Эратосфен селтәре

Эратосфен селтәре (иләге) — натураль һандар рәтенең башынан алып билгеле бер натураль һанға тиклем арала, тик ябай һандар булған йәҙүәлдең (таблицаның) төҙөү методы.

Эратосфен алгоритмы
Эратосфен алгоритмы

Мәҫәлән, 120-гә тиклем булған һандар араһындағы ябай һандар йәҙүәлен төҙөү өсөн, 2-нән алып 120-гә тиклем барлыҡ натураль һандарҙы яҙалар. Шунан 2-нән һуң һәр икенсе урында килгән һанды һыҙып ырғыталар. Шулай итеп 2-гә бүленә торған барлыҡ һандар төшөп ҡала. Шунан, 2-нән һуң һыҙылмайынса ҡалған беренсе һандың 3-кә тигеҙ булғанын күрәбеҙ. 3-тән һуң һәр саҡ өсөнсө урында йәғни 3-кә бүленә торған барлыҡ һандарҙы һыҙалар. Был саҡта беренсе һыҙылмайынса ҡалған ябай һан 5-кә тигеҙ булсаҡ. Шулай дауам иткәндә бары тик ябай һандар ғына һыҙылмайынса ҡаласаҡ.