Эстонияның дәүләт суверенитеты тураһында декларация | |
Дәүләт | Эстония |
---|---|
Нәшер ителеү ваҡыты | 16 ноябрь 1988 |
Эстон ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында декларация (эст. Deklaratsioon Eesti NSV suveräänsusest) Эстон ССР-ының Юғары Советы тарафынан Балтик буйы республикаларында Йырлаусы инҡилаб барышында 1988 йылдың 16 ноябрендә ҡабул ителә[1]. Декларация Эстония закондарының СССР закондарынан өҫтөнлөгөн һәм суверенитет урынлаштырған[2][3]. Эстония парламенты шулай уҡ республиканың тәбиғи ресурстарына дәғүә иткән: ерҙәр, эске һыуҙар, урмандар, файҙалы ҡаҙылмалар һәм сәнәғәт етештереү саралары, ауыл хужалығы, төҙөлөш, дәүләт банктары, транспорт, коммуналь хеҙмәт һәм башҡалар[2]. Эстонияның дәүләт суверенитеты тураһында декларация «Суверенитет парадында» иң беренсе була. Хәҙер йыл һайын 16 ноябрҙә Эстонияла «Тергеҙелеү көнө» (эст. Taassünni päev) билдәләнә[4].
Беренсе донъя һуғышынан һәм 1918—1920 йылдарҙағы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыштан һуң Эстония бойондороҡһоҙлоҡ алған. 1939 йылдың авгусындағы Молотов — Риббентроп пактының йәшерен өҫтәмә протоколына ярашлы, 1940 йылда Эстония СССР-ға ҡушылған.
1980-се йылдарҙа СССР-ҙа үҙгәртеп ҡороу һәм тауыш иреге сәйәсәте иғлан ителгән, ә сәйәси репрессиялар туҡтатылған. 1990 йылдың 8 майында Эстония ССР-ының Юғары Советы бойондороҡһоҙ Эстон Республикаһының 1938 йылғы Конституцияһын ғәмәлдә тергеҙеү тураһында закон ҡабул иткән[5]. Һөҙөмтәлә 1991 йылдың 20 авгусындағы август түңкәрелеше һөҙөмтәһенлә Эстония үҙенең бойондороҡһоҙлоғон раҫлай[6][7]. 1991 йылдың 6 сентябрендә СССР Эстонияның бойондороҡһоҙлоғон таныған һәм ил 17 сентябрҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы составына ингән[8].
1994 йылдың 31 авгусында өс йыл дауам иткән һөйләшеүҙәрҙән һуң Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәре Эстония территорияһынан сығарыла. 1995 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы рәсми рәүештә Палдискиҙа урынлашҡан ядро реакторы өҫтөндәге контролдән баш тартҡан. Эстония НАТО ағзаһы булғандан һуң, 2004 йылда Европа берлегенә ҡушылған.