Ябай арса, ноҡот рус. Вереск обыкновенный (лат. Callúna vulgáris) — арсалар ғаиләһендәге ҡыуаҡ үҫемлек.
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация
Ваҡ япраҡлы, алһыу күк сәскәле ҡыуаҡ үҫемлек; бал ҡорттары уның татын да, һеркәһен дә яратып йыя; шәкәрлелеге 100—150 кг/га. Май айында сәскә ата.
Балы бик яҡшы антисептик, бронхиаль астма, ҡан таҙартыу һәм һейҙек ҡыуҙырыу өсөн халыҡ дауаһында киң ҡулланғандар. Шулай уҡ бөйөрҙәрҙә таш булғанда, ревматизм ваҡытында һәм подаграла табиптар арса балы менән сәй эсергә тәҡдим итә.
Викиһүҙлек логотипы Викиһүҙлектә
«вереск» мәҡәләһе бар