Ҙур аҡ селән

Ҙур аҡ селән
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Ardea alba L., 1758[1][2][3][…]
Таксономия рангыһы Төр[1][2][4][…]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон цапли[d][1]
Таксондың халыҡ атамаһы Great Egret[2][3][5][…], Silberreiher[2][3][5][…], Garceta grande[2][3][5][…], Grande Aigrette[2][3][5][…], Airone bianco maggiore[2][3][5][…], นกยางโทนใหญ่[2][3][5][…], Grootwitreier[2][3][5][…], ダイサギ[2][3][5][…], Большая белая цапля[2][3][5][…], Grote Zilverreiger[2][3][5][…], Sølvhejre[2][3][5][…], Egretthegre[2][3][5][…], Mjallhegri[3][6][5], ägretthäger[2][3][5][…], garça-branca[2][3][5][…], nagy kócsag[2][3][5][…], velika bela čaplja[2][3][5][…], jalohaikara[2][3][7][…], czapla biała[2][3][5][…], hõbehaigur[2][3][5][…], volavka bílá[2][3][5][…], didysis baltasis garnys[2][3][5][…], agró blanc[2][3][5][…], beluša veľká[2][3][5][…], İri ağ vağ, البلشون الأبيض الكبير, Чапля вялікая белая, Чапля вялікая белая, Голяма бяла чапла, Herlegon bras, Crёyr Mawr Gwyn, Slobrowita šytawa, Lagnaa, Αργυροτσικνιάς, Granda egretardeo, Garza blanca[8], Agró blanc, Hõbehaigur, Silvurhegri, Grande aigrette[9], Grutte Wite Reager, Éigrit Mhór, Corra-bhàn, Garza branca, Guyratî, אנפה לבנה, Chennarai, Velika bijela čaplja, Běła čapla, Gwo krabye blanch, Nagy kócsag, Տառեղ մեծ սպիտակ, Cangak besar, დიდი ოყარი, თეთრი ყანჩა, Псыхэуэхужь, Үлкен аққұтан, 대백로, Şaqaviyê spî yê mezin, Didysis baltasis garnys, Lielais baltais gārnis, domoina, Kōtuku, Голема бела чапја, Цасч дэглий, Burung Bangau Besar, Russett Abjad, Toohjįʼ ndiigaiitsoh, Tagak, Egretta alba, Garça-branca-grande, Garça-branca-grande, Hatun waqar, Irun alv, Біла чапля, Velika bela čaplja, Svorechena, Çapka e madhe e bardhë, Велика бела чапља, Leholosiane, Msuka, பெரிய கொக்கு, Büyük ak balıkçıl, Aq balıq çil, Ак коонгук, Тулен, Велика біла чапля, Cò ngàng lớn, 大白鷺, 大白鹭[10][11][12][…], iLanda, lielais baltais gārnis[6], Great White Egret[9], Kuntul besar[3][6][5], baltais gārnis[2][3][5], чепура велика[5][6], Jievjaháigir[5][6], Éigrit mhór, Coar-vane vooar, velika bijela čaplja[6] һәм garça-branca-grande[13][14]
Номенклатурный тип цапли[d]
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлегенең һаҡ статусы находятся под наименьшей угрозой[d][15]
Канатлары киңлеге 1,44 метр[16]
Төр ареалы картаһы
Ареал таксона Бразилия, Хэфэй[d][12], Ҡытай[17] һәм Южно-Китайские горы[d][18]
Digital Atlas of Idaho URL digitalatlas.cose.isu.edu/…
 Ҙур аҡ селән Викимилектә

Ҙур аҡ селән[19] (лат. Ardea albaArdea alba) — селәнлеләр ғаиләһенән эре һыу яны ҡошо, көнбайыш, шулай уҡ көнсығыш ярымшарҙың йылы уртаса һәм тропик киңлектәрендә таралған.

