Ҡарһаҡ

Ҡарһаҡ
Ҡарһаҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Отряд: Йыртҡыстар
Ғаилә: Эттәр
Ырыу: Төлкөләр
Төр: Ҡарһаҡ
Латинса исеме
Vulpes corsac (Linnaeus, 1768)
ITIS 621861
NCBI 9629
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 23051

Ҡарһаҡ[1] йәки ҡарһаҡ төлкө, дала төлкөһө (рус. Корсак, лат. Vulpes corsac)— Себер далаларында йәшәй торған ваҡ төлкө.

Ҡарһаҡ төлкөгә оҡшаған. Кәүҙәһе төлкөнөкөнән бәләкәй, ҡолаҡтары ҙурыраҡ, ослоҡтары оҙонораҡ. Кәүҙәһең оҙонлоғо 50—60 см, ҡойроғо — 25—35 см. Бейеклеге 30 см тирәһе. Ауырлығы 4 — 6 кг. Мороно ҡыҫҡа, осло, бите киң, ҡолағы киң һәм осло.

Ҡарһаҡ далаларҙа, ярым сүллектәрҙә һәм өлөшләтә афған төлкөләре менән бер рәттән Көньяҡ-Көнсығыш Европа һәм Азия сүллектәрендә таралған. Ул шулай уҡ Ирандың төньяғынан, Әзербайжандан, Әрмәнстандан, Афғанстандан һәм Урта Азиянан Монголияға һәм Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығышына тиклем осрай. Рәсәйҙә көнбайышта һирәкләп Волгаға һәм Донға, Төньяҡ Кавказға, төньяҡта — Түбәнге Волга буйына, Уралдың көньяҡ осона, Көнбайыш Себерҙең көньяғына тиклем барып етә; ареал сиге көнбайыштан Алтай буйлап үтә һәм Зайсан бассейнының төньяҡ битләүе буйлап Монголия менән дәүләт сигенә тиклем бара. Рәсәйҙә ареалдың тағы бер өлөшө — Байкал аръяғының көньяғы.

Ҡарһаҡ — ҡиммәтле тире әҙерләү кәсебе объекты (ҡышҡы тиреһе ҡулланыла). Кимереүселәрҙе юҡҡа сығарып файҙа килтерә. Уларҙың һаны буйынса аныҡ мәғлүмәттәр юҡ.

  • Vulpes corsac corsac — ғәҙәти ҡарһаҡ йәки ҡаҙаҡ ҡарһағы. Төньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ-көнсығыш Ҡаҙағстанда һәм Рәсәйҙең көньяғында осрай. Ҡарһаҡтың бөтә төрҙәре араһында ул — иң ҙуры, тиреһе һәм ҡойроғо ғына ҡабарынҡы.
  • Vulpes corsac kalmykorum — ҡалмыҡ ҡарһағы. Ҡалмыҡстандың, Ҡарағалпаҡстандың, Төньяҡ Кавказдың дала һәм ярымсүл зоналарында һәм Волга менән Урал йылғалары араһында осрай. Тиреһе ҡаҙаҡ ҡарһағыныҡы кеүек мамыҡлы түгел.
  • Vulpes corsac turcmenicus — төркмән ҡарһағы. Төрөкмәнстанда, көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ Ҡаҙағстанда, Көньяҡ Үзбәкстанда, төньяҡ Афғанстанда, Монголияла, Шеңжан-Уйғыр автономиялы районында һәм күрше төбәктәрҙә таралған. Ҡарһаҡтарҙың иң бәләкәй төрсәһе.
  1. Concise Oxford English Dictionary (билдәһеҙ) / Julie Pearsall. — 10. — Oxford University Press, 2002. — С. 321. — ISBN 0-19-860572-2.