Яңырыу фәлсәфәһе

Яңырыу фәлсәфәһе
Әһәмиәтле кеше Франческо Петрарка, Джованни Боккаччо, Николай Кузанский[d], Лоренцо Валла[d], Марсилио Фичино[d], Пьетро Помпонацци[d], Пауль Риций[d], Пико делла Мирандола, Джованни[d], Эразм Роттердамский[d], Никколо Макиавелли, Николай Коперник, Шарль де Бовель[d], Томас Мор[d], Джордано Бруно, Хуан Луис Вивес[d], Томмазо Кампанелла[d] һәм Гуго Гроций[d]
 Яңырыу фәлсәфәһе Викимилектә

Яңырыу дәүере фәлсәфәһе — XV—XVI быуаттарҙағы Европа фәлсәфәһендәге йүнәлеш. Рәсми католик динен танымау һәм кеше шәхесенә ҡыҙыҡһыныу менән һыҙатлана. Гуманистар араһында был ҡыҙыҡһыныу (Ренессанс) классик гуманизм идеяларында сағылыш тапты һәм Хәҡиҡәттең (фәлсәфәүи) ғәмәлдәге раҫланыуына булышлыҡ итте (хәҙерге заман тәбиғәт фәндәренең методологияһы (тәжрибә + файҙа) нигеҙендә ята).

Яңырыу фәлсәфәһенең дөйөм характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был осорҙоң фәлсәфәүи фекерләүенә кешене үҙәккә ҡуйып ҡарау хас тип ҡылыҡһырларға була.

Яңырыу дәүерендә индивид күберәк үҙаллылыҡ ала, ул йыш ҡына теге йәки был союзды түгел, ә үҙен сағылдыра. Бынан кешенең яңы үҙаңы һәм уның яңы йәмәғәт позицияһы: ғорурлыҡ һәм үҙ-үҙен раҫлау, үҙ көсөн һәм талантын аңлау кешенең айырмалыҡлы сифаты була. Яңы дәүер индивиды бөтә ҡаҙаныштарын үҙе генә өлгәшкән тип иҫәпләй. Төрлө яҡлы үҫеш — был яңырыу дәүере кешеһенең идеалы. Кеше үҙенең ижадсыһы була. Һөҙөмтәлә кеше үҙен ҡотҡарыу өсөн аллаһ бәрәкәтенә мохтаж түгел инде. Кеше үҙенең тормошон һәм яҙмышын ижад итеүсе сифатында булыуын аңлаған һайын, ул тәбиғәт менән бер сикләүһеҙ идара итеү өҫтөнлөгөнә эйә була бара.

Яңырыу осоронда сәнғәт ҙур әһәмиәткә эйә була бара, һәм, һөҙөмтә булараҡ, ижадсы кеше культы барлыҡҡа килә. Ижади эшмәкәрлек үҙенә күрә сакраль (изге) һыҙат ала.

Яңырыу дәүеренең үҙенә генә бер төрлө матурлыҡ культы антропоцентризм менән бәйле. Яңы дәүерҙә, элек бер ҡасан да булмағанса, айырым кешенең ҡиммәте артҡан. Был осорҙа һәр индивидтың үҙенсәлеге һәм уникаллеге барыһынан да юғары ҡуйылған.

Яңырыу дәүерендә фәлсәфә тәбиғәтте өйрәнеүгә ҡабат мөрәжәғәт итә. Натурфәлсәфә менән  ҡыҙыҡһыныу, йәғни урта быуаттағыса, тәбиғәткә ҡарата бойондороҡло өлкә итеп түгел, ә яңы ҡараш XV б. аҙағына — XVI б. башына көсәйә.

Кешене төшөнөү мәсьәләһендәге һымаҡ, тәбиғәтте аңлауҙа ла Яңырыу фәлсәфәһе үҙенсәлекле — тәбиғәт яҡлаулы ҡараштан аңлатыла. Христиан Аллаһы тәбиғәт менән берләшкән кеүек, һуңғыһы уның һайын аллалаштырыла.

