Яҡын Көнсығыш университеты | |
төр. Yakın Doğu Üniversitersi[1] | |
Нигеҙләү датаһы | 1988 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Yakın Doğu Üniversitesi |
Кем хөрмәтенә аталған | Яҡын Көнсығыш |
Дәүләт |
![]() ![]() |
Административ-территориаль берәмек | Никосия |
Ойошма ағзаһы | Европа университеттары ассоциацияһы[d][2], Anatolian University Libraries Consortium Association[d][1] һәм Международная ассоциация университетов[d] |
Уҡыусылар һаны | 14 792 |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Никосия, Кипр Республикаһы |
Ҡулланылған тел | инглизсә |
Рәсми сайт | neu.edu.tr |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 12 755 |
![]() |
Яҡын Көнсығыш университеты (тур. YakYakYn DoG u niversitesi, YDf) ― Төньяҡ Кипрҙа урынлашҡан шәхси университет. 1988 йылда[3] Кипрҙа йәшәгән төрөк Гюнсель Суат тарафынан нигеҙ һалына[4]. Хәҙер Попечителлек Советы башлығы ― уның улы Гюнсель Ирфан[5].
Әлеге көндә Яҡын Көнсығыш университетында 20 факультет[6][7], 220 программа, 4 профессиональ-техник мәктәп[8][3], 3 телгә әҙерләү мәктәбе һәм 5 университет белеме биреү мәктәбе бар[9].
Яҡын Көнсығыш университетында 25 меңдән ашыу кеше уҡый, ул Төньяҡ Кипрҙа иң ҙур юғары уҡыу йорто.
Университеттың бөтә биналары кампуста урынлашҡан, шул иҫәптән Яҡын Көнсығыш колледжы (урта мәктәп кимәле), Яҡын Көнсығыш башланғыс мәктәбе һәм Яҡын Көнсығыш балалар баҡсаһы[10][11]. Кампус Никосия ҡалаһынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, унда Яҡын Көнсығыш бульвары аша барып була[12]. Ҡала һәм кампус араһында шәхси автобустар йөрөй[13].
Кампуста 700 кеше һыйҙырышлы Ататөрөк исемендәге Мәҙәни конгресс-үҙәк урынлашҡан ― ул Төньяҡ Никосияла йәмәғәт саралары өсөн иң ҙур зал. Бында бик күп һанлы конгрестар, концерттар, бейеү шоуы һәм Кипрҙағы халыҡ-ара театр фестивале кеүек башҡа мәҙәни саралар үтә. Үҙәктә шулай уҡ дүрт бәләкәйерәк зал бар[14][15]. Кампуста тағы өс амфитеатр һәм Ҙур китапханала урынлашҡан амфитеатрҙар квартеты бар[16]. Унда өс музей: Элемтә музейы, Художество музейы һәм классик һәм спорт автомобилдәре музейы эшләй[17].
Яҡын Көнсығыш университетының классик һәм спорт автомобилдәре музейы 2007 йылда ойошторолған; бында 140-тан ашыу экспонат урынлашҡан[18].
Университеттың 20 факультетында 220 кафедра эшләй[19].
Яҡын Көнсығыш университетының фармацевтика факультеты 2014 йылда фармацевтика мәғарифын аккредитациялау буйынса Советы тарафынан аккредитация үткән[20].
Медицина факультеты 2008 йылда асылған, ә 55 000 квадрат метр майҙанлы дауахана үҙ ишектәрен бер йылдан һуң аса. Дауаханала тикшеренеү үҙәктәре эшләй, шул иҫәптән ядро медицинаһы тикшеренеү үҙәге[21].
Дауаханала бик күп мөһим фигуралар, шул иҫәптән ТРСК беренсе президенты Рәүф Денкташ дауалана[22]. Яҡын Көнсығыш университеты менән Ғағаузия араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы клиникала Гагаузиянан пациенттар дауалана ала[23]. Медицина факультеты шулай уҡ илдә йәмәғәт һаулыҡ һаҡлау кампанияларында ҡатнаша[24] шул иҫәптән мәктәптәрҙә уҡыусыларға медицина тикшереүе үткәрә һәм in vitro хеҙмәте тәҡдим итә[25]. Факультет 2013 йылда WORLDCOB Institutional Excellence Award наградаһына лайыҡ була[26].
Ҙур китапхана 15 000 квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй һәм 1 миллиондан ашыу баҫма материал бар, 150 миллион электрон ресурстар инергә мөмкинлек бирә. Бында 1000 кеше һыйҙырышлы дүрт амфитеатр урынлашҡан; китапхана ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ[27]. 2007 йылда 7 000 тирәһе кеше көн һайын китапхана менән файҙалана[28]. 2012 йылда университет Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы менән берлектә китапханаһының электрон ресурстарын ҡулланыу тураһындағы протоколға ҡул ҡуя[29].