Яңы Үзән | |
ҡаҙ. Жаңаөзен | |
Герб | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1964 |
---|---|
![]() | |
Рәсми атамаһы | Жаңаөзен |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Жанаозенская городская администрация[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Хөкүмәт башлығы | Абилов, Елубай Джакаевич[d] |
Халыҡ һаны | 113 377 кеше (2016)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 171 метр |
Майҙан | 51,5 гектар |
Почта индексы | 130200 |
![]() | |
![]() |
Яңы Үзән (ҡаҙ. Жаңаөзен /ʐɑˌŋɑʷøˈzʲen/, элекке Новый Узень) —Ҡаҙағстандың Мангистау өлкәһенең өлкә буйһоноуындағы ҡалаһы.
1964 йылда барлыҡҡа килгән, Манғышлаҡ (Маңғыстау) яйлаһында урынлашҡан. 1968 йылдан ҡала Новый Узень атамаһы менән йөрөй. 1993 йылдың 7 октябрендә Яңы Үзән тип үҙгәртелә.
1989 йылдың июнь айында Новый Узень ҡалаһында милли нигеҙҙә ҙур сыуалыштар була.
Рәсми версия буйынса, 2011 йылдың 16 декабрендә, нефтселәрҙең ете айға һуҙылған забастовкаһынан һуң, Яңы Үзәндең төп майҙанында эске ғәскәрҙәре ҡорал ҡулланыуы арҡаһында күмәк сыуалыштар башлана, һәм был хәл рәсми мәғлүмәттәр буйынса 15 кешенең һәләк булыуына килтерә. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса 64 кеше һәләк була һәм 400 кеше яралана[2]. Ғәскәр индерелгәндән һуң, бер айҙан ашыуға комендант сәғәте иғлан ителә. Был ваҡиғаларҙан һуң күпләп ҡулға алыуҙар була.[3].
2012 йылдың июлендә эш ташлауҙар үтә[4], митинг әҙерләнә, ҡалаға эске ғәскәрҙәр индерелә[5].
2012 йылдың октябрендә Маңғыстау өлкәһе әкиме Бауыржан Мүхәмәджановҡа өлкәндәр төркөмө ҡаланың исемен изге Бекет-ата хөрмәтенә атау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә[6]. 2012 йылдың декабрендә ҡала әкиме Серикбай Турымов ҡаланың исеме үҙгәртелмәйәсәген иғлан итә[7].
2022 йылдың ғинуарында шыйыҡландырылған газға хаҡтарҙың кинәт артыуына ҡаршы протесттар башлана[8].
2019 йылдың башына халыҡ һаны 81 581, йәғни бөтә өлкә халҡының 12,03%-н тәшкил иткән[9]. Ҡала хакимиәте территорияһы составында 151 098 кеше йәшәгән, шуларҙың 98,67 проценты - ҡаҙаҡтар (98,7%), урыҫтар (0,67%), ҡарағалпаҡтар (0,18%), үзбәктәр (0,15%)[10]. 11,5 мең кеше йәшәгән Тәңге ҡасабаһын һәм 3,5 мең кешене үҙ эсенә ала. Жаңаөзен ҡалаһы хакимиәте составына ҡаланан башҡа 11,5 мең кеше йәшәгән Теңге ҡасабаһы һәм 3,5 мең кеше йәшәгән Ҡызылсай ауылы инә. 2012 йылда ҡала составында Рахат ауылы барлыҡҡа килгән.
Нефть һәм тәбиғи газ сығарыу. «Ҡаҙаҡ газ эшкәртеү заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (ТОО). Быға тиклем ҡалала Ҡаҙғстандың төрлө төбәктәренән яуаплылыҡҡа тарттырылған енәйәтселәре тоолған холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениеһы урынлашҡан булған, улар 6656-сы хәрби часының өсөнсө уҡсылар ротаһы һағы аҫтында тотолған. Бынан тыш, ҡалала 2012 йылда асылған Ҡаҙағстан Республикаһы Милли гвардияһының йәмәғәт тәртибен контролдә тотоуҙы тәьмин итеүсе в/ч 5548-се хәрби часының һәм ВС РК — в/ч 51809-Г һауа оборонаһы бригадаһының айырым радиолокация ротаһы урынлашҡан. Ул элекке аэропорт булған ерҙә урынлашҡан[11]
Ҡаланан Ҡаҙағстан — Төркмәнстан — Иран тимер юл линияһы башлана[12][13].
Ҡаҙағстан Республикаһының 2001 йылдың 23 ғинуарында ҡабул ителгән «Ҡаҙағстан Республикаһында урындағы дәүләт идараһы һәм үҙидараһы тураһында» законына ярашлы, Яңы Үзән әкимен Маңғыстау әкиме тәғәйенләй.
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
Stat
төшөрмәләре өсөн текст юҡ<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
Stat2019
төшөрмәләре өсөн текст юҡҠалып:НП городской администрации Жанаозена Ҡалып:НП Мангистауской области