Ҡараҡом

Ҡараҡом
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Төркмәнстан[1]
 Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Аһал вилайәте һәм Төркмәнстан[1]
Сиктәш Устюрт[d], Амударъя, Копетдағ һәм Каспий диңгеҙе
Майҙан 400 000 км²
Классификация климата Кёппена аридный климат[d]
Карта
 Ҡараҡом Викимилектә

Ҡараҡом ( төркисә ҡара + төркисә ҡом) — Урта Азияның көнъяғындағы ҡом сүле, ул Төркмәнстан ерҙәренең күп өлөшөн тәшкил итә. Майҙаны 350 000 км².

Ҡараҡом сүлендәге таҡырҙар
Ҡараҡом

Ҡараҡомдоң төньяҡ сиге Һарығамыш уйпаты һәм Үзбой, көнсығышы— Амударъя үҙәне, көньяҡ-көнсығышы — Ҡарабил һәм Һәм Бадхыз убалары буйлап [2], көньяҡта— Копетдағ тау итәге тигеҙлегенән, көнбайышта Балха буйлап уҙа [3]. Ҡараҡом сүле көнсығыштан көнбайышҡа табан ауышая барған ваҡ убалар ҡаплап алған тигеҙлек, унда ҡом бархандары, түбәләстәре өҫтөнлөк итә. Ҡырастар араһын тоҙло тупраҡ һәм таҡырҙар биләй. Ҡомлоҡтар ер аҫты һыуҙарына бай [3], уларҙы ҡоҙоҡ ҡаҙып сығаралар. Ғалим-гидролог Кунин Владимир Николаевич билдәләүенсә, был ҡоҙоҡтар СССР-ҙа ғына түгел, хатта донъя йөҙөндә иң тәрнәдәрҙән булғандыр, мәҫәлән, 270 метрлығы булғаны билдәле[4]. Сүл аша Ҡараҡом каналы үтә. Тежен һәм Мургаб йылғаларының дельталарын “һуҡыр” тип йөрөтәләр, уларҙың тармаҡтары ҡомдарға инеп юғала. Уларҙа Тежен һәм Мерв оазистары урынлашҡан. Уйһыуҙарҙа Һарығамыш , Аҡсаҡая, Унгүҙ уйпаттары иғтибарға лайыҡ. Төркмән күле тигән яһалма һыу сығанағы бар.

Климаты ҡырҡа континенталь, сүлдең төньяғында ғинуар айындағы уртаса температура —3°С, көньяғында +5°С, июлдә ярашлы рәүештә 30°С - 36°С. Һауаның юғары һәм түбән температуралары араһы ндағы айырма бик ҙур —йәйгеһен көндөҙ сүлдең күп урындарында температура 50°С һәм ҡыҙыуыраҡ та була, был донъяның иң эҫе сүлдәренең береһе. Тупраҡтағы эҫелек хатта 80°С тәшкил итә. Ҡышын иһә ҡаты һыуыҡтар (-30 °C һәм түбәнерәк). Яуым-төшөм наҡыҫ —төньяғында йылына 60 мм , көньяғында - 150 мм , шуның 70 % их ноябрь — апрель айҙарында яуа[2].

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙғыһын сүлдең бар территорияһы, Ҡараҡомдоң 5 % майҙанын тәшкил иткән бархандарҙан тыш, эфемерҙар һәм эфемероидтар менән ҡаплана, улар май башында уҡ ҡорой . Үҫемлектәрҙән ҡом күрәне, ҡом акацияһы, астрагал, саҡсауыл бар. Ҡараҡомда джейран, төлкө (ҡорсаҡ), бүре, бархан бесәйе һәм сүл бесәйе, кимереүселәр, кеҫәртке, йыландар, фаланга, скорпион, дала ташбаҡалары йәшәй. Көтөүҙә йөрөтөп һарыҡ һәм дөйә аҫрайҙар.

Көньяҡ-Көнсығыш Ҡараҡомда Репетек ҡурсаулығы урынлашҡан[3]. Үҙәк Ҡараҡомда Бәрәкәтле-Ҡараҡом ҡурсаулығы ойошторолған[5].

Ҡараҡомда нефть һәм газ, шулай уҡ көкөрт сығарыла, Дарваз газ кратеры бар.

Халҡы башлыса Амударъя, Тежен һәм Мургаб, Копетдағтың төньяҡ итәгенән ағып төшкән бәләкәйерәк йылғалар буйҙарындағы оазистарҙа йәшәй [2].

«Һыу тамсыһы — алтын бөртөгө» — был байрам 1995 йылда Төркмәнстан президенты указы менән булдырылған.


Был һыу байрамы первое воскресенье апрелдең беренсе йәкшәмбеһендә үткәрелә. Ул шулай уҡ төркмән мелиораторҙарының һөнәри байрамы булып тора.


  • Ҡараҡом сүленә бағышлап «Ҡараҡом» сортлы шоколад кәнфиттәре сығарыла, уны СССР-ҙа Таганрог кондитер фабрикаһы етештереп торҙо[6]), ә әле — Рәсәйҙең «Ҡыҙыл Октябрь», Сормово кондитер фабрикалары, Украина Roshen кондитер корпорацияһы, Эстония (Kalev), Белоруссия («Коммунарка» кондитер фабрикаһы) һәм Ҡаҙағстандың «Рахат» кондитер фабрикалары сығара.
  • «Кин-дза-дза!» фильмының күп өлөшө ошо сүлдә төшөрөлгән.
  • 1981 йылда «Круг» төркөмө «Ҡараҡом» тигән йыр яҙған.
  • 1982 йылда Туркменфильм студияһында "Ҡараҡом, күләгәлә 45" тигән фильм төшөрөлгән — унда сүл аша газ үткәргес һалыу һүрәтләнә.


  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 [ Ҡараҡомы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. 3,0 3,1 3,2 Словари и энциклопедии на Академике
  4. Кунин В. Н. Освоение пустынь Туркмении // Природа. — № 9. — С. 66.
  5. Центральные Каракумы стали государственным заповедником Туркмении(недоступная ссылка)
  6. Собств. корр. Несладкая жизнь таганрогских кондитеров 2014 йыл 6 май архивланған. // www.shokolad.biz. — 2010. — 28 сент.