Эт тегәнәге | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Bidens tripartita L.[1] | ||||||||||||||
Синонимдары | ||||||||||||||
|
Эт тегәнәге, һырлан, эт дегәнәге (урыҫ.череда́ трёхразде́льная, лат. Bídens tripartíta)— астра сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, емештәре йәбешеп һырый торған ваҡ сәскәле бер йыллыҡ үлән.
![]() | ||||||||||
Ботаник иллюстрация. К. А. М. Линдман. «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926
|
Тамыры нәҙек, үҙәкле, ныҡ тармаҡланған.
Һабағы яңғыҙ, тура, ҡыҙғылт төҫтә. Өҫтәрәк ҡапма- ҡаршы ботаҡлана.
Япраҡтары ҡаршылаш урынлашҡан. Япраҡ һаптары ҡыҫҡа.Япраҡ йәймәләре өс бүлкәтле.Һәр бүлкәте ланцет формаһында, ситтәре тешле.
Сәскәләре һары, көпшә һымаҡ сәскәләре һабаҡ остарында һәм ҡуйын үренделәренең осонда кәрзинкә сәскәлеккә йыйылған. Кәрзинкә төргәктәре ике ҡатлы.
Емеше шына формаһында, тешле ике ҡылсығы булған орлоҡса (семянка) Шул үҙенсәлеге арҡаһында емештәре малдарҙың йөнөнә, кейемгә еңел генә эләгеп китә ала. Шуға ла, алыҫ араларға тарала ала.
Июнь аҙағынан сентябрға тиклем сәскә ата. Емештәре сентябрь— октябрҙә өлгөрә.