Юханна Хагстрём | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 27 март 1998 (26 йәш) |
Тыуған урыны | Фальчёпинг[d], Вестра-Гёталанд[d], Швеция |
Һөнәр төрө | саңғы уҙышсыһы |
Спорт командаһы ағзаһы | Ulricehamns IF[d] |
Спорт төрө | саңғы уҙыштары[d] |
Ҡатнашыусы | 2015 European Youth Olympic Winter Festival[d], cross-country skiing at the 2016 Winter Youth Olympics[d], Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2021[d] һәм Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2023[d] |
![]() |
Юханна Хагстрем (швед. Johanna Hagström; 27 март 1998, Фальчепинг, Швеция) — швед саңғысыһы, спринтерҙар ярышы менән шөғөлләнеүсе.
Юханна Хагстрём 2016 йылдағы үҫмерҙәр Олимпия уйындарында Швеция саңғы спортсылары командаһы составына инә, кросста ул икенсе була[1] һәм спринтер ярышында еңеү яулай[2]. Швед спортсыһы Юханна Хагстрем 2018 йылдың юниорҙар араһындағы донъя чемпионатында 4×3,33 километр дистанциялы эстафетала бронза призер була[3]; ә ике йылдан һуң 23 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында спринтта шәхсән көмөш миҙал яулай, финишта бары тик үҙенең ватандашы швед саңғысыһы Эмма Рибаны ғына уҙа алмай ҡала[4].
Донъя Кубогы ярыштары сиктәрендә Юханна 2017 йылдың ғинуарында дебют яһай — 10 километрға ирекле стиль менән ярышҡанда Ульрисехамндағы йорт ярышында ул бары тик 59-сы урында ғына була[5]. Спортсы үҙенең тәүге кубок мәрәйҙәрен 2018/2019 йыл миҙгелендә Италияның Конь тигән урынында йыя — беренсе тапҡыр спринт финал ярыштарына эләгеп, ул өсөнсө булып финишҡа килә[6].
2021 йылдың февралендә, үҙе өсөн дебют булған донъя чемпионатынан ике аҙна элек, Юханна Хагстрем, үҙ карьераһында Донъя Кубогының Ульрисехамнда үткән этабында спринтта иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, бары тик финалда ғына ватандашы -швед саңғысыһы Мая Дальквистан ҡалыша[7]. Германияның Оберстдорф ҡалаһында үткән планета беренселегендә, спринт ярышында иң яҡшы ваҡыт күрһәтеп, Юханна Хагстрем төп ярышҡа үтеү өсөн барған уҙышта квалификация яҡлай, әммә иң хәл иткес ярышта миҙалдан бер аҙымда ғына тороп ҡала, ул финишҡа дүртенсе булып килә[8][9].
Донъя чемпионаты | Спринтта | Команда спринтында |
10 км | 7.5+7.5 км | 30 км | Эстафета |
---|---|---|---|---|---|---|
![]() |
4 | — | — | — | — | — |
Миҙгел | Йәше | Зачет төрө | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Дөйөм иҫәптә | Ярыш | Спринтта | U23 | Nordic Opening |
Де Тур Ски |
Туры Ски 2020 |
Кубок Финалы Донъяла | ||
2017 | 19 | н/п | н/п | — | н/п | — | — | н/д | — |
2018 | 20 | н/п | н/п | н/п | н/п | — | — | н/д | 58 |
2019 | 21 | 55 | н/п | 29 | 8 | — | — | н/д | — |
2020 | 22 | 51 | н/п | 28 | 9 | — | — | — | н/д |
2021 | 23 | 37 | 61 | 13 | 6 | — | — | н/д | н/д |
#. | Миҙгел | Дата | Уҙғарыу урыны | Ярыш | Урын |
---|---|---|---|---|---|
1 | 2018/19 | 16 февралдә 2019 | ![]() |
1,6 км Спринт СС | 3 |
2 | 2020/21 | 6 февралдә 2021 | ![]() |
1,6 км Спринт СС | 2 |