Ҙур Лимпопо сик-ара милли паркы | |
---|---|
ингл. Great Limpopo Transfrontier Park | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 37 572 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 2002 йыл |
Урынлашыуы | |
22°26′ ю. ш. 31°22′ в. д.HGЯO | |
Ҙур Лимпопо сик-ара милли паркы Викимилектә |
Ҙур Лимпопо сик-ара милли паркы (ингл. Great Limpopo Transfrontier Park, порт. Parque Transfronteiriço do Grande Limpopo) — хәҙерге ваҡытта Африка дәүләттәренең — Зимбабве, Мозамбик һәм Көньяҡ Африка Республикаһы территорияһында формалашҡан тәбиғәт паркы. Парктың майҙаны — 37 572 км². Парктың икенсе үҫеш фазаһы уның 100 000 км² тиклем киңәйеүен күҙ уңында тота, был Бөйөк Лимпопоны донъялағы иң ҙур тәбиғәт паркы итәсәк[1].
Паркты булдырыу тураһында меморандумға 2000 йылдың 10 ноябрендә ҡул ҡуйыла. Буласаҡ паркка башта Газа-Крюгер-Гонарежу сик-ара паркы исеме бирелә, әммә 2001 йылдың октябрендә хәҙерге исемен ала.
2002 йылдың 9 декабрендә парк барлыҡҡа килгән дәүләт башлыҡтары уны төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя[1].
Тәүге хайуандар милли парктарҙың элекке сиктәре аша 2001 йылдың 4 октябрендә сыға. Ошо ваҡыттан алып хайуандарҙың ҡаршылыҡһыҙ миграцияһын тәьмин итеү өсөн 50 км-ҙан ашыу ҡойма алына[1].
2013 йылдың октябренән Мозамбик һәм КАР араһында Ҙур Лимпопоға килгән туристар өсөн махсус сик буйы пункты эшләй[1].
Ҙур Лимпопо сик-ара паркы КАР, Мозамбик һәм Зимбабвеның шәхси һәм дәүләт биләмәләрен, шулай уҡ элек булдырылған тәбиғи парктарын һәм ҡурсаулыҡтарын үҙ эсенә ала: