Ҡарағай | |||||||||||||||||
Славянка йылғаһы ярында, Динамо ҡасабаһы янында (Санкт-Петербург, Рәсәй) үҫемлектең дөйөм күренеше | |||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||
Төрҙәре | |||||||||||||||||
Тексты ҡарағыҙ
| |||||||||||||||||
Ареал | |||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 2.3 Least Concern : 42418 | |||||||||||||||||
|
Ҡарағай (рус. Сосна обыкнове́нная, лат. Pínus sylvéstris) —ҡарағай һымаҡтар (Pinaceae) ғаиләһенән ылыҫлы ағас. Бейеклеге 30 — 40 м-ға етә. Һеркәһе май — июнь айҙарында оса, орлоғо икенсе йыл ҡышҡыһын өлгөрә.
Ҡарағай таулы ерҙә лә, һаҙлыҡта ла үҫеүсән. Испаниянан һәм Бөйөк Британиянан башлап көнсығышҡа, Алдан йылғаһы бассейны һәм Көнсығыш Себерҙә Амурҙың урта ағымына тиклем Евразияла киң таралған ағас. Төньяҡта ябай ҡарағай Лапландияға тиклем үҫә, көньяҡта Монголияла һәм Ҡытайҙа осрай. Башҡортостанда киң таралған ағас.
Үҙе генә, шулай уҡ шыршы, ҡайын, уҫаҡ, имән менән бергә үҫә; йыш ҡына башҡа төрҙәр өсөн яраҡһыҙ булған урындарҙы: ҡомло, һаҙлыҡлы урындарҙы биләй. Төрлө температура шарттарына яраҡлаша. Яҡтылыҡ яратыу менән айырылып тора, урман ҡырҡындыларында һәм янғындарҙа яҡшы тергеҙелә. Бөтә климат зоналарында ла урман хужалығы практикаһында урманды тергеҙеү өсөн киң ҡулланыла. Ареалдың төньяғында диңгеҙ кимәленән 1000 м тиклем бейеклеккә, көньяҡта диңгеҙ кимәленән 1200—2500 м тиклем күтәрелә.
Ағастың бейеклеге 25—40 м, олононоң диаметры 0,5—1,2 м. Балтик диңгеҙенең көньяҡ ярында 45—50 м бейеклеккә тиклем үҫә[1]. Олоно тура. Сатыры бейек күтәрелә, конус формаһында һәм һуңынан түңәрәкләнә, киң. Олондоң бөгөлөүе күбәләктән зыян күргәндә барлыҡҡа килеүе мөмкин[2].
Олоноң аҫҡы өлөшөндәге ҡабығы ҡалын, ҡабырсаҡлы, һоро-көрән, тәрән ярыҡлы. Ҡабығы дөрөҫ булмаған формалағы пластиналар һымаҡ. Олононоң өҫкө өлөшөндә һәм ботаҡтарында ҡабыҡ йоҡа, ҡыҙғылт-һары төҫтә.
Үренделәр тәүҙә йәшел төҫтә, һуңынан беренсе йәй аҙағына һоро-асыҡ көрән төҫкә инәләр.
Бөрөһө конус формаһында, ҡыҙғылт-көрән төҫтә, аҡ сайыр менән йышыраҡ йоҡа, һирәгерәк ҡалын ҡатлам менән ҡаплана.
Энәлеләре икешәрләп шәлкемдә урынлашҡан, , оҙонлоғо 4 — 6 (-9) сантиметр, ҡалынлығы 1,5 — 2 мм, һоро йәки һоро-йәшел, ғәҙәттә, бер аҙ кәкрәйгән, ситтәре ваҡ тешле, 2 — 6 (-9) йыл йәшәй (Үҙәк Рәсәйҙә 2 — 3 йыл[3]). Йәш ағастарҙың энәһе оҙонораҡ (5 — 9 мм), ҡарттарҙыҡы ҡыҫҡараҡ (2,5 — 5 мм).
Ата тубырсыҡтар 8 — 12 мм, һары йәки алһыу төҫтә. Инә тубырсыҡтар (2,5-) 3 — 6 (-7,5) см оҙонлоҡта, конус формаһында, симметриялы йәки симметриялы тиерлек. Һеркәләнгәндән һуң 20 ай үткәс, ноябрь — декабрь айҙарында өлгөрә; февралдән алып апрелгә тиклем асыла һәм тиҙҙән ҡойола. Орлоғо ҡара төҫтә, 4 — 5 мм, 12 — 20 мм оҙонлоҡтағы ярылы ҡанаты бар. Ябай тигеҙлек ҡарағай урманында 1 гектарға йыл һайын уртаса 120 миллион самаһы орлоҡ тура килә, уларҙан 10 миллион самаһы үҫенте үҫә[4].
Ата тубырсыҡтар; Инә тубырсыҡ; Орлоҡ; Шытым; Сатыр формаһы
|
Pinus sylvestris L., 1753, Species Plantarum 2: 1000[5].
Ареалдың төрлө өлөштәрендә ғалимдар ҡарағайҙың төрлө төрҙәрен, шулай уҡ морфологик һәм экологик формаларҙы — үҫеүҙең айырым өлкәләренә хас булған экотиптарҙы асыҡлаған. Хәҙерге ваҡытта ғалимдар ҡарағайҙың 3 төр төрсәһен ҡарай:
Ғәҙәти ҡарағайҙың үҙағасы бик сайырлы һәм ныҡ, торлаҡ һәм гидротехник төҙөлөштә, ағас эштәрендә һәм оҫталыҡта, шпон, фанера эшләү өсөн ҡулланыла.
Ҡарағай онтаҡтары гидролиз спирты етештереү өсөн сеймал булып хеҙмәт итә.
Ағаста сайырҙың күп булыуы арҡаһында целлюлоза етештереп булмай.
I—III бонитет урта йәштәге ҡарағайлыҡтарҙа ағас запасы — 330—600 м³/га[9].
Тамырҙары, кипмәгән ваҡытта бик һығылмалы, кипкәс ҡаты һәм тығыҙ була; уларҙы үреп, төрлө һауыттар эшләйҙәр, мәҫәлән, үрмә һауыттар[3].
Оло ағас ҡабығы олон төбөндә..
Олон арҡыры киҫелештә. |
Ҡарағай — кеше киң ҡулланған бик күп матдәләр һәм продукция сығанағы.
Сайыр — ағасҡа һәм ҡабыҡҡа горизонталь һәм вертикаль йүнәлештә үтеп инә торған матдә. Ағастан ағыҙыу юлы менән алына. Химия сәнәғәте өсөн ҡиммәтле сеймал булып тора. Йыйылған сайырҙы иретәләр һәм һөҙгәс, уны һыуҙан һәм сит ҡушылмаларҙан таҙарталар. Таҙартылған сайыр терпентин тип атала. Һыу пары менән ҡыуғанда сайырҙан яҡынса 25 процент эфир майы сыға. Ул скипидар тип атала. Таҙартылғандан һуң терпентин майы алына. Эфир майынан таҙартҡандан һуң ыҫмала — канифоль ҡала. Скипидар һәм канифоль лактар, эреткестәр, ароматизаторҙар, йәбештергес матдәләр, люстрҙар һәм башҡаларҙы алыу маҡсатында тәрәнерәк эшкәртелә. Скипидар һәм канифоль миҡдары ағастарҙың йәшенә, тупраҡтың төрөнә һәм климат шарттарына бәйле. Ыҫмаланы эшкәрткәндә алынған канифоль һабын, ҡағыҙ, каучук һәм буяу һәм лак сәнәғәтендә, шулай уҡ музыка ҡоралдарының һыҙғыстарын һәм ҡылдарын һөртөү өсөн ҡулланыла. Ағасты һәм төпһәләрҙе ҡоро килеш ҡыуғанда тәүҙә сифатлы скипидар, һуңынан техник дегет һәм ағас уксусы алына. Ҡыуыу ҡаҙанында күмер ҡала.
Ғәҙәти ҡарағайҙың төрҙәре тәрбиә талап итмәгән һәм декоратив баҡса үҫемлектәре булараҡ популяр. Был төр үҫемлектәргә ҡырҡыу һәм һуҙыу юлы менән япон ниваки традицияһы буйынса төрлө формалар бирелә[10].
Европа мышыһының (Alces alces) иң мөһим ҡышҡы аҙығы булып тора[11][12][13]. Ҡарһыҙ осорҙа энәләрҙең һәм үренделәрҙең туҡлыҡлылығы япраҡлы ағастарға ҡарағанда 3-4 тапҡырға кәмерәк була. Ҡарлы осорҙа ҡарағайҙың туҡлыҡлылыҡ ҡиммәте талдан да, уҫаҡтан да ҡалышмай. Бер нисә авторҙың мәғлүмәттәре буйынса, энәләр составында 5,5-7,7 % аҡһым, 5,3-12,2 % май, 13,6-33,2 % күҙәнәклек бар. Мышы энәләр менән бергә 10 — 15 см оҙонлоҡтағы һәм диаметры 1 см булған үрентеләрҙе лә ашай. Ҡарағай ҙур майҙандарҙы биләгән райондарҙа иң мөһим ҡышҡы аҙыҡтарҙың береһенә әйләнә, был бер нисә йыл дауамында хайуандарҙың популяцияһын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Бындай шарттарҙа мышы октябрҙең беренсе яртыһында ҡарағай ашай башлай, ә ноябрҙә ашалған аҙыҡтың 60 проценттан ашыуын тәшкил итеүе мөмкин[14].