Янисъярви | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Янисйоки[d], Соанйоки[d], Вельяканйоки[d], Леппяоя[d], Улмосенйоки[d], Киекуанйоки[d] һәм Лохьянпуро[d] |
---|---|
Күлдән аҡҡан йылғалар | Янисйоки[d] |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Рәсәй |
Бассейн майҙаны | 3660 км² |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Карелия |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 64 метр |
Оҙонлоҡ | 18,2 km |
Киңлек | 15 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 51 метр |
Майҙан | 200 км² |
Янисъярви Викимилектә |
Янисъярви (Оло Янисъярви) (фин. Jänisjärvi — һүҙмә-һүҙ «ҡуян күле») — Карелия Республикаһы Сортавал районындағы күл, Ладога күле бассейнына ҡарай
Күл оҙонса формала, көньяҡтан төньяҡҡа һуҙылған. Утрауҙар һаны — 43 дөйөм майҙаны 1,5 км², күлдең уртаһында ятҡан өс утрауҙан тыш, башлыса ярҙарға яҡын урынлашҡан.
Ярҙары ҡалҡыу, ташлы, ылыҫлы урман менән ҡапланған. Йылғаға яҡынса 20 күл һәм шишмә ҡоя, шул иҫәптән Юуванйок, Вельяканйок, Саркайок, Соанйок, Леппяоя инештәре. Төп ҡушылдыҡ төньяҡтараҡ ятҡан Кесе Янисъярви күленән һай Луопауссалми боғаҙы аша башҡарыла. Көньяҡ өлөшөндә күлдән Янисйоки йылғаһы ағып сыға
Күл соҡоро ике уйпатлыҡтан тора, улар төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған һәм һыу аҫты һырты менән бүленгән. Көньяҡ соҡоро 57 метр тәрәнлектә, төньяҡ — 37 м. Күл төбө майҙанының яртыһынан ашыуын ләм зонаһы биләй.
Һыу үҫемлектәре ҡамыштан ғибәрәт, ул башлыса ҡултыҡтарҙа үҫә. Күлдә шамбы, алабалыҡ, алабуға, күл сабағы, суртан, сабаҡ, ҡыҙылгүҙ, шырт балыҡ, һыла тереклек итә.
Ноябрь уртаһында күл туңа, май урталарында әрселә.
Күлдең метеорит төшөүҙән кратер урынында барлыҡҡа килеүе дөрөҫ иҫбатланған тип һанала[1]
Хәҙерге ваҡытта күлде уратып алған рельефта бәрелеү эҙемтәләре бер нисек тә сағылыш тапмай, кртареҙың барлығы һәм уның бәрелеү тәбиғәте геофизик ысулдары менән (гравитация һәм магнит яланы аномалияһы), бәрелеү метаморфизмының билдәләре барлығы (емерелеү конустары һәм быяла иреү) һәм үҙенсәлекле импактлы барлыҡҡа килеүҙәр (тагамиттар һәм аллогенлы брекчиялар) буйынса теркәлә.[2]
Янисъярви астроблемаһының йәшен тикшеренеүселәр 700 алып 770 миллион йылдарға тиклем баһалай.
Күлгә йылғалар ағып төшә:
Киекуанйок (бер күлдән һыу алған Валкеанлампи, Киекуанъярви, Кухиласлампи)
Янисйоки (Ала-Миэлунъярви, Вуотсиярви, Гнилое, Иля-Миэлунъярви, Корпиярви, Мутанен күлдәренән һыуҙарын ала).
Шулай уҡ күлгә Вахваярви, Леппялампи, Руоколампи, Хияярви, Юлялампи күлдәре ҡоя