Ғосман империяһында мөхәжирлек

Балҡан мөхаджирҙәренең Истанбулға килеүе. 1912 й.
Ғосман империяһында мөхәжирлек
 Ғосман империяһында мөхәжирлек Викимилектә

Төрөк мөхәжирлеге XVIII—XX быуаттарҙа Ғосман империяһына мосолмандарҙың (мөхәжирҙәрҙең) күпләп күсенеүе. XX быуат аҙағына Анатолия мосолман халҡының дүрттән бер өлөшө мөхәжир вариҫтары була.

XVIII быуаттың икенсе яртыһынан алып мосолмандарҙың күсенеп төпләнеүе Ғосман империяһы тормошоноң мотлаҡ бер өлөшөнә әйләнә. Урыҫ-төрөк һуғышы барышында, 1771 йылда Ҡырымды яулап алғанда, тәүге күсенеүҙәр күҙәтелә, әммә был күренеш 1854—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы ваҡытында киң тарала. Ҡырым татарҙарының эмиграцияһы христиан дәүләте хакимлығы аҫтында ҡалырға теләмәүе арҡаһында килеп сыға. Ҡырым ҡасаҡтарының дөйөм һаны, моғайын, ярты миллион кешенән артҡандыр.

Ғосман империяһына ул ваҡытта мосолмандар менән башҡа халыҡтар ҙа эмиграциялана. Петр I һәм Екатерина реформаларынан ҡасып, йөҙҙәрсә урыҫ старообрядсылары Добруджала, Дунай буйлап һәм Ҡара диңгеҙ яры буйында төпләнә. 1848—1849 йылдарҙағы революциялар ваҡытында репрессияларҙан ҡасып, меңдәрсә кеше бигерәк тә Венгрия, Чехия һәм Польшанан Ғосман империяһына ҡаса.

Был эммигранттар ағымы 1857 йылда күсенеүселәр кодексының (төр. Muhacirin Kanunnamesi) ҡабул ителеүенә килтерә. Кодексҡа ярашлы, Румелияла төпләнгәндәрҙең милкендә 60 ғосман алтын тәңкәләренән кәмерәк аҡса булһа, улар ярлы ғаиләләр тип таныла һәм дәүләттән ер алыу һәм 6 йылға һалымдарҙан һәм хәрби йөкләмәләрҙән азат ителеү хоҡуғына эйә була. Әгәр Анатолияла төпләнһә, 12 йылға һалымдарҙан һәм хәрби йөкләмәләрҙән азат ителә. Күскенселәргә дин тотоу азатлығы һәм культ ғибәҙәтханалары төҙөү хоҡуғы гарантиялана. 1860 йылда сауҙа министрлығы ҡарамағында ҡасаҡтар балалары буйынса комиссия булдырыла (төр. Muhacirin Komisyonu), киләһе йылында ул бойондороҡһоҙ органға әйләнә.

Иң ҙур эмиграция тулҡыны Кавказ һуғышы арҡаһында барлыҡҡа килә. 1864 йылда Рәсәй империяһы Кавказдың таулы өлөшөн контролдә тота башлай. 1,2 миллионға тиклем мосолман, шул иҫәптән тотош ҡәбиләләр, Рәсәй хакимлығынан Ғосман империяһына ҡаса. Йыш ҡына был ҡасыу урыҫ армияһының урындағы халыҡҡа ҡарата ҡулланған терроры, шулай уҡ грузин һәм казактарҙың даими булмаған ғәскәрҙәренең терроры арҡаһында була.

Европа территорияларын юғалтыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Күскенселәр һаны



Ғаиләләр һаны



1876 276 389 69 000
1877 198 000 49 000
1878 76 000 19 100
1879 20 763 5324
1880 13 898 3460
1881 23 098 3780
1882 33 941 6396
1883 13 748 2690
1884 13 522 2816
1885 13 365 2807
1886 12 084 2614
1887 10 107 2092
1888 11 753 2506
1889 28 451 6135
1890 23 220 4835
1891 13 778 3024
1892 18 437 3901
1893 18 778 3715
1894 1404 2888
1895 6643 1237
1896 5846 1224
Бөтәһе 833 225 198 544

1877 — 1877 йылдарҙағы һуғыш эҙемтәләре Ғосман империяһы өсөн бик фажиғәле була, ул территорияһының өстән бер өлөшөн һәм халыҡының 20 проценттан ашыуын юғалта. Европа державалары оккупацияһы аҫтында ҡалған территорияларҙа мосолмандарҙы күпләп үлтереү башлана, һөҙөмтәлә миллионға яҡын ҡасаҡ барлыҡҡа килә, уларҙың яҡынса яртыһы ғына һуғыш тамамланғандан һуң үҙ йорттарына ҡайта ала. Бөтәһе 260 000 кеше үлтерелә йәки астан үлә. Ҡырым һәм Төньяҡ Кавказдың ғосманлыларҙың Европа территорияларына күсерелгән элекке халҡы икенсе тапҡыр террорҙан ҡасырға мәжбүр була. Ғосман империяһында ҡалған 500 000 мөхәжир Истанбулда төпләнә, ҡалғандары Анатолияға, шулай уҡ Балкан, Крит һәм Сүриәнең империя контроллек иткән өлөшөнә күсерелә. Ғосман империяһы демографик хәлде үҙгәртеү маҡсатында мөхәжирҙәрҙе әрмәндәр йәшәгән территорияларға урынлаштыра. Христиандарҙан эҙәрлекләүҙәргә дусар булған был ҡасаҡтар империяның христиандарға ҡаршы кәйефенә әүҙем булышлыҡ итә.

Балҡан һуғышында еңелеү Ғосман империяһы өсөн тағы ла бер ҙур фажиғә була. Империя Европала 4,2 миллион кеше йәшәгән территорияларының 80 процентын юғалта (империя халҡының яҡынса 15 проценты). 500 йылдан ашыу империя составында булған һәм иң үҫешкән провинциялар тип иҫәпләнгән Албания, Македония һәм Фракияны юғалта, был хәл йәмғиәткә, иҡтисадҡа һәм мәҙәнит афәтенә килтерә. Һуғыш яртыһынан күбеһе мосолман булған 800 000 кешенең ҡасаҡҡа әйләндерә. Ҡасаҡтарҙың байтаҡ өлөшө ғәсҡәр менән Сириянан килгән ваба сиренән ҡырыла. Йорттарын, йәшәгән ерен юғалтҡан ҡасаҡтар, 1778 йылдағы кеүек үк, Истанбулға килеп тула. Истанбулдың бер районында улар рөхсәт ителмәгән тораҡ пункты (төр. gecekondu) төҙөй. Ғәйәт ҙур масса менән күсенгән кешеләр ҙур проблемалар тыуҙыра. Әммә был территорияларҙы юғалтыу һөҙөмтәһендә этник төрөктәр тарихта беренсе тапҡыр империя халҡының күпселеген тәшкил итә башлай, ә үҫешкән Европа провинцияларынан сыҡҡандар ғосман элитаһының күпселек өлөшөн тәшкил итә. Эске эштәр министры Талаат-паша, Измир губернаторы Рахми Мостафа Кәмал кеүек сәйәсмәндәр — сығыштары буйынса Балҡандан һәм тыуған илен юғалтҡан шәхестәр.

Төрөк тарихи хәтерендә 1870-се йылдарҙан алып 1913 йылда Балҡан һуғыштарының аҙағына тиклем булған был ваҡиғалар sökümü — «афәт» булараҡ билдәле.

Депортация һәм Греция менән халыҡтарҙы алмашыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат аҙағында, XX быуат башында сәйәси һәм хәрби сәбәптәр буйынса Кесе Азияла һәм Балҡанда бер нисә этник һәм дини община бөтөрөлә, был процесс 3 миллиондан ашыу кешегә ҡағыла. 1914 йылға тиклем ҡасаҡтар башлыса мосолмандар була. Европа территорияларын юғалтыуға бәйле төрөктәрҙең коллектив рәүештә рухи йәрәхәтләнеүе төрөктәрҙә башлыса мосолмандар йәшәгән Кесе Азияла тыуған ил төҙөү кәрәклеге тураһындағы инаныуға килтерә, шул маҡсатта Ғосман империяһынан гректар һәм әрмәндәр ҡыуыла. Һөҙөмтәлә әрмәндәр һәм гректар геноцидты татый. Ошо тарихи нигеҙҙә Греция менән Төркиә араһында этник аҙсылыҡтар менән алмашыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Һуғыш ваҡытында Ғосмандар контроле аҫтында ҡалған 50 000 самаһы болгар Көнсығыш Фракиянан Болгарияға ҡаса, шул уҡ һанда төрөктәр кире йүнәлештә ҡаса. Ҡасаҡтарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн 1913 йылдың 29 сентябрендә Болгария һәм Төркиә тыныс халыҡты алмаштырыу протоколына ҡул ҡуя, уға ярашлы, берлектәге комиссия ҡалдырылған мөлкәтте баһаларға тейеш була. Беренсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле, был пландар тормошҡа ашмай, ләкин ул артабанғы халыҡты алмаштырып алыуға нигеҙ булып тора. 1914 йылдың башында Талаат-паша «Берҙәм прогресс» партияһы вәкиле Мәхмүт Джелялға (Mahmut Celâl) империяның көнбайыш яр буйҙарын төркиләштереү бурысын йөкмәтә. Быны тормошҡа ашырыу маҡсатында Джеляль «Махсус ойошма» менән берлектә янау һәм ҡурҡытыу юлы менән 200 000 гректы Эгей диңгеҙендәге грек утрауҙарына ҡасырға мәжбүр итә. Шул уҡ йылдың майында ғосман хөкүмәте грек премьер-министры Венизелос менән грек һәм төрөк халҡы менән ирекле алмашыу тураһында килешеү төҙөй, әммә был килешеүҙе лә тормашҡа ашырыу, Беренсе донъя һуғышы башланыу арҡаһында, туҡтатыла. Һуғыш ваҡытында гректар, әрмәндәрҙән һәм ассирийҙарҙан айырмалы рәүештә, күпләп үлтереүгә дусар булмай, әммә Греция һуғышҡа Антанта яғында ингәндән һуң, күп кенә гректар, лояль булмағанлыҡтан ҡурҡып, Анатолияның төпкөлөнә күсерелә. Грек һалдаттары башлыса хеҙмәт батальондарында хеҙмәт итә.

Мудрос килешеүенән һуң гректар Смирнаға дәғүә белдерә һәм 1919 йылдың майында был ҡаланы баҫып ала. Грек армияһы менән бергә ҡалаға ҡалған грек ҡасаҡтары ҡайта. Антанта һәм Ғосман империяһы араһындағы Севр тыныслыҡ тураһындағы килешеүе гректарҙың был ерҙәрҙе биләп алыуын ҡағыҙға теркәп ҡуя.Әммә Анатолияның милләселек кәйефендәге халҡы килешеүҙе таныуҙан баш тарта. Бынан грек армияһы файҙаланып ҡалырға тырыша һәм Анатолия эсенә үтеп инә, ләкин 1921 йылдың сентябрендә Анҡара янында улар туҡтатыла. 1922 йылдың 9 сентябрендә Смирна ҡайтанан төрөктәр ҡулына күсә. Төрөктәрҙең уларҙы репрессия дусар итеүенән ҡурҡып, 400 000-дән алып 500 000-гә тиклемге грек ҡасып китә. Был ваҡытҡа Ғосман Империяһы территорияһында үҙәк Анатолияла һәм Ҡара диңгеҙ ярһарының көнсығышында грек общиналары була. Фритьоф Нансен беренсе тапҡыр Анатолияғы гректарҙы Грециялағы мосолмандарға алмаштырыу тәҡдименән сығыш яһай. 600 000 мослмандың Ғосман империяһына ҡайтарылыуы Грецияла торлаҡ проблемаһын өлөшләтә хәл итәсәге лә күҙҙә тотола. Халыҡтарҙы алмаштырыу 1923 йылдың 24 июлендә Лозаннала төҙөлә, был документ 1912 йылдан алып күҙәтелгән депортацияларҙы законлы тип таный. Мосолмандарҙың күпселеге крәҫтиән булғанға күрә, уларҙы Анатолияға төпләндереү маҡсатҡа ярашлы, тип табыла. Халыҡтарҙы күсереү буйынса комиссия үҙ эшен 1934 йылға тиклем дауам итә.

Төркиә республикаһына нигеҙ һалынған мәлдә мөхәжирҙәр һәм уларҙың вариҫтары халыҡтың 20 проценттан ашыуын тәшкил иткән була. Төрөк сәйәсәтенә ярашлы, республиканы дини гомогенизациялау планлаштырыла һәм халыҡ менән алмашыу төрөк милләте төҙөлөшөнөң кәрәкле өлөшө булараҡ ҡабул ителә, ә христиан вәкилдәренән торған коммерция һәм сәнәғәт урта синыфтарының юҡҡа сығыуы илдең тулы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн түләгән хаҡ булараҡ таныла.

Хәҙерге Төркиәлә мосолман ҡасаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йылда Болгария хөкүмәте төрөк-мосолмандарының этник аҙсылығын көсләп ассимиляциялау сәйәсәтен әүҙемләштерә, һөҙөмтәлә 344 000 болгар төркө Төркиәгә ҡасырға мәжбүр була. Әммә Төркиә бындай күләмдә ҡасаҡтарҙы үҙендә урынлаштыра алмай һәм уларҙың күпселеге бер йылдан Болгарияға кире ҡайта.

  • McCarthy J.[en]. Muslims and Minorities: The Population of Ottoman Anatolia and the End of the Empire. — New York University Press, 1983. — 248 p. — ISBN 9780814753903.
  • Erik J. ZÜRCHER. Turkey: A Modern History. — 3. — I.B.Tauris, 2004. — 424 p. — ISBN 9781860649585.