Эри каналы (ингл. Erie Canal) — АҠШ-тың Нью-Йорк штатындағы канал. Бөйөк күлдәр системаһын Гудзон йылғаһы аша Атлантик океан менән тоташтыра.
Оҙонлоғо Эри күле буйындағы Буффало ҡалаһынан Гудзон йылғаһы буйындағы Кохос ҡалаһына тиклем 540 километрҙан ашыу тәшкил итә. Киңлеге — яҡынса 50 м.
Канал 1817—1825 йылдарҙа төҙөлә. Һуңыраҡ бер нисә тапҡыр реконструкциялана. XIX быуат уртаһында АҠШ-тың эске райондарын үҙләштереүҙә мөһим роль уйнай.
Был Америка Ҡушма Штаттары географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |