Янсыҡ | |
Содержит | Тәмәке |
---|---|
Янсыҡ Викимилектә |
Янсыҡ (рус. кисе́т) — аҡса, ваҡ нәмәләр һ.б. өсөн ауыҙын бөрмәләп, баулап тегелгән бәләкәй тоҡсай [1]
Йыш ҡына янсыҡ тәмәке һаҡлау өсөн ҡулланылған. Башҡорттарҙа яуға киткәндә бәләкәй генә янсыҡта иҫтәлекле берәй нәмә һалып алыу йолаһы ла булған, янсыҡ үҙе лә, ҡулдан тегеп, сигелгән әйбер булараҡ, тыуған яҡ, бүләк иткән яҡын кеше иҫтәлеге итеп ҡаралған [2].
Башҡорт халҡында янсыҡты килен булып төшкәндә еңгәләр ҡәйнештәренә бүләк итеү йолаһы йәшәгән [3].
Төркиәлә борон солтандар оүҙ иткән кешеләренә янсыҡҡа һалып алтын бүләк итә торған булған.
Шулай уҡ әлеге ваҡытта ла кеҫә телефоны, MP3-плеер һәм башҡа ҙур булмаған гаджеттар, сауҙала биҙәүестәр һалып һатыу өсөн заманса башҡарылышлы янсыҡтар файҙаланыла.
Ҡулдан әҙерләнгән янсыҡ өсөн төрлө материалдар (туҡыма, күн) ҡулланыла. Уларҙы сигеп, мәрйен баҫып, һүрәт төшөрөп, аппликациялар менән дә эшләйҙәр.
Аҡса ла бирһәм, алырһың, Гөлмәрйен янсыҡҡа һалырһың. Гөлмәрйенкәй янсыҡ, мәрйен суҡ, Әллә кемгә тороп ҡалырһың.
Ҡыуғында йөрөгәндә (һал менән йөҙгәндә) атаҡлы ҡыуғынсы сығарған ошо "Ғәббәс йыры"н башҡара торған булғандар [4]
Янсыҡ идеяһы кулинарияла "янсыҡ" тигән һүҙ менән аш-һыу атамалары ла уйлап сығарыу өсөн ҡулланыла: мәҫәлән, "Балыҡлы янсыҡ" (рус. Кисеты с рыбой) [5]
Хәҙер электрон янсыҡтар ҙа (рус. электронный кошелек - аҡса янсығы мәғәнәһендә) килеп сыҡты [6]
Зәки Вәлиди тураһында төшөрөлгән телефильм "Янсыҡ" тип атала.
id=EZvWAAAAMAAJ&q=tabakbeutel&dq=tabakbeutel&hl=de&sa=X&ved=0ahUKEwiq3drbnIbLAhWJ_nIKHdS-BKsQ6AEIUDAF online])