Ҡазан (аэропорт)

Ғабдулла Туҡай исемендәге Ҡазан Аэропорты
Ғабдулла Туҡай исемендәге Ҡазан Аэропорты
Ил

Рәсәй

Регион

Татарстан

Тип

гражданлыҡ

ИАТА коды

KZN

Юғары

126 м

Пассажирооборот
(йыл)

2 100 000[1]

Урындағы ваҡыт

+3

Әш ваҡыты

тәүлек әйләнәһенә

Сайт

http://www.kazan.aero/

Ҡазан Халыҡ-ара аэропорты картаһы OpenStreetMap

Ғабдулла Туҡай исемендәге Ҡазан Аэопорты (татар. Габдулла Тукай исемендәге Казан Аэропорты; ИАТА: KZN, ИКАО: UWKD) — Ҡазан ҡалаһында федераль әһәмиәтендәге халыҡ-ара аэропорт, Волга буйында пассажирҙар ағымы буйынса иң ҙуры. Көньяҡ-көнсығышҡа 26 км алыҫлыҡта Татарстандың Лаиш районы биләмәһендәге Столбище ауылы янында урынлашҡан.

Рәсәй, яҡын сит илдәр, шулай уҡ Төркиә, Финляндия, БҒӘ, Таиланд, Греция, Испания һәм башҡа илдәргә рейстарҙы хеҙмәтләндерә. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса аэропорттың пассажирҙар ағымы 3 470 742 кеше тәшкил иткән, был уны Рәсәйҙең 11-се иң тығыҙ аэропорттарына индерә.

2017 йылда аэропорт 4-се тапҡыр "Skytrax" абруйлы консалтинг компанияһы версияһы буйынса "Рәсәйҙең һәм БДБ-тың иң яҡшы төбәк аэропорты" тип танылды [2].

Аэропорт Ҡазан авиапредприятиеһы авиакомпанияһы өсөн база, шулай уҡ ЮВТ Аэро авиакомпаниялары өсөн база үҙәктәренең береһе булып тора. Бынан алда ул Татарстан авиакомпанияһы өсөн төп базаһы, шулай уҡ элекке Ак Барс Аэро авиакомпанияһы базаларының береһе булған.

Авиакомпаниялар һәм йүнәлештәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
A319 Airbus-100 Аэрофлот авиакомпанияһы
Boeing 737-800 flyDubai авиакомпанияһы
A320 Airbus-200 S7 Airlines авиакомпанияһы
Airbus A321-200 ЮТэйр авиакомпанияһы
  1. Пассажиропоток в казанском аэропорту в пандемию упал на 38%. www.kommersant.ru (25 ғинуар 2021). Дата обращения: 28 ғинуар 2021.
  2. Архив новостей. Дата обращения: 18 ноябрь 2017. 2017 йыл 28 август архивланған.