Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғөсөл — ул бөтә тәнде йыуып, һыу менән ҡойоноу.
Ошо рәүештә ғөсөл алған кеше камил тәһәрәтле булыр. Намаҙ уҡыу өсөн яңы ғына ғөсөлләнгәндән һуң тәһәрәт алыу кәрәк түгел.
Ғөсөлләнгәндә тәндең һәр бер еренә һыу тейһен өсөн сәс, ҡаш, һаҡал, мыйыҡ кеүек төктәрҙең төптәренә, күҙ соҡоро кеүек эскә батып йәки йыйырылып торған урындарға һәм йөҙөк аҫтарына, тәнгә йәбешкән ҡамыр йәки дегет кеүек нәмәләр аҫтында ҡалған ерҙәргә лә һыу тейергә тейеш. Ҡатын — ҡыҙҙарҙан айырмалы булараҡ, ирҙәргә ғөсөл алғанда сәстәренең һәр бөртегенә һыу тейеҙереү фарыз. Әммә ҡатын — ҡыҙҙарҙың сәс толомдарына һыу теймәһә лә ярай, сәс төптәренә генә һыу тейҙереү ҙә етә. Сөнки ҡатын — ҡыҙҙар өсөн сәс зиннәт. Уларға сәстәрен алдырыу йә ҡыҫҡартыу дөрөҫ түгел.
Ғөсөлһөҙ кеше пак булмай. Уға Ҡөрьән Кәримде тотоу һәм мәсеткә инеү кеүек эштәр тыйыла. Шуның өсөн уға мөмкин тиклем тиҙерәк ғөсөлләнеп, пакланыу тейеш. Әммә тәһәрәтһеҙ кешегә Ҡөрьән Кәримде тотоу мәкруһ булһа ла, Ҡөрьәнде яттан уҡыу мәкруһ түгел. Доға ҡылыу, сәләм биреү, сәләм ҡайтарыу һәм тәсбихтәр әйтеү йөнөб кешегә лә, тәһәрәтһеҙ кешегә лә дөрөҫ.