Яңы Британия | |
---|---|
ингл. New Britain | |
Характеристики | |
Майҙаны | 35 144,6 км² |
Иң бейек нөктәһе | 2438 м |
Халҡы | 500 000 чел. (2011) |
Урынлашыуы | |
5°48′46″ ю. ш. 150°26′48″ в. д.HGЯO | |
Архипелаг | Бисмарк архипелагыБисмарк архипелагы |
Акватория | Тымыҡ океан |
[[ Папуа — Яңы Гвинея|Регион административ бүленеше]] | Айлендс |
[[административ бүленеше Папуа — Яңы Гвинея|Районы]] | Көнсығыш Яңы Британия, Көнбайыш Яңы Британия |
Яңы Британия Викимилектә |
Яңы Британия (ингл. New Britain, элеккесә нем. Neupommern) — Папуа — Яңы Гвинея составындағы утрау. Бисмарк архипелагының иң ҙур утрауы булып тора, 1885 йылға ҡәҙәр ул Яңы Британия архипелагы тип атала.
Утрауҙың майҙаны 35 144,6 км² тәшкил итә[1], бында яҡынса 500 мең кеше (2011) йәшәй. Уның оҙонлоғо 600 км, ә максималь киңлеге — 80 км. 1966 йылдан Яңы Британия ике административ берәмеккә — Көнсығыш Яңы Британия һәм Көнбайыш Яңы Британия провинцияларына бүленә. Көнсығыш провинцияһы майҙаны буйынса көнбайыштыҡынан бәләкәйерәк, әммә уны халыҡ иҫәбе һәм әһәмиәтлелеге буйынса үтә.
Көнбайыш Яңы Британия провинцияһының административ үҙәге Кимбе ҡалаһында урынлашҡан. Көнсығыш Яңы Британия провинцияһының административ үҙәге 1994 йылда Тавурвур вулканы атылғанға тиклем Рабаул ҡалаһы була, уның халҡының күпселеге Кокопо ҡалаһына күсенә, һуңыраҡ Кокопо провинцияның үҙәге булып китә.
Утрау буйлап тарлауыҡтар менән йырғыланған тау массивы һуҙылған, Синевит вулканы (2438 м) уның иң бейек нөктәһе булып тора. Утрауҙың төп өлөшө тропик урмандар менән ҡапланған.
Дампир боғаҙы Яңы Британияны Умбои утрауынан, Изге Георгий боғаҙы — Яңы Ирландия утрауынан айыра.
Яңы Британия тик 1700 йылда британия диңгеҙеһе Уильям Дампир тарафынан асыла. 1885 йылдан 1899 йылға ҡәҙәр утрау Германия Яңы Гвинея Компанияһы биләмәһе була һәм Яңы Померания (нем. Neupommern) тип атала. 1899 йылдан 1914 йылға тиклем утрау Германия Яңы Гвинеяһы колонияһының бер өлөшө булып тора. Был дәүерҙә утрауҙа мамыҡ үҫтереү үҫешә. 1914 йылда Яңы Британияны Австралия ғәскәрҙәре баҫып ала һәм Беренсе донъя һуғышы тамамланғас Австралия утрау менән идара итеүгә Милләттәр Лигаһынан мандат ала.
Икенсе донъя һуғышы осоронда 1942 йылда утрау Рабаул өсөн алышты еңгән Япония империяһы ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. Америкалылар утрауҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн һәм көньяҡ-көнбайышта Меркус моронон яулап алалар. Шуға ҡарамаҫтан Рабаул ҡалаһын һуғыш тамамланғанға ҡәҙәр яулап ала алмайҙар, һәм тик Япония дөйөм капитуляция тураһындағы акт ҡабул иткәндән һуң ғына утрау америкалыларға бирелә.
Папуастар Яңы Британияның иң боронғо этник төркөмө булып тора. Артабан утрауға Меланезия кешеләре килеп урынлаша. Толаи халҡы иң ҙур этник төркөмө булып тора. Утрауҙа шулай уҡ байнинг, киленге, сулка һәм лакалаи халыҡтары йәшәй.