Ява | |
---|---|
индон. Jawa, яв. Jawa | |
Характеристики | |
Майҙаны | 132 000 км² |
Иң бейек нөктәһе | 3676 м |
Халҡы | 140 000 000 чел. (2010) |
Урынлашыуы | |
7°30′10″ ю. ш. 111°15′47″ в. д.HGЯO | |
Йыуыусы акваторилар | Һинд океаны, Тымыҡ океан |
Ява Викимилектә |
Я́ва (индон. һәм яв. Jawa) — Индонезия составындағы утрау (Индонезияның баш ҡалаһы Джакарта ошо утрауҙа урынлашҡан). Майҙаны — 132 мең км². Донъялағы халыҡ иң тығыҙ йәшәгән утрау булып тора.
Көнбайыштан көнсығышҡа 1000 км һуҙылған. Ява утрауының 30%-ын джунгли биләй.
Утрауҙа 120 вулкан бар, шуларҙың 30-ы һүнмәгән (мәҫәлән, Мерапи вулканы)[1].
Яваның бай тарихы бар. Мәҫәлән, Явала Матарам, Маджапахит, Демак дәүләттәре барлыҡҡа килгән.
№ | Провинция | Административ үҙәк | Майҙан, км² |
Халҡы, мең кеше (2010) |
---|---|---|---|---|
1 | Бантен | Серанг | 9019 | 10 632 |
2 | Көнбайыш Ява | Бандунг | 36 925 | 43 054 |
3 | Үҙәк Ява | Семаранг | 32 800 | 32 383 |
4 | Көнсығыш Ява | Сурабая | 46 690 | 37 477 |
5 | Джакарта округы | Джакарта | 740 | 9 608 |
6 | Джокьякарта округы | Джокьякарта | 3133 | 3 458 |
Донъяла кеше иң күп йәшәгән утрау (140 млн кеше, (2010); халыҡ тығыҙлығы — 1061 кеше/км²). Иң таралған телдәр — ява һәм индонез.
Бында кофеның иң билдәле сорттарының береһе Копи Лювак етештерелә.
Утрауҙа Индонезияның иң иҫтәлекле урыны — Боробудур ғибәҙәтханаһы урынлашҡан. Буддизм диненең изге ғибәҙәтханаһы Будда космологияһының моделе булып тора. Ғибәҙәтхана ЮНЕСКО-ның архитектура-тарихи ҡомартҡылар исемлегенә инә һәм бөтә донъя мираҫы һанала.