Эскильстуна

Эскильстуна
швед. Eskilstuna
Нигеҙләү датаһы 1659
Рәсем
Рәсми атамаһы Eskilstuna
Кем хөрмәтенә аталған Эскиль Тунский[d]
Дәүләт  Швеция[1]
Административ үҙәге Эскильстуна[d]
Административ-территориаль берәмек Эскильстуна[d][2]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Eskilstunaån[d]
Ойошма ағзаһы Eurotowns network[d]
Халыҡ һаны 69 948 кеше (31 декабрь 2020)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 26 ± 1 метр
Майҙан 2919 ± 0,5 гектар (31 декабрь 2020)[3]
Почта индексы 630 03 - 638 21
Рәсми сайт eskilstuna.se
Файл KML Q26711470?
Урындағы телефон коды 016-710
Карта
 Эскильстуна Викимилектә

Эскильстуна[4] (швед. Eskilstuna) — үҙәк Швециялағы ҡала, бер исемле коммунаның үҙәге. 1659 йылда ҡала статусын ала. Лена Седерманланденең иң эре ҡалаһы булып тора. 2010 йылда Эскильстунаның халыҡ һаны - 64679 кеше. E20 Европа автомобиль маршруты ҡала аша үтә.

Ельмарен һәм Меларен күлдәренән аҡҡан ҙур булмаған Эскильстунаон йылғаһында урынлашҡан. Изге Эскиль хөрмәтенә исем бирелә. Ҡала халҡының ҙур өлөшө финндарҙан тора.

1659 йылда Карл X Густав ауылға ҡала хоҡуғын бирә. Ҡала сиктәре яңы нигеҙләнгән Карл-Густавс-Стадтыла (Karl Stad Gustavs, «Карл Густав ҡалаһы»)үҙ эсенә ала. Карл- Густав - Стад йылғаһының көнбайыш ярында урынлашҡан ҡала Рейнхольд Радемахерҙың тимер эшләү оҫтаханаһы тирәләп төҙөлә, уның башланыуҙарына Карл Х Густав булышлыҡ итә. Мануфактураның беренсе эшләп сығарылған нәмәһе ут менән атҡан ҡоралдар һәм пушкалар була.

Эскильстунда тарихи металлургия һәм ҡорос ҡойоу сәнәғәте үҫешкән була, улар гербта кәүҙәләнәләр. Ҡалала Вольво концернының бер нисә бүлектәре урынлашҡан, «Volvo Construction Equipment» етештереү компанияһы, шул уҡ һанда Component CE Volvo, Мунктель музейы, Вольвоның запас өлөштәренең үҙәк келәте һәм ҡаланан алыҫ урынлашмаған Вольво клиентарын хеҙмәтләндереү үҙәге. Шулай уҡ ҡалала Альфа Лаваль компанияһының сепараторҙар заводы урынлашҡан. Эскильстунала Мелардален университетының өлөшө урынлаша.

Мунктеллстендта, Мунктель музейы эргәһендә, Болиндер- Мунктель исемле тешле тәгәрмәс етештереү заводының иҫке бинаһында Эскильтунаның сәнғәт музейы урынлашҡан музей.

Рarken Zoo зоопаркында күп төрлө уникаль һәм экзотик йәнлектәрҙе күрергә мөмкин: аҡ юлбарыҫтарҙы, азия арыҫландарын, леопардтарҙы, комодор варандарын.

Спорт ҡоролмалары араһында Тунаваллен һәм Исстадион стадионын да билдәләр кәрәк.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сиркәү Эскильстуна.