Ғәбделҡадир әл-Йызайыр | |
ғәр. عبد القادر الجزائري | |
Вафат булғандан һуң төшөрөлгән портрет, рәссамы — Анже Тиссье | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Муасҡар, |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Дамаск, |
Хеҙмәт иткән урыны |
Ғәбделҡадир (тулы исеме Ғәбделҡадир бин Мөхөтдин әл-Йызайыр, ғәр. عبد القادر الجزائري; 6 сентябрь 1808 йыл, Муасҡар — 26 май 1883 йыл, Дамаск) — ғәрәп әмире, Алжирҙың милли ҡаһарманы, юлбашсы, дин белгесе, суфый, ғалим, оратор һәм шағир.
Ғәбделҡадир сығышы буйынса Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан Оран ҡалаһында төпләнгән бик боронғо һәм затлы руханиҙар ырыуынан булған. Ғилми әҙәбиәттә йөрөгән фекер буйынса, Ғәбделҡадирҙың ата-бабалары бану-ифрен ғәрәпләштерелегән бәрбәр ҡәбиләһенән сыҡҡандар[1][2].
Ғәбделҡадир үҙенең атаһы Сәйет Мөхөтдин менән етәкләнгән Муасҡар ҡалаһындағы «Һетнә» мәҙрәсәһендә белем ала. Үҙенең ғәжәп һәләттәре, диндарлығы, ғилемлеге һәм ҡорал менән эш итә белеү арҡаһында ул йәш сағында уҡ киң танылыу ала.
Алжирҙағы эҙәрләүҙән Мысырға ҡаса, бынан Мәккәгә хаж ҡыла һәм хажи булараҡ тыуған яғына ҡайта. Бал ваҡытта француздар Алжирҙы баҫып алалар, әммә уларға ҡаршы ғәрәптәр ихтилал күтәрә.
Ғәбделҡадир төрлө социаль төркөмдәренең тарҡылышын еңеп сыға һәм 1832 йылда көнбайыш Алжир ҡәбиләләре менән әмир итеп һайлана. Шулай итеп, ул баш ҡалаһы Муасҡарҙа булған бойондороҡһоҙлоҡ дәүләт — әмирлек төҙөй[3], һәм рәсми рәүештә үҙен Марокко солтаны Ғәбдрахмандың вассалы һәм наместнигы тип таный. Әмир әл-мөмьин титулын ҡабул итә.
Ғәбделҡадир Викимилектә |