Яңырыу натурфәйләсуфтары, мәҫәлән, атаҡлы немец алхимигы һәм астрологы Парацельс, XV-XVI быуаттарға хас булған һымаҡ, серле оккульт көстәр ярҙамында тәбиғәт менән идара итеүгә ынтылып,  тәбиғәттпе магик-алхимик аңлауҙы ҡулланған. Натурфәйләсуфтар барлыҡҡа килтереү идеяһын алып ташларға ынтылған: донъя йәне тәбиғәттең үҙенең эсендәге ғүмер көсө, уның ярҙамы менән тәбиғәт үҙаллылыҡҡа өлгәшә һәм ул теге донъя башланғысына бүтән мохтажлыҡ кисермәй.

Мишель Эйкем де Монтень (1533-1592) — Яңырыу дәүеренең күренекле фәйләсуфы һәм яҙыусыһы, кешенең күңел кисерештәрен әҙәби нәфислек, нескә анализлап, һүрәтләп, яҙылған «Тәжрибәләр» китабы авторы. Ғилемдең сығанаҡ пункты — скептицизм. Агностицизмдан айырмалы рәүештә Монтендең  скептицизмы донъяны танып-белеүҙе инҡар итмәй. Монтень, кеше үҙенең фекерләүен тәбиғәт ҡанундарын танып-белеү юлы менән даими камиллаштырырға тейеш, тип иҫәпләгән. Кешеләрҙең тиңлеге идеяһы яҡлы булған,  цивилизация прогресы боҙған «тәбиғи хәл-торош»то идеаллаштырған. анап, Кешеләр, фәҡәт ҡатламдар һәм социаль тигеҙһеҙлек булмағанда ғына, бәхетле булыуы мөмкин, тип иҫәпләгән. Уның әхлағының төп принцибы: кеше үҙ бәхетен, дин күктән тип вәғәҙә иткәнгә, бер нимә эшләмәй генә көтөп ултырырға тейеш түгел, ул ерҙәге тормошонда ла бәхеткә ынтылып йәшәргә хоҡуҡлы.

Николай Кузанский

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Кузанский, ысын исеме — Николай Кребс; Кузанский ҡушаматын тыуған урыны буйынса алған — Мозелдәге Бернкастель-Кус (Куза) (1401—1464) — теолог (папа Пий II янында кардинал булып хеҙмәт иткән), фәйләсуф, ҙур ғалим, уның математика, астрономия һәм география өлкәһендәге тикшеренеүҙәре бигерәк тә әһәмиәтле. Алланың бер бөтөнлөгө һәм уның тәбиғәттә ағылышы тураһындағы идеяһын (ҡара: Пантеизм) әйтеп биргән. Донъя — гелиоцентрик система тигән, йыһанды сикһеҙ тип иҫәпләгән, уның идеялары Джордано Бруно, Николай Коперникка һәм Галилео Галилейға йоғонто яһаған, тип иҫәпләнә. Кешенең танып-белеү ҡөҙрәтен, уның ижади һәләттәрен алланан бирелгән тип («кеше — ул уның аҡылы»), һыҙыҡ өҫтөнә алған. Икеләнеүҙәр һәм ҡапма-ҡаршылыҡтар уның фәлсәфәһенең үҙәк темаларының береһе булып тора. Ул математик ысынбарлыҡты төшөнөүҙә ҡапма-ҡаршылыҡ закондарын файҙаланыу сиктәре, һәм тәбиғәтте төшөнөүҙә математик төшөнсәләрҙе ҡулланыу мөмкинлеге тураһында фекер йөрөтә.

Все вещи благодаря причастию Единому суть то, что они суть. Единое же, причастие чему есть бытие как всего, так и отдельного, по-своему сияет во всех вещах и в любой вещи. Поэтому в твоих размышлениях тебе нужно искать тождества во множестве или же единства — в одинаковости.

Джордано Бруно (1548-1600) — италия фәйләсуфы, Яңырыу дәүере фәлсәфәһенең һуңғы вәкилдәренең береһе. Алла донъя бөтөнлөгө менән тиңләштерелә, тип иҫәпләгән пантеизмға тоғро булған. Тәбиғәттән юғары Хоҙайҙы танып белергә генә түгел, «Әйберҙәр аллаһы» булған тәбиғәттең үҙен танырға саҡырған. Николай Коперниктың гелиоцентризм теорияһын хуплаған, ҡапма-ҡаршылыҡтың диалектик берҙәмлеген иҫбатлаған (сикһеҙлектә тура һыҙыҡ түңәрәк булып тоташа, периферия үҙәк менән тап килә, материя форма менән ҡушыла). Эшмәкәрлегендә тән һәм йән, объект һәм субъект ҡушылған монаданы тереклектең берәмеге тип иҫәпләгән. Хоҙай «монадаларҙың монадаһы» булып тора. Этик ҡараштарында «ҡаһарманлыҡ мауығыуы» һәм кешеләрҙе юғары күтәргән сикһеҙлеккә сикһеҙ һөйөү идеяларына таяна. 1600 йылдың 17 февралендә, 8 йыл тотҡонлоҡтан һуң, бидғәт тип ғәйепләп, Римдең Сәскәләр майҙанында тереләй яндырып үлтерелә.

  • Франческо Петрарка (1304—1374)
  • Колюччо Салютати (1331—1406)
  • Георгий Гемист (1360-1452 йй. тирәһе)
  • Леонардо Бруни (1370/1374-1444)
  • Поджо Браччолини (1380—1459)
  • Трабзон Джоджоһы (1395—1486)
  • Николай Кузанский (1401—1464)
  • Виссарион Никейский (1403—1472)
  • Лоренцо Валла (1405—1457)
  • Иоанн Аргиропул (1415—1487)
  • Марсилио Фичино (1433—1499)
  • Леонардо Да Винчи (1452—1519)
  • Джироламо Савонарола (1452—1498)
  • Иоһанн Рейхлин (1455—1522)
  • Пьетро Помпонацци (1462—1525)
  • Джованни Пико делла Мирандола (1463—1494)
  • Алессандро Акиллини (1463—1512)
  • Эразм Роттердамский (1466—1536)
  • Николло Макиавелли (1469—1527)
  • Виллибальд Пиркһеймер (1470—1530)
  • Николай Коперник (1473—1543)
  • Томас Мор (1478—1535)
  • Франческо Гвиччардини (1483—1540)
  • Мартин Лютер (1483—1546)
  • Ульрих Цвингли (1484—1531)
  • Агриппа (1486—1536)
  • Ульрих фон Гуттен (1488—1523)
  • Хуан Гинес де Сепульведа (1489—1573)
  • Хуан Луис Вивес (1492—1540)
  • Парацельс (1493—1541)
  • Франсуа Рабле (1493—1553)
  • Уильям Тиндейл (1494—1536)
  • Андре де Говейа (1497—1548)
  • Филипп Меланхтон (1497—1560)
  • Джероламо Кардано (1501—1576)
  • Нострадамус (1503—1566)
  • Бернардино Телесио (1509—1588)
  • Гийом Постель (1510—1581)
  • Андрей Везалий (1514—1564)
  • Пётр Рамус (1515—1572)
  • Франческо Робортелло (1517—1567)
  • Жан Боден (1529—1596)
  • Франческо Патрици да Керсо (1529—1597)
  • Этьен де Ла Боэси (1530—1563)
  • Джакомо Дзабарелла (1533—1589)
  • Мишель Монтень (1533—1592)
  • Франсуа Виет (1540—1603)
  • Юст Липсий (1547—1606)
  • Джордано Бруно (1548—1600)
  • Франсиско Суарес (1548—1617)
  • Джон Непер (1550—1617)
  • Чезаре Кремонини (1550—1631)
  • Олива Сабуко де Нантес (1562—1625)
  • Галилео Галилей (1564—1642)
  • Томмазо Кампанелла (1568—1639)
  • Йоһанн Кеплер (1571—1630)
  • Уильям Гарвей (1578—1657)
  • Гуго Гроций (1583—1645)
  • Компанаци