Эстонияла ислам

Эстонияла исламислам диненең Эстонияла таралышы.

2011 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы үҙҙәрен мосолман тип атағандарҙың һаны 1508 кеше тәшкил иткән. Әммә башҡа тикшеренеүҙәр һәм сығанаҡтарға ярашлы Эстонияла мосолмандарҙың иҫәбе күпкә юғарыраҡ: 10 меңдән[1] 20 меңгә тиклем.[2]

1721 йылда Төньяҡ һуғыштан һуң Эстония һәм Ливония Рәсәй империяһына ҡушылғандан һуң, Эстонияға тәүге мосолмандар, башлыса сөнни татарҙар һәм шиғый әзербайжандар, күсеп киләләр. Әммә хәҙерге мосолмандарҙың күрпселек өлөшөн совет осоронда (1940—1991) килгән кешеләр тәшкил итә. Бойондороҡһоҙ Эстонияла тәүге мосолман общинаһы — «Narva Muhamedi Kogudus» 1928 йылда теркәлә, ә икенсеһе — «Tallinna Muhamedi Usuühing» — 1939 йылда. Община тарафынан төҙөлгән Нарва ҡалаһындағы йорт мәсет итеп үҙгәртелә. Икенсе донъя һуғышы осоронда, 1944 йылда ҡаланы бомбардировкалағанда мәсет бинаһы тулыһынса юҡ ителә[3]

Хәҙерге ваҡытта Эстонияла бер мәсет эшләй[4]

2008 йылдың көҙөндә Шарджа ғәрәп әмирлеге хакимы Солтан бин Мөхәммәт әл-Ҡасими Таллиндың ҡала властарына мәсет һәм мосолман мәҙәни үҙәк төҙөү өсөн ер участкаһын бүлеп биреүҙе һорап мөрәжәғәт яһай[5]. Әммә Эстонияның баш ҡалаһында мәсет төҙөү тураһында ҡарар әле лә юҡ[6].

Мосолман этник төркөмдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәндәге таблицала 2000 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүммәтеренә ярашлы, Эстонияла мосолман этник төркөмдәренең һаны күрһәтелгән[7].

Милләт Кеше
Татарҙар 2582
Әзербайжандар 880
Башҡорттар 152
Үзбәктәр 132
Ҡаҙаҡтар 127
Лезгиндар 121