Ғәббәс II (Иран шаһы)

Ғәббәс II
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Сәфәүиҙәр дәүләте
Тыуған көнө 20 декабрь 1633({{padleft:1633|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ҡәзвин, Иран
Вафат булған көнө 26 октябрь 1666({{padleft:1666|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (32 йәш) или 5 октябрь 1666({{padleft:1666|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[2] (32 йәш)
Вафат булған урыны Дамган[d], Семнан[d], Иран
Ерләнгән урыны Кум[d]
Атаһы Сефи I[d][2]
Әсәһе Анна Ханум[d]
Балалары Солейман Сефи[d]
Нәҫеле Сәфәүиҙәр
Һөнәр төрө хаким
Биләгән вазифаһы Шаһ
Хеҙмәттәре тупланмаһы Виктория һәм Альберт музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Ғәббәс II Викимилектә

Ғәббәс II (перс. عباس دوم; азерб. II abbas səfəvi; 31 декабрь 1632 йыл — 1667 йыл) — 1642 йылдың майынан Сәфәүиҙәр династияһынан Иран шаһы[3].

Ғәббәс ii хакимлығы ваҡытында сығарылған 1647 йылғы көмөш тәңкә. Әзербайжан тарихы музейы, Баҡы.

1642 йылда атаһы Сәфи I вафатынан һуң тәхеткә ултыра. Ғәббәс II йыш ҡына һәм күп кенә шарап эсә ихтыярһыҙ хаким булып дан ала. Дәүләт менән идара итеүҙә үтә артыҡ һарай аҡ һөйәктәренә ышана; әммә шул уҡ ваҡытта уның хакимлығы осоронда алдараҡ юғалтылған Ҡандағарҙы 1649 йылда ҡайтарып алыу менән билдәләнә, дәүләт һәм уның иҡтисады күтәренкелек осорон кисерә, быны Персияла булып киткән Европа сәйәхәтселәре билдәләп үтә.

Зоһаб трактаты Ғосман империяһы менән Сәфәүи империяһының көнбайыш сиктәрендә оҙайлы тыныслыҡ булдыра, әммә уның төньяҡ һәм көнсығыш сиктәрен тынысландырмай. Шаһ Ғәббәс II тыңһығыҙ Кавказда ҡапма-ҡаршылыҡҡа йәлеп ителә, сәфәүи йоғонтоһо өлкәһе урыҫтарҙың һәм ғосмандарҙың йоғонтоһо өлкәләре менән бәрелешкә инә.Төп мәсьәлә Ҡуйһыу йылғаһындағы урыҫ гарнизоны киңәйтелеүе һәм яңы нығытмалар төҙөлөүе менән бәйле. Был хаҡта белеп ҡалғас, Шаһ Ғәббәс II, хатта Ҡандағар арҡаһында Моголдар империяһы менән низағ сығыуы хәүефенә ҡарамаҫтан, ниндәйҙер аҙым эшләргә ҡарар итә. Әрдәбил, Чухурсаад, Ҡарабах һәм Астар һәм Әзербайжан округтары губернаторҙарына Ширван губернаторы Хосров ханға ярҙамға ғәскәрҙәр еббәреү буйынса бойороҡтар ебәрелә. Төрлө ҡәбиләләр берекмәләре менән көсәйтелгән ғәскәрҙәр, шул иҫәптән, Дағстан хакимы (шамхал), Дербент хакимы һәм Ҡараҡайтаҡ хакимы ебәргән контингенттары менән бергә, 1953 йылда нығытманы һөжүмләйҙәр һәм уны, үртәү алдынан, урыҫтарҙы һәм нуғайҙарҙы ҡыуып сығаралар. Ғәббәс II ҡыҙылбаш яугирҙарын йәшәү урыны менән тәьмин итеү өсөн өсөн нығытмалар төҙөргә ҡуша. Әлеге бойороҡ Дағстан халыҡтары араһында сыуалыштарға килтерә. Сәфәүиҙәрҙең төрлө урындағы эмирҙарҙы Ширван губернаторы, Хажи Манучехр хандың контроле аҫтына ҡуйырға маташыуҙарыуңышһыҙлыҡҡа тарый. Сәфәүиҙәр яуап итеп 30 000 кешенән торған армияны ебәрә һәм уңышҡа өлгәшә. Шуға ҡарамаҫтан, һөҙөмтәлә һуғышҡа тиклемге статус-кво тергеҙелә: традицияға ярашлы, Сурхай Шамхал хан Гөлмихр бәк улын аманат сифатында Исфаһанға ебәрә, һәм уға ҡабаттан үҙенең тәхетенә ултырырға рөхсәт ителә[4].

Ғәббәс II Рус батшалығы менән тығыҙ бәйләнештәр булдыра. Ғәббәс II ғәскәрҙәренең походы ваҡытында Төньяҡ Кавказда рус форпосты — Сунжен төрмәһе — яндырыла. 1664 йылда урыҫ сауҙагәрҙәренә фарсы биләмәләрендә ирекле сауҙаға ташламалар бирә.

Ғәббәс II дәүерендә Мәүәрәннәһерҙәге низағтар арҡаһында яҡынса ете мең үзбәк үҙҙәренең эмирҙары һәм бер батша улы менән Иранда йәшәү урынын һорайҙар һәм шаһ хеҙмәтенә ҡабул ителәлер. Кавказ аръяғында мәжбүри рәүештә ете мең ҡыҙ тартып алына, һәм улар үзбәктәргә ҡатынлыҡҡа таратыла.

Сәфәүи дәүләте менән Ғосман империяһы үҙ-ара мөнәсәбәттәре 20-се йылдар XVIII быуаттың 20-се йылдарына тиклем тыныс булып ҡала, сөнки көстәр тигеҙләнеше урынлаштырыла һәм хәрби ғәмәлдәрҙең яңырыуы ике хөкүмәткә лә өмөтһөҙ булып тойола.

Ғәббәс II дәүерендә Иранда Европа саугәрҙәренең роле көсәйә, француз сауҙагәрҙәренә ташламалар бирелә. Быға тиклем пошлинаһыҙ ебәк сауҙаһында оҡшаш өҫтөнлөтәрҙе Сәфи I инглиз һәм голланд сауҙагәрҙәренә бирә.

  1. Abbas II of Persia // https://pantheon.world/profile/person/Abbas_II_of_Persia
  2. 2,0 2,1 Аббасъ I (урыҫ) // Энциклопедический лексиконСПб.: 1835. — Т. 1. — С. 11—12.
  3. Abbas II. Encyclopaedia Iranica
  4. R. Matthee, «Persia in Crisis. Safavid Decline and the Fall of Isfahan» — p. 121—122
  • Аббас II // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.