94—104 см бейеклектә һәм ҡанаттары араһы 131—145 см булған шаҡтай ҙур ҡош[20] Оло ҡоштарҙың ауырлығы  912-1140 г.[21]  Ҡағиҙә булараҡ, ата ҡоштар инә ҡоштарҙан  ҙурыраҡ. Ҡауырһындары тотош аҡ. Суҡышы оҙон, тура, һары төҫтә. Тәпәйҙәре һәм тояҡтары оҙон, ҡара-һоро.  Муйыны оҙон,  S-образлы. Алтынсы муйын умыртҡаһы бер ни тапҡыр һуҙылған һәм ҡош муйынын тиҙ арала һуҙырға ла һәм  кире тартып алыу һәләтенә эйә булырлыҡ итеп төҙөлгән[22] Ҡойроғо ҡыҫҡа, шына һымаҡ. Көҙгө төләүҙән һуң ата һәм инә ҡоштарҙың яурындарынан тәндәренең өҫкө өлөшөндә ҡабырғаларында һәм ҡойроҡ артында тырпайып торған оҙон аҡ ҡауырһындар үҫә. Үрсеү осоронда был ҡауырһындар ҡыҫыла һәм яҫы булып ҡала, ҡойроҡ артында энәле дауамы күренә[23]  Суҡышы был ваҡытта ҡара төҫ менән тамамланған ҡыҙғылт-һары төҫ ала, ә күҙе менән суҡышы араһындағы өлөшө  йәшел төҫкә әйләнә. Башҡа селәндәрҙә осраған баштарындағы ниндәйҙер өлпө ҙур аҡ селәндә юҡ.  Енси диморфизм сағылмай.

Ҙур аҡ селән  Европа, Азия, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка, Африка, Австралия һәм [[Яңы Зеландия]ның уртаса йылы һәм тропик киңлектәрендә таралған. Диңгеҙ яры буйында ла, шулай уҡ ҡитға эсендәге һыу  ятҡылыҡтары буйында: һаҙлыҡлы уйһыу ерҙәрҙә, һыубаҫар туғайҙарҙа һәм йылға ярҙарында, сөсө һәм тоҙло күлдәрҙә, эустарий һәм мангр әрәмәлектәрендә лә йәшәй. Бынан тыш, уны ауыл хужалығы ерҙәрендә, асыҡ яландарҙа, дөгө сәсеүлектәрендә һәм дренаж канауы буйҙарында ла күрергә мөмкин. Селән һай  урында һәм ҡоро ерҙә  һунар итә.

Ҙур аҡ селәндәр Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ла теркәлгән. Баймаҡ (Талҡаҫ күле эргәһендә), Ҡырмыҫҡалы (Оло Толпаҡ күле эргәһендә), Краснокама (Баҫҡытау ауылы эргәһендә), Учалы (Ҡалҡан ауыл янында), Шишмә (Санжаровка ауылы янында) райондарында, шулай уҡ Нөгөш һыу һаҡлағысы һәм Шүлгәнташ ҡурсаулығы тирә-яғында күҙәтелә. Осоп килгән ҡоштарҙың республикала һаны төрлө йылдарҙа бер нисә бөртөктән алып бер нисә тиҫтәгә тиклем тәшкил итә, шулай уҡ бер нисә парҙың даими булмаған бала сығарыуы мөмкин[24]

Муйынын һуҙып һәм аҙыҡ эҙләүҙә алдына ҡаранып, олпат һәм яй  йөрөй. Көндөҙ һәм эңер ваҡытында яңғыҙ  йәки төркөмдә һунар итә, ҡараңғы төшөү менән башҡа селәндәр менән бергә төркөмгә ойоша һәм ышыҡ эҙләй. Йыш ҡына үҙенән бәләкәйерәк булған селәндәрҙән  аҙығын тартып ала,шулай уҡ үҙенең төрөндәге башҡа ҡоштар менән табыш өсөн талаша. Ҡайһы саҡта хатта аҙыҡ етерлек булһа ла агрессив була. Осошо талғын, тиҙлеге 28—51 км/сәғ. сиктәрендә тирбәлә[25][26]  Үрсеү осоронда  ризыҡты яҡында эҙләүгә өҫтөнлөк бирә, әммә кәрәк осраҡта 6-20 км алыҫлыҡҡа ла барырға мөмкин Осоу ваҡытында башҡа төр селәндәр һымаҡ муйынын  S-образлы  формала бөгөп, башын артҡа ебәрә.

Үрсеү осоронда үҙ участкаһына эйә, уны ентекләп һаҡлай. Миҙгел тамамланыу менән парҙар йыш ҡына тарҡала. Популяцияның өлөшө  ултыраҡ тормош алып бара, икенселәр ҡышҡы ваҡытта  ареал сиктәрендә күсенә, өсөнсөләр ҙур алыҫлыҡҡа уҡтала.

Ҙур аҡ селән осоуҙа

Енси өлгөргәнлек был ҡоштарҙың  2 йылдан һуң башлана. Ҙур аҡ селәндәр миҙгелле моногам ҡоштар була, йәғни бер генә миҙгелдә никахлы пар булдыра, шул уҡ ваҡытта  бер үк парҙың бер нисә ҡабат ҡушылыуы ла билдәле.[27] Ҡоштар колониялар менән, йыш ҡына селәндәрҙең башҡа төрҙәре,  мәҫәлән, ҙур зәңгәр селән һәм ҡар селәндәре менән (thula Egretta) оя ҡора. Йыл дауамында тик бер генә тоҡом  сығара. Уртаса киңлектәрҙә, әгәр ризыҡтың күп төрлөлөгө булһа, үрсеү өсөн  яҙ йәки йәйҙе һайлай; тропиктарҙа ҡауышыуҙар  йыл әйләнәһенә  мөмкин.

Күңелен күреү ҡатмарлы процесс, ул ваҡытта тиренең яланғас урындары үҙенең төҫөн үҙгәртә, ә никах ҡауырһындары ҙур әһәмиәткә эйә була. Кереше һары төҫтән йәшел төҫкә әйләнә, суҡышы ҡыҙыл һары сағылыш ала һәм осонда ҡарая төшә. Әгәр йомортҡа һалғандан һуң күҙе менән суҡышы араһындағы төҫ үҙенең ғәҙәти төҫөн алһа,  суҡышы бөтә үрсеү осоронда үҙенең үҙгәргән төҫөн һаҡлап ҡала

Ата ҡош колонияға беренсе булып килә һәм буласаҡ оя өсөн урын һайлай. Сиратлылыҡта ҡоштоң йәше ҙур әһәмиәткә эйә — олораҡ ата ҡоштар урынды беренсе булып, ғәҙәттә, колонияның үҙәгендә һайлай. Селәндәр йыш ҡына бала сығарыу урынын һәм колонияларҙы алыштыра, шуға күрә килгән ата ҡоштар яңы урында урынлаша һәм ритуаль бейеүҙәр башҡарып, инә ҡоштарҙы йәлеп итә башлай. Ҡыҙыҡһынып киткән инә ҡоштар эргәләге ботаҡтарға ултыра һәм күҙәтә, әммә улар ҡапма-ҡаршы бейеү башҡарырға йәки буласаҡ оя тирәләй уралтып әйләнергә лә мөмкин. Инә ҡош эргәлә урынлашҡан башҡа инә ҡоштарҙы ҡыуалап ебәрергә лә мөмкин. Парҙар бик һаҡ һайлана, һәм ҡоштарҙың береһе икенсеһен ҡыуып ебәрә ала. Пар булдырылғандан һуң, шунда уҡ оя ҡорола

Ҙур аҡ селәндең ояһы бер урынға өйөлгән таяҡтар, ботаҡтар өйөмөн хәтерләтә. Колония икенсе районға күсеүгә йәки икенсе ағастар һайлауға ҡарамаҫтан, оя бер нисә йыл һаҡланырға мөмкин. Материал мөмкин булған бөтә ысулдар, шул иҫәптән икенсе оянан урлашыу ярҙамында туплана. Төҙөлөш материалын йыйыуҙа ғәҙәттә ата ҡош шөғөлләнә, ә инә ҡош уларҙы ояға рәтләп һала. 

Инә ҡош 2—3 көн аша 57 мм күләмендәге  3-6 зәңгәр-йәшел төҫтәге йомортҡа һала. Йомортҡаларҙы инә ҡош та, ата ҡош та баҫып сығара. Инкубация осоро 23—26 көн тәшкил итә, шунан һуң шул уҡ тәртиптә яланғас тиерлек, көсһөҙ себештәр барлыҡҡа килә. Бала ҡоштар араһында ата-әсә аҙығы өсөн аяуһыҙ ярыш башлана, өҫтәүенә беренсе булып сыҡҡан себештәр үҙҙәренең күләме буйынса тиҫтерҙәре алдында өҫтөнлөккә эйә була — улар бәләкәйерәктәрен суҡырға һәм туҡланыуға хоҡуҡтарын монополиялаштырырға тырыша. Әгәр йыл ризыҡ планында яҡшы булһа, бөтә тоҡом да үҫеп етә, әммә йыш ҡына ике, хатта бер генә бала ҡош иҫән ҡала  — ҡалғандары һәләк була. 42—49 көндән һуң бала ҡоштар тулыһынса йөн менән ҡаплана. Йәш ҡоштар  7 аҙнанан һуң яҡшы оса башлай, әммә  10-11 аҙнаға тиклем ата-әсә ҡарамағында була

Ҙур аҡ селәндең  рационын  баҡалар, йыландар, балыҡ, йылға ҡыҫалалары, ваҡ кимереүселәр, сиңерткә  һәм башҡа төрлө бөжәктәр тәшкил итә. Башҡа һаҙ ҡоштары ла оҡшаш туҡланғанлыҡтан, уларҙа йыш ҡына аҙыҡ эҙләп табыуҙа көнәркәшлек барлыҡҡа килә. Аҙыҡ һайлауҙа талымлы булмағанлыҡтан, гетеротрофтар тип иҫәпләнә. Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр билдәләгәнсә, ҙур аҡ селәндәр, яйлап йөрөүгә ҡарағанда, бер урында тороп уртаса күләмдәге табышты күберәк табыуға һәләтле[28][29]

Оло селәндәрҙең тәбиғи дошмандары  һирәк була. Ҡайһы саҡта улар крокодилдарҙың ҡорбаны, ә йәш ҡоштар беренсе йылында  — бөркөттәрҙең  һәм диңгеҙ бөркөттәренең ҡорбаны була. Әммә, йомортҡа һәм себештәренә йыш ҡына ҡарғалар, америка грифтары (Cathartidae) һәм януттар һунар итә.

Ғүмеренең оҙонлоғо ҡырағай шарттарҙа  уртаса 15 йыл самаһы, тотҡонлоҡта яҡынса 22 йыл тәшкил итә[30].  Ояла һәм йөнө сыҡҡандан һуң тәүге  айҙарҙа был ҡоштарҙың үлем осрағы юғары.  Был төрҙөң үлем осрағы беренсе йылда уртаса 76 % һәм 26 проценты артабанғы йылдарҙа тәшкил итә.

  1. 1,0 1,1 1,2 Integrated Taxonomic Information System (ингл.) — 1998.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 2,19 2,20 2,21 2,22 2,23 2,24 2,25 IOC World Bird List Version 6.3 — 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.3
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 3,19 3,20 3,21 3,22 3,23 3,24 3,25 3,26 World Bird List (ингл.): IOC World Bird List — 6.4 — IOU, 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.4
  4. IOC World Bird List. Version 7.2 — 2017. — doi:10.14344/IOC.ML.7.2
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 5,14 5,15 5,16 5,17 5,18 5,19 5,20 5,21 5,22 5,23 5,24 5,25 5,26 IOC World Bird List. Version 10.1 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.1
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 IOC World Bird List. Version 10.2 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.2
  7. https://laji.fi/taxon/MX.26105 — 2012.
  8. http://www.avesargentinas.org.ar/lista-de-las-aves-argentinas — 1916.
  9. 9,0 9,1 Красная книга — 1964.
  10. (unspecified title)doi:10.17520/BIODS.2021201
  11. (unspecified title)doi:10.17520/BIODS.2021396
  12. 12,0 12,1 (unspecified title)doi:10.17520/biods.2021445
  13. https://avesdomundo.info/todas-as-paginas/Ardeidae
  14. https://ec.europa.eu/translation/portuguese/magazine/documents/folha66_separata1_pt.pdf
  15. The IUCN Red List of Threatened Species 2021.3 — 2021.
  16. Alerstam T., Rosén M., Bäckman J., Hellgren O. Flight speeds among bird species: allometric and phylogenetic effects (ингл.) // PLoS Biol.PLoS, 2007. — Vol. 5, Iss. 8. — P. e197. — ISSN 1544-9173; 1545-7885doi:10.1371/JOURNAL.PBIO.0050197PMID:17645390
  17. (unspecified title)doi:10.17520/biods.2021475
  18. 王丽媛, 胡慧建, 姜杰, 胡一鸣, 胡一鸣 南岭哺乳类和鸟类物种丰富度空间分布格局及其影响因子, Species richness patterns of mammals and birds and their drivers in the Nanling Mountain Range (ҡыт.) // 生物多样性 — 2024. — Т. 32, вып. 1. — Б. 23026. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2023026
  19. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 24. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
  20. McCrimmon, D. A., Jr., J. C. Ogden, and G. T. Bancroft. 2001. Great Egret (Ardea alba). In The Birds of North America, No. 570 (A. Poole and F. Gill, eds.). The Birds of North America, Inc., Philadelphia, PA
  21. Gough, G., J. Sauer, M. Iliff. 1998. «Patuxent Bird Identification Infocenter» (On-line). Accessed 11/20/2003 at http://www.mbr-pwrc.usgs.gov/Infocenter/infocenter.html 2007 йыл 14 февраль архивланған.
  22. Pratt Helen. 1993. Herons and Egrets of Audubon Canyon Ranch. California. Audubon Canyon Ranch
  23. Martinez-Vilalta, Albert and Anna Motis. 1992. «Family Ardeidae (Herons).» Pp. 376—429. In Handbook of the Birds of the World, Volume 1. Barcelona, Spain. Lynx Editions
  24. Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — Уфа: Информреклама, 2014. — 244 с. — ISBN 978-5-904555-77-1.
  25. Illinois Department of Natural Resources, 1998. «Illinois Natural History Survey» (On-line). Accessed 11/20/2003 at http://www.inhs.uiuc.edu/chf/pub/ifwis/birds/great-egret.html 2007 йыл 1 июль архивланған.
  26. Drummond, H. 2001. A revaluation of the role of food in broodmate aggression. Animal Behaviour, 61: 517—526
  27. Elphick, Chris, John Dunning, and David Allen Sibley. 2001. The Sibley Guide to Bird Life and Behavior. New York. Alfred A. Knopf
  28. Connecticut Department of Environmental Protection, 2000. «Wildlife in Connecticut» (On-line). Accessed 11/20/2003 at Архивированная копия. Дата обращения: 2 ғинуар 2007. Архивировано 6 декабрь 2006 года. 2006 йыл 6 декабрь архивланған.
  29. Hill, K. 2001. «Smithsonian Marine Station at Fort Pierce» (On-line). Accessed 11/20/2003 at http://www.sms.si.edu/IRLSpec/Ardea_alba.htm
  30. Burger, J., M. Gochfeld. 1997. Risk, mercury levels, and birds: relating adverse laboratory effects to field biomonitoring. Environmental Research, 75: 160—172