Ҡара йыландар | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Аспис ҡара йыланы (Vipera aspis) | ||||||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Vipera Laurenti, 1768 | ||||||||||||||||||
|
Ҡара йыландар(лат. Vipera, рус. Гадюки) — йыландар отрядының ҡара йыландар ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүселәр заты.
25 төрө билдәле, Африкала һәм Евразияла таралған[1]. Башҡортостанда 2 төрө бар[2].
Кәүҙә оҙонлоғо 1 метрға тиклем, төҫө асыҡ һоронан алып ҡараға тиклем, арҡаһы кәкре һыҙыҡлы. Башы өсмөйөш йәки трапеция рәүешендә, өҫ яҡтан дөрөҫ булмаған формалағы ваҡ мөгөҙсә менән ҡапланған; ябай ҡара йыландың башында тәре рәүешендәге һүрәт бар. Күҙ ҡараһы вертикаль. Өҫкө яңағында 2 хәрәкәтсән көпшә һымаҡ ағыулы теш урынлашҡан.
Енси диморфизм хас: инә йыландар аталарына ҡарағанда эрерәк. Полигам. Енси яҡтан 3—5 йылда өлгөрә. Йомортҡа-тере бала тыуҙырыусы, көҙөн инә йылан 5‑тән алып 18‑гә тиклем бала тыуҙыра.
15 йылға тиклем йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Оло йыландар башлыса ваҡ кимереүселәр, тәлмәрйендәр, йәштәре бөжәктәр, лайлалы ҡусҡарҙар, селәүсендәр һ.б. менән туҡлана.
Яңғыҙ йәки бәләкәй төркөмдәр (2—5 зат), һирәгерәк ҙур өйкөмдәр менән кимереүселәр, һуҡыр сысҡан өңдәрендә, ағас тамырҙары аҫтында, яр, ҡая ярыҡтарында ҡышлайҙар. Ябай ҡара йылан ҡуйы үләнле ҡатнаш урмандарҙа һәм уларҙың ситтәрендә, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында тереклек итә, урман һәм урман-дала зоналарында таралған. Дала ҡара йыланы далала, һыубаҫар урмандарҙа, йырындарҙа, ташлы битләүҙәрҙә тереклек итә, дала һәм урман-дала зоналарында таралған.
Ҡара йылан экосистемаларҙа сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙең, моллюскыларҙың, бөжәктәрҙең һанын көйләй. Ҡара йылан сағыуы кеше өсөн хәүефле. Ҡара йылан йылан ағыуына ҡаршы сывороткалар, башҡа дарыуҙар алыу маҡсатында аҫрайҙар.[3].
Ҡара йыландар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был герпетология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |