593
NCBI 6961
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 158686

Энәғараҡтар (лат. Odonata) — йыртҡыстар отряды нан булған яҡшы осоусы бөжәк. Башы ла күҙҙәре лә ҙур. Яңаҡтарында мыйыҡтары бар. Дүрт үтә күренмәле ҡанаттары ҡуйы ептәр селтәре менән тоташҡан. Ҡорһағы оҙонса. Энәғараҡтарҙы өйрәнеү энтомология бүлеге, одонатология тип атала. 5600 ашыу төрө билдәле.(февраль 2008 йыл)[1]), Күпселеге тропикла һәм дымлы субтропикала үрсей. Рәсәйҙә энәғараҡтар бөтә биләмәлә таралған.), фауна иҫәпләүе буйынса 150 төр иҫәпләнә[2] [3].

Энәғараҡтарҙы өс аҫҡы отрядҡа бүлеп йөрөтәләр: тигеҙ ҡанатлыларға (Zygoptera), төрлө ҡанатлылар (Anisoptera) һәм Anisozygoptera (2 хәҙерге төрҙәре Японияла, Һиндостанда).

Осҡан ваҡытта энәғараҡтар артҡы һәм алғы ҡанаттарын сиратлаштырып елпей алалар. Улар ошо рәүешле төрлө хәрәкәттәр яһай, йә тиҙлектәрен арттыра. Тигеҙ ҡанатлы энәғараҡтарҙың артҡы һәм алғы ҡанаттары бер тигеҙ тиерлек, улар ҡыҫҡа. Осмаған саҡта өҫкә күтәрелеп бер-береһенә ҡыҫылып тора. Төрлө оҙонлоҡтағы энәғараҡтарҙың ҡанаттары формаһы менән алғылары артҡыларынан айырыла. Осмаған саҡта ҡанаттары ян-яҡҡа ҡарап торалар.

Кәүҙә оҙонлоғо 7 см-ға етә, ҡанат ҡоласы 10 см ҡәҙәр, төҫө ҡыҙыл көрән. Күҙҙәре ҙур, ялтырап тора, баш артында тоташалар. Аҡмай торған һыулыҡтарҙа янында йәшәйҙәр. Бер көсәйеп, бер әкренләп, тиҙ осалар. Йыртҡыстар. Энәғарағы бөжәктәр менән туҡлана, ҡорбанын осҡчканда тота. Инә заттар йоморҡаларҙы һыуға, һыу үҫентеләре туҡымаларына, һирәк кенә дымлы яр буйы тупрағына һала. Личинкалары үҫемлектәр менән ҡапланған аҡмай торған йәки аҡрын аҡҡан һыуҙа үҫә; сүмесбаштарға һәм балыҡ маймыстарына һөжүм итәләр.

Ҡанаттарының оҙонлоҡтары 10—94 мм, ҡорһағы 14—120 мм. Максималь осоу тиҙлеге сәғәтенә 50 км-ғаса етергә мөмкин[4]. Ҡанаттарының алғы өлөшөндә, осо яғында, ҡалынайыуы беленә. Ул — птеростигма, бар булған һелкенеүҙәрҙе баҫа, сөнки ныҡ елпенеүҙән, тиҙлекте арттырыуҙан ҡанаттарға зыян килергә мөмкин.[5].

Энәғараҡтар Африкала

Өлкән энәғараҡтар бөжәктәр менән туҡдана, улар ҡорбандарын осҡан саҡта тота. Серәкәйҙәр, ләпәкәйҙәр, башҡа зарарлы бөжәктәргә һөжүм итә. Энәғараҡтарҙың эре личинкалары балыҡ ыуылдырыҡтары менән туҡланып, зыян килтерә. Шулай уҡ йорт ҡоштарына протогонимоз тигән зарарлы ауырыу йоҡторорға мөмкин.

Күҙҙәре һәм күреүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Энәғараҡтыңкүп күҙәнәкле күҙҙәре

Башҡа күп кенә бөжәктәрҙеке шикелле, энәғараҡтарҙың ҡүҙҙәре лә күп күҙәнәкле (фасеточные). Энәғараҡтың һәр күҙе 30 000 айырым күҙәнәктәрҙән(бәләкәс кенә күҙҙәр) тора. Күҙҙәренең аҫҡы өлөшө төҫтәрҙе айырһа, өҫкө яғы предметтың формаһын ғына күрә. Күҙҙәренең үҙенсәлеге бар: улар иефраҡыҙыл төҫтәрҙе күрә ала, һәм температураһына ҡарап, предметтарҙы һәм хайуандарҙы айыра. Был уларға аҙыҡ табыуҙа ныҡ ярҙам итә.

Үҫеп еткән энәғараҡ уҡра тиреһенән сыға
Уҡранан сыҡҡан энәғараҡ. Уның әлегә тиреһе бик йоҡа, сөнки үҫешеп өлгөрмәгән

Энәғараҡтар осҡан саҡта аталана. Йомортҡаларын һыуға йәки һыу үҫемлектәре өҫтөнә һала. Бик һирәк осраҡта дымлы ергә лә һалалар. Аталанған осорҙа, күп кенә инә энәғараҡтар, ата бөжәк ҡиәфәтенә күсә, сөнки ул аталаныуҙан туҡтаә, һәм башҡаса ата энәғараҡтарҙы үҙенә ылыҡтырыу ваҡыты сыға. Һәм ул йомортҡа һалырға керешә.[6]. Ҡурсаҡтары һыуҙа үҫешә һәм айғолаҡтары менән һулайҙар. Айғолаҡтары тигеҙ ҡанатлыларҙың ҡойроҡ осонда булһа, тигеҙ булмаған ҡанатлыларҙа туры эсәктә урынлашҡан.

Энәғараҡтар ҡурсаҡтары ла шулай уҡ йыртҡыстар. Улар һыуҙа йәшәгән бөжәктәрҙең ҡурсаҡтарын ашай. Ҡайһы саҡта сүмесбаштарға, балыҡ селбәрәләренә ла һөжүм итә. Үҫешенең аҙағында һыуҙан сыға һәм үҫемлектәргә, ҡоро ергә йәбешеп ҡала. Һуңғы төләүе һыу ятҡылыҡтары эргәһендәге ҡоро ерҙә үтә.

Энәғараҡтарҙың ҡайһы бер төрҙәре һыу ятҡылыҡтарынан алыҫтарға ла осоп китә. Дүрт төҫтәге энәғараҡтар Libellula quadrimaculata күмәкләп күсенгән саҡта ун километрҙарғаса һуҙылған һыҙат барлыҡҡа килтерә.

  1. Robert G. Foottit, Peter H. Adler. Insect Biodiversity: science and society. — Blackwell Publishing Ltd, 2009. — С. 31. — 642 с. — ISBN 978-1-4051-5142-9.
  2. Определитель пресноводных беспозвоночных России и сопредельных территорий на odonata.su
  3. Список таксонов отряда Стрекозы (Odonata) Российской Федерации на odonata.su
  4. Секреты природы. «Reader`s Digest», — С. 184 — ISBN 5-89355-008-0
  5. Акимушкин И. И. Мир животных: Насекомые. Пауки, домашние животные. — 4-е изд., испр. и доп. — М.: «Мысль», 1998. — 445[1]с.: ил. — С. 30. — ISBN 5-244-00806-4
  6. Секреты природы. «Reader`s Digest», — С. 311 — ISBN 5-89355-008-0
  • Мордкович В. М. Фауна и экология стрекоз. — Наука, 1989. — ISBN 5-02-028931-0