Ҡалтасы районы (рус. Калтасинский район) Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан район. Үҙәге - Ҡалтасы ауылы.
- Район биләмәләре Тере Танып һәм Беүә йылғалары араһында ята. Дөйөм алғанда, климаты йылы, уртаса дымлы. Урман зонаһында ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар 60308 гектар майҙан биләй.
- Ҡалтасы ауылы Өфө ҡалаһынан 210 км, Яңауыл тимер юл станцияһынан 50 км, Нефтекама ҡалаһынан 40 км йыраҡлыҡта урынлаша. Төньяҡта - Яңауыл, көнсығышта — Борай, көньяҡта — Дүртөйлө, көнбайышта — Краснокама райондары менән сиктәш.
- Район аша республика әһәмиәтендә Өфө — Бөрө — Нефтекама автомагистрале үтә.
- Район ерҙәре буйлап Тере Танып, Гәрәй, Кейебәк, Ҡалтасы, Тиктәм, Кәлтәй, Урья, Әмзә, Березовка йылғалары һәм 119 шишмә, бәләкәй йылғалар аға. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 469.7 км, шул иҫәптән Тере Танып йылғаһы — 37 км. Йылға-һыу фондының дөйөм майҙаны 66 гектар.
- Район территорияһында 17 күл бар, уларҙың дөйөм майҙаны 23.2 гектар.
- Районда нефть, кирбес-керамзит сырьеһы, ҡом ятҡылыҡтары өйрәнелгән.
- Алеев Виталий Шамшеевич (10.11.1948), совет һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, генерал-майор, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһының элекке кафедра начальнигы урынбаҫары, доцент. Ҡыҙыл Йондоҙ (1986) һәм III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордендары кавалеры. Ҡалтасы ауылынан[2].
- Беляев Николай Ильич (13.02.1903—28.10.1966), совет хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1952—1961 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты, 1952—1960 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы. 1955—1958 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты секретары, 1957—1960 йылдарҙа Ҡаҙағстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары. Күтәрем ауылынан[3].
- Иҫәнбаев Николай Иҫәнбай улы (27.02.1929), телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (2002). Мари Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Түбәнге Ҡасмаш ауылынан.
- Панфилов Александр Вячеславович (3.06.1959), хәрби эшмәкәр, ғалим-инженер, генерал‑майор (2007). 1986—1987 йылдарҙа Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә һәм 1999—2004 йылдарҙа Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007) һәм РФ Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2002). Надеждин ауылынан[4].
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
- ↑ 1,0 1,1 Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Зов родной земли: генерал Алеев верит в будущее района. «Муниципальный район Калтасинский район» сайты(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2018)
- ↑ 2016 йыл 5 апрель [https://web.archive.org/web/20160405172242/http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/2283-belyaev-nikolaj-ilich архивланған. 2016 йыл 5 апрель архивланған. 2016 йыл 5 апрель архивланған. 2016 йыл 5 апрель архивланған. 2016 йыл 5 апрель архивланған. 2016 йыл 5 апрель архивланған. 2016 йыл 5 апрель архивланған. 2016 йыл 5 апрель архивланған. 2016 йыл 5 апрель архивланған. 2016 йыл 5 апрель архивланған. Башҡорт энциклопедияһы — Беляев Николай Ильич. (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2018)] 2016 йыл 5 апрель архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Панфилов Александр Вячеславович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 1 июнь 2019)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 11,7 11,8 Калтасинский район
